Грация Деледда

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грация Деледда
Sardinian: Grassia Deledda
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Рәсем
Ҡултамға
Гражданлыҡ  Италия короллеге[d][4]
Тыуған ваҡыттағы исеме итал. Maria Grazia Cosima Deledda
Псевдоним Ilia di Saint-Ismael[5]
Тыуған көнө 27 сентябрь 1871({{padleft:1871|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[6][7][8][…]
Тыуған урыны Нуоро[d], Италия[9][10][11][…]
Вафат булған көнө 15 август 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[9][12][13][…] (64 йәш)
Вафат булған урыны Рим, Италия[9][10][11][…]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе рак молочной железы[d]
Ерләнгән урыны Кампо Верано[d]
Хәләл ефете Palmiro Madesani[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Итальян
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, романист, драматург, прозаик
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт һәм повествование[d]
Уҡыу йорто Домашнее обучение[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1936
Жанр роман, хикәйә, автобиография һәм драма[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Нобелевская премия по литературе
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Grazia Deledda
 Грация Деледда Викимилектә

Грация Деледда (итал. Grazia Deledda; 27 сентябрь 1871 йыл, Нуоро, Сардиния — 15 август 1936 йыл, Рим) — Италия яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты. Венералағы Деледда кратерына уның исеме бирелгән.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грация Деледда 1871 йылдың 27 сентябрендә Сардиниялағы Нуорола тыуа.

Атаһы ер биләүсе була. Грация башланғыс мәктәп тамамлай. Кескәй генә хикәйәләр яҙып, уларҙы «L’ultima moda» мода журналы нәшриәтенә ебәреп тора. Тиҙҙән «Fior di Sardegna» тигән тәүге новеллаһын яҙа (1892).

Деледданың йәш сағындағы портреты
Деледданың портреты, Л. Капелли эше (1898)

1900 йылда Грация кейәүгә бара, ире Пальмиро Мадезани (итал. Palmiro Madesani) Сардинияның баш ҡалаһы Кальяриҙа Оборона министрлығы хеҙмәткәре була. Артабан ғаилә Римға күсә. 1926 йылда Деледдаға әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы тапшырыла. Грация Нобель премияһын алғас та күп эшләүен дауам итә. «La casa del poeta» (1930, «Шағир Йорто») һәм «Sole d’estate» (1933, «Йәйге ҡояш») тигән хикәйә йыйынтыҡтары тормошҡа оптимистик ҡарашты сағылдыра.

Грация Деледда Римда 1936 йылда 64 йәштә вафат була.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Деледда веризм мәктәбенә ҡарай. Яҙыусы булараҡ формалашыуына урыҫ әҙәбиәте, беренсе сиратта Толстой, Горький, Чехов, Гоголь, Достоевский, Тургенев әҫәрҙәре менән танышыу ҙур йоғонто яһай. Уның ижадын Луиджи Капуана һәм Джованни Верга, шулай уҡ Enrico Thovez, Pietro Pancrazi, Renato Serra кеүек йәш яҙыусылар юғары баһалай.

Грация тыуған яғындағы тормош ысынбарлығын теүәл һүрәтләй, уҡыусыны үҙенсәлекле йомоҡ тормош рәүеше, әүәлдән һаҡланып ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар менән таныштыра, халыҡтың наҙан, тиҙ ышаныусан, фантазияға бай холоҡ-фиғелен һүрәтләй, тыуған яғының тауҙарын, күркәм болон-яландарын тасуирлай. Унда үҫкән кешеләр ҙур ҡалаларҙы бик алыҫта һәм сит бер нәмә тип иҫәпләй, унда йәшәүселәрҙың хатта һөйләше лә ят тойола. Деледданың билдәле романдарының береһе булған «Айырылышыуҙан һуң» (итал. Dopo il divorzio, 1902) әҫәрендә автор уҡыусыны киләсәккә алып китә, әлегә көсөнә инмәгән айырылыу тураһындағы закон эшләй башлағас, Италияла уның ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтималлығын һүрәтләй. Романдың геройы суд хатаһының ҡорбаны була, ул бер ҡәрҙәшен үлтереүҙә ғәйепләнә һәм 27 йылға ултыртып ҡуйыла. Хөкөмдөң хата булғаны асыҡланғас, ул ваҡытынан алда тыуған еренә ҡайтыу мөмкинлеген ала, әммә ирен бик ныҡ яратҡан һөйөклө ҡатыны Джованна, яңы закондан файҙаланып, икенсе кешегә кейәүгә сығырға ризалашҡан була. Ҡасандыр бер-береһен өҙөлөп яратҡан ике кешенең осраҡлы осрашыуы уларҙа элекке хистрәен дөрләтеп ебәрә. Джованна беренсе иренә ҡабат ҡайта, әммә йәмәғәтселек уны законлы иренә хыянат иткән насар ҡатын тип битәрләй.

«Элиас Портолю» (Elias Portolu, 1903) романында Сардиния пейзажы һәм көнкүреше менән бергә халыҡ араһынан сыҡҡан кешенең психологияһы һүрәтләнә. Ул онотолоп китеп ағаһының ҡатыны менән ҡушыла, әммә выжданы ғазаптарға дусар итә, ул монастырға китергә, гел генә доғалар уҡып, ураҙалар тотоп, донъя рәхәтлектәренән ваз кисеп, гонаһын юйырға йыйына, ағаһы мәрхүм булып, ҡатын ирекле булып ҡалғас та, уның менән осрашыуҙан ҡаса.

«Көл» (Cenere, 1904) романынынң геройы — Сардиния крәҫтиәне ҡыҙының никахһыҙ тыуған улы. Уны әсәһе ташлаған, әммә изгелекле кешеләрҙең ярҙамы менән ул университетта белем ала һәм тыуған яғына ҡайта һәм, ҡартайған әхләҡһеҙ әсәһен эҙләп табып, уны ҡарарға йыйына. «Көл» романы буйынса Артуро Амброзио Элеонора Дузе ҡатнашлығында телһеҙ кино төшөрә.

Деледда хикәйәләр яҙыуын дауам итә; 1901 йылда сыҡҡан йыйынтығы «Ҡараңғылыҡ королеваһы» (La regina d élle tenebre) тип атала.

Һайланма әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сардиния сәскәһе / Fior di Sardegna (1892)
  • Яуызлыҡ юлдары / Le vie del male (1892)
  • Сардиния хикәйәләре / Racconti sardi (1895)
  • Намыҫлы йәндәр / Anime oneste (1895)
  • Элиас Портолю / Elias Portolu (1903)
  • Айырылышыуҙан һуң / Dopo il divorzio (1902)
  • Көл/ Cenere (1904)
  • Ностальгия / Nostalgie (1905)
  • Һырлауыҡ/ L’edera (1906)
  • Елдәге ҡамыштар / Canne al vento (1913)
  • Марианна Сирка / Marianna Sirca (1915)
  • Әсә/ La madre (1920)
  • Мысырға ҡасыу / La fuga in Egitto (1925)
  • мөхәббәт мисәте / Il sigillo d’amore (1926)
  • Анналена Билзини / Annalena Bilsini (1927)
  • Козима / Cosima (1937), опубликовано посмертно
  • Ливан эрбете / Il cedro del Libano (1939), вафат булғас нәшер ителә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #34455396 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. BeWeB
  4. Biblioteca Virtual Miguel de Cervantes (исп.) — 1999.
  5. http://id.sbn.it/bid/CAG0034544
  6. Grazia Deledda // SNAC (ингл.) — 2010.
  7. Grazia Deledda // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
  8. Grazia Deledda // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=7294 (нем.)
  9. 9,0 9,1 9,2 Деледда Грация (урыҫ) / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  10. 10,0 10,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
  11. 11,0 11,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  12. https://www.nobelprize.org/nobel_prizes/literature/laureates/1926/deledda-bio.html
  13. https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=jn20010601143

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Antonio Piromalli, Grazia Deledda, Firenze, La Nuova Italia, 1968
  • Gianni Olla, Scenari sardi. Grazia Deledda tra cinema e televisione, Cagliari, 2000. ISBN 88-87636-02-8 — ISBN 978-88-87636-02-4
  • Irene Ferchl: Es genügt, das innere Leben zu leben, in Charlotte Kerner; Nicht nur Madame Curie — Frauen, die den Nobelpreis bekamen, Belz Verlag Weinheim und Basel 1999, ISBN 3-407-80862-3
  • Giulio Angioni, Grazia Deledda, l’antropologia positivistica e la diversità della Sardegna, in Grazia Deledda nella cultura contemporanea, a cura di U. Collu, Nuoro, 1992, 299—306; Introduzione a Nel deserto, Bibliotheca sarda, Nuoro, Ilisso, 2008; Introduzione a Tradizioni popolari di Nuoro, Bibliotheca sarda, Nuoro, Ilisso, 2010.
  • Gertraude Wilhelm (Hrsg): Die Literaturpreisträger — Ein Panorama der Weltliteratur im 20. Jahrhundert, Econ Taschenbuch VErlag Düsseldorf, 1983, ISBN 3-612-10017-3
  • Hg. E. Cecchi, Werkausgabe, 4 Bde. 1941—1955

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]