Готтесцелль монастыры (Түбәнге Бавария)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Готтесцелль монастыры
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1285
Дәүләт Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Готтесцелль[d][1]
Монашеский орден Цистерцианцы[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1803
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q1831860?
Мираҫ статусы памятник архитектуры в Баварии[d]
Головной монастырь Альдерсбах монастыры
Commons-logo.svg Готтесцелль монастыры (Түбәнге Бавария) Викимилектә


Готтесцелль монастыры[2][3][4] (нем. Kloster Gotteszell) — ирҙәр өсөн элекке цистерциан аббатлығы. Был аббатлыҡ Баварияның Готтесцелль (Түбәнге Бавария) общинаһында урынлашҡан. Аббатлыҡ Регенсбург епархияһы ҡарамағында торған. Монастырға Генрих фон Пфеллинг 1285 йылда нигеҙ һалған. Бавариялағы секулярлаштырыу ваҡытында, 1803 йылда, монастырь таратыла.

Тасуирлау һәм тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Готтесцелль монастыры Дева Мария һәм Изге Анна хөрмәтенә бағышлап төҙөлгән, 1285 йылда Генрих фон Пфеллинг уны Альдерсбах монастырының филиалы итеп нигеҙләй. Генриң үҙенең Акслахтағы усадьбаһын монастырға бүләк итә. 1286 йылда яңы монастыр булдырыуҙы Генихты. ҡәйнеше Регенсбург епискобы Генрих II фон Роттенег рәсми рәүештә раҫлай. Шунда уҡ Готтесцелль Баварияның бер нисә кенәзенән — Людвиг III, Стефан I һәм III Оттонан — байтаҡ иғнә ала. Улап монастырға урындағы замокты һәм Румансфельден йәрминкәһе общинаһын бүләк итә. 1320 йылда монастырь аббатлыҡ рангына күтәрелә. Монастырҙың беренсе руханийы аббат Бертольд була. 1339 йылда Богородица хөрмәтенә арналған монастырь сиркәүе төҙөлә башлай. 1345. йылда император Людвиг IV уға монастырҙың урындағы властарҙан бойондороҡһоҙлоғон раҫлаусы документ бирә.

Артабанғы йылдарҙа Готтесцелль Изге Аннаға табыныу үҙәге була һәм XV быуатта Германияла ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Шул уҡ быуатта монастырь бөлгөнлөккә төшә башлай. XV быуат аҙағында монастырҙа барлығы бер генә монах була. Киләһе руханиҙар: Эйнспек Ахатий (1596—1611) һәм Михаэль Кесслер (1611—1638) — монастырҙы көрсөктән сығарыуға өлгәшә. Әммә Утыҙ йыллыҡ һуғыш барышында, 1629 йылда, сиркәү һәм монастырь биналары янғындан ныҡ зыян күрә. Һуңынан, 1633—1634 йылдарҙа, швеция ғәскәрҙәре Готтесцеллға баҫып инә. Һалдат-протестанттар аббатты тота һәм язалай, ғәрипләй. 1641 йылда швед һалдаттары монастырҙы яңынан бер аҙ ваҡыт биләп тора.

Артабанғы дәүерҙә, аббат Хегер Герхард идаралыҡ итеүенән алып Готтесцелль аббатлығы киң билдәле була: унда тәбиғи фәндәр, философия һәм теология үҫешә. 1729 йылда, аббат Вильгельм I Графстурм идара иткән осорҙа, йәмиғ сиркәүе гипстан эшләнгән биҙәүестәр һәм фрескалар менән биҙәлгә, ә көнсығыш стенаһында «Успение Девы Марии» картинаһы төшөрөлә. Картинаны рәссам Космас Домиан Азам төшөрә. Вильгельмдың вариҫтары Бавария хөкүмәтенең монастырҙарға ҡаршы алып барған сәйәсәтенә әүҙем ҡаршылыҡ күрһәтә. Төбәктәге секулярлаштырыу барышында, 1803 йылдың 24 мартында, монастырь таратыла. Аббатлыҡ яңынан изгеләндерелә һәм мәхәллә сиркәүенә әйләндерелә. Элекке монастырь биналарында урындағы башланғыс мәктәп һәм пастор йорто барлыҡҡа килә. Монастырҙың туҙған өлөштәре һүтелә, ҡалғандары шәхси милеккә күсә. Популяр яҙыусы Максимилиан Шмидттың «Der Prälatenschatz» («Прелат хазинаһы» хикәйәһендә, 1895) элекке Готтесцелль монастырында секулярлаштырыу осоронда йәшерелгән хазина менән бәйле сюжет бәйән ителә.

Изге Анна мәхәллә сиркәүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Элекке монастырь сиркәүе — хәҙерге Изге Аннамәхәллә сиркәүе — трансептһыҙ өс көмбәҙ ҡыйыҡлы базиликанан ғибәрәт. Сиркәү 1339 йылдар самаһында төҙөлгән. 1629 йылдың 24 мартындағы янғындан һуң, уны реконструкциялау башлана. Төҙөлөш төрлө хәрби ваҡиғалар арҡаһында өҙөлөп тора. 1889 йылда сиркәүҙең интерьерындағы барокко деталдары бөтөрөлә. «Успение Девы Марии» фрескаһы тамашасы өсөн 1940 йылда ғына ҡабаттан асыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 archINFORM — 1994.
  2. Н. Майский Путеводитель Н. Майскаго: Южная Германия, Тироль, Сѣверная Италия, Австрия, Штирия, Каринтия, Карниолия, Богемия, Моравия, Краков, Офен Буда и Пест, Швейцария — в типографии Н. Тивлена и Комп., 1865. — Т. II. — Б. 17. — 450 б.
  3. Марфа Вячеславовна Щепкина, Иван Дуйчев Болгарская миниатюра XIV века: исследование Псалтыри Томича — Искусство, 1963. — Б. 126. — 258 б.
  4. Э. Н. Добрынина Древнерусское искусство : искусство рукописной книги, Византия, Древняя Русь — Дмитрий Буланин, 2004. — Б. 319. — 488 б.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Bauer, Анда Hermann und: Klöster in Bayern. Eine Kunst — und Kulturgeschichte, 1985 München, 198—199 S.;
  • Eberl, Anton: Wald Geschichte Zisterzienserklosters bayerischen ehemaligen im des Gotteszell, Deggendorf 1935;
  • Hartig, Michael: Die Stifte niederbayerischen — deutscher Kunst Förderer mächtige, 1939 München, 168—176 S.;
  • Krausen, Edgar: Die in Zisterzienserordens Klöster des Bayern (Bayerische Heimatforschung, Heft 7), 1953 München, 45-47 S.;
  • Münster, Robert: 18 Zisterzienserabtei Gotteszell Musikpflege Zur in der im. Jahrhundert, in: Kirchenmusikalisches Jahrbuch 84 (2000), 101—110 S.;
  • Scheglmann, Maria Alfons: der Geschichte rechtsrheinischen Säkularisation im Bayern, Bd. 3/2, 1906 München, 96-114 S.;
  • Schosser, Фриц: Gotteszell, (Schnell & Steiner, Kleine Kunstführer, Nr. 738), Regensburg, 1988.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Manfred Knedlik. Gotteszell — im Regental Zisterze (нем.). hdbg.eu. Bayern in Klöster, Bayerischen der Geschichte Haus. 22 апрель көнө 2019 мөрәжәғәте.