Готлиб Арнольд Давидович
Готлиб Арнольд Давидович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 12 март 1895 |
Тыуған урыны | Днепр, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 7 октябрь 1968 (73 йәш) |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Эш урыны |
Магнитогорск дәүләт техник университеты Национальная металлургическая академия Украины[d] |
Уҡыу йорто | Днепровская политехника[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Готлиб Арнольд Давидович (12 март 1895 йыл — 7 октябрь 1968 йыл) — СССР-ҙың ғалим-металлургы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1944), профессор (1945). Украина ССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1965), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Домнала суйын етештереү буйынса күренекле ғалим, йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Советтар Союзында беренсе булып домнала суйын етештереүҙе автоматлаштырыу менән шөғөлләнә башлай, уның етәкселеге аҫтында донъя практикаһында тәүге тапҡыр домна мейесе эшен йылылыҡ менән көйләү эштәре башҡарыла.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арнольд Давидович Готлиб Рәсәй империяһының Херсон ҡалаһында 1895 йылдың 28 февралендә (яңы стиль буйынса 12 мартында) тыуа[1].
1914 йылда Екатеринослав икенсе коммерция училищеһын тамамлай. 1925 йылда — Днепропетровск тау институтын (хәҙерге Днепр политехник институты), «инженер-металлург» квалификацияһын ала. 1931—1938 йылдарҙа Днепропетровск ғилми-тикшеренеү институтының домна бүлегенең мөдире була. 1938 йылдан алып Днепропетровск металлургия институтында (хәҙер Украинаның Милли металлургия академияһы) эшләй: 1939 йылға тиклем — металлургия факультеты деканы; 1939—1947 йылдарҙа — уҡыу эштәре буйынса директор урынбаҫары; 1942 йылдың ноябренән 1943 йыл буйынса — суйын металлургияһы кафедраһы мөдире.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында институт Магнитогорск ҡалаһына эвакуациялана. Арнольд Давидович Магнитогорск тау-металлургия институтының домна производствоһы технологиялары ғилми-тикшеренеү секторында (хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) эшләй, ВКП(б) ҡала комитеты ҡарамағындағы фронтҡа ярҙам комитеты ағзаһы була.
Уның был осорҙағы төп фәнни эштәре:
- Домна мейесенең тиҙләтелеп һәм тигеҙ эшләүе өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында материалдарҙы һәм газды бүлеү. (Распределение материалов и газов с целью создания условий форсированной и ровной работы доменных печей (Монография. Магнитогорск, 1942).
- Домна эшенең етештереү һәм тикшеренеү күрһәткестәрен анализлауҙа ҡайһы бер математик статистиканы ҡулланыу. (Некоторые применения математической статистики к анализу производственных и исследовательских данных в доменном деле). (Монография. Магнитогорск, 1943).
1943 йылдың аҙағында А. Д. Готлиб Днепропетровскиға ҡайта, бында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм Днепропетровск металлургия институтының суйын металлургияһы кафедраһында мөдир һәм институт директоры урынбаҫары булып эшләүен дауам итә. Бер нисә дәреслек һәм уҡыу әсбаптары яҙа. Ғалимдар тәрбиәләп үҫтергән, улар иҫәбендә Владимир Александрович Смоляк та бар[2].
1968 йылдың 7 октябрендә Украина ССР-ының Днепропетровск ҡалаһында вафат була[1].
«Украина ССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» исеменә лайыҡ була (1965), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» орден ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ГО́ТЛІБ Арнольд Давидович
- ↑ Ученый, новатор, борец 2020 йыл 23 февраль архивланған.