Гочева Каролина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каролина Гочева
Каролина Гочева
Төп мәғлүмәт
Тыуған

28 апрель 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (43 йәш)

Тыуған урыны

Битола, СР Македония, СФРЮ

Ил

Төньяҡ Македония Төньяҡ Македония

Һөнәрҙәре

Йырсы

Инструменттар

Тауыш

Жанрҙар

Поп, фолк, этно-поп

Псевдонимдар

Каролина

Хеҙмәттәшлек

Тоше Проески

Лейблы

Avalon Production (с 2000 года) — Македония
City Records (с 2003 года) — Сербия

karolinagoceva.net
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Каролина Гочева (28 апрель 1980 йыл) — үҙ иленән ситтә, тәү сиратта, 2002 һәм 2007 йылдарҙа Евровидение йыр бәйгеһендә ҡатнашып танылған македон йырсыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990-сы йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каролинаның музыкаль карьераһы 1991 йылда Штип ҡалаһында үткән илдә бик танылған «Макфест 91» конкурсында ҡатнашыуҙан башлана. Унда 11 йәшлек Каролина «Мамо, пушти ме» (Әсәй, ебәр мине) йырын башҡара. Был йыр хитҡа әйләнә һәм йырсының 1992 йылда сыҡҡан тәүге альбомына исем бирә. Каролина Македонияның төп музыкаль конкурсы "Скопје-Фест"та йыш ҡатнаша. 1994 йылда ул унда «Кој да ти каже» (Кем һиңә әйтер) йыры менән тәүге тапҡыр сығыш яһай, 1996 йылда"Ма, ајде кажи ми" (Йә, әйт миңә) йыры менән туғыҙынсы, ә 1998 йылда «Украдени ноќи» (Урланған төндәр) йыры менән юғары дүртенсе урын ала, уға 10 454 македон тауыш бирә.

2000—2001 йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бындай ҙур уңыштан һуң македон лейблы Avalon Productions Каролина Гочеваның тәүге өлкәндәр альбомын сығарыуға контракт тәҡдим итә һәм ул 2000 йылда донъя күрә. «Јас имам песна» (Минең йырым бар) тип аталған альбомда бер нисә хит була: «Сакај ме» (Ярат мине), «Без оглед на сѐ» (Бер нимәгә ҡарамаҫтан) һәм «Немир» (Тынысһыҙлыҡ). Альбомының уңышын нығытыр өсөн Каролина Гочева тағы «Скопје-Фест» фестивалендә ҡатнаша һәм «За нас» (Беҙҙең өсөн) йыры менән икенсе урын ала.

2002 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2002 йылда Каролина Гочеваның «Зошто сонот има крај» (Ниңә төштәр тамамлана) альбомы сыға. Шул уҡ йылда ул Черногорияла «Sunčane Skale» фестивалендә сығыш яһап, элекке Югославия илдәрендә киң танылыу яулай. Таллинда үткән Евровидениела уңышһыҙ сығыш яһай.

2003 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылда Каролина Гочева «Знаеш колку вредам» (Минең баһаны беләһең) альбомын сығара. Был альбом Македонияла ғына түгел, барлыҡ элекке Югославияла танылыу яулай, шуға күрә уны серб телендә лә сығаралар.

2005 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2005 йылда Каролина Гочева тағы Черногорияла үткән «Sunčane Skale» фестивалендә ҡатнаша, «Ружа ружица» (Ҡыҙыл Рауза) йыры менән дүртенсе урын ала. Йыл аҙағында Гочеваның танылыуын яңы кимәлгә күтәргән «Во заборав» (Онотолоу) альбомы сыға, ул элекке Югославия илдәрендә концерттар менән сығыш яһай. Был альбомын да серб телендә сығара.

2007 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2007 йылда, 2002 йылғы уңышын ҡабатлап, «Скопје-Фест» фестивалендә еңеп сыға, Евровидениела сығыш яһау хоҡуғына эйә була, үҙ һөҙөмтәһен яҡшыртып, «Мојот свет» йыры менән 14-се урын ала.

2008 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылды Каролина Гочева Македония, Сербия, Хорватия, Черногория, Болгария, Австралия буйлап турне менән башлай. Косоволағы ваҡиғалар, Греция менән илдең исеме тураһындағы бәхәстәр Каролина Гочеваны стилен ҡырҡа үҙгәртергә мәжбүр итә, ул «Македонско Девоjче» (Македон ҡыҙы) исемле бишенсе альбомын этно-поп стилендә сығара. Шулай уҡ Каролина Гочева «Напред Македонија» (Алға, Македония) видеоклибын сығара, ул македондар өсөн икенсе гимнға әүерелә.

2010 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылда Каролина Гочева туғыҙынсы «Капка под небото» (Күк аҫтында йығылам) исемле альбомын тәҡдим итә. Был альбомдан «Не се вракаш» (Ҡайтманы) йыры иң киң таныла.

Дискографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Альбомдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мамо, пушти ме (Әсәй, ебәр мине) — 1992 — балалар альбомы
  • Јас имам песна (Минең йырым бар) — 2000
  • Зошто сонот има крај (Ниңә төштәр тамамлана) — 2002
  • Знаеш колку вредам (Минең баһаны беләһең) — 2003
  • Кад звезде нам се склопе… као некада (Йондоҙҙар ҡасандыр элек кеүек рәткә теҙелгәс) — 2003 (серб версияһы)
  • Во заборав (Онотолоу) — 2005
  • У забораву (Онотолоу) — 2006 (серб версияһы)
  • Македонско Девоjче (Македон ҡыҙы) — 2008
  • Капка под небото (Күк аҫтында йығылам) — 2010
  • Најубави песни — 2012

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алдан килеүсе:
XXL
Македония Евровидение йыр бәйгеһендә
Евровидение 2002
Һуңынан килеүсе:
Тоше Проески
Алдан килеүсе:
Елена Ристеска
Македония Евровидение йыр бәйгеһендә
Евровидение 2007
Һуңынан килеүсе:
Тамара Тодевска, Врчак һәм Адриан Гаджа