Грирсон Сесилия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грирсон Сесилия
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған ваҡыттағы исеме исп. Cecilia Grierson
Вторая фамилия в испанском имени Duffy[d]
Тыуған көнө 22 ноябрь 1859({{padleft:1859|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1]
Тыуған урыны Буэнос-Айрес, Аргентина
Вафат булған көнө 10 апрель 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1] (74 йәш)
Вафат булған урыны Буэнос-Айрес, Аргентина
Ерләнгән урыны Британское кладбище (Буэнос-Айрес)[d]
Һөнәр төрө табип, университет уҡытыусыһы, суфражистка
Эш урыны Буэнос-Айрес университеты
Уҡыу йорто медицинский факультет Университета Буэнос-Айреса[d]
 Грирсон Сесилия Викимилектә

Сесилия Грирсон (исп. Cecilia Grierson, 22 ноябрь 1859 йыл, Буэнос-Айрес  10 апрель 1934 йыл[2], шунда уҡ) Аргентинаның беренсе ҡатын-ҡыҙ-табибы[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сесилия Грирсон Буэнос-Айреста ирланд Джейн Даффи һәм шотланд кешеһе Джон Пэрриш Робетсон Грирсон ғаиләһендә 1859 йылдың 22 ноябрендә тыуа һәм алты бала араһында иң өлкәне була. Бала сағы Энтре-Риос провинциянда ауыл ерендә һәм Монтевидеола. үтә. Алты йәшендә уны Буэнос-Айрес инглиз мәктәбенә уҡырға ебәрәләр, әммә атаһы вафат булғанлыҡтан, ул уҡыуын туҡтатырға һәм әсәһенә ҡустыларын тәрбиәләүҙә ярҙам итеү өсөн өйгә ҡайтырға мәжбүр була. Һуңыраҡ ул ғаиләһенә финанс яҡтан да ярҙам итеү өсөн таныш ғаиләгә гувернант булып эшкә урынлаша. 14 йәшендә әсәһе менән мәктәп ойоштора, унда ауыл балаларын уҡыта.

Киләһе йылда Сесилия Буэнос-Айрестағы ҡыҙҙар өсөн Нормаль мәктәбенә уҡырға инә, уҡытыусы һөнәре алып, уны 1878 йылда тамамлай. Доминго Фаустино Сармьенто тәғәйенләнеше буйынса ул мәктәптә вазифа биләй һәм үҙ аҡсаһына ғаиләһен баш ҡалаға күсерә.

Яҡын дуҫының ауырыуы һәм үлеме Сесилияның ғүмерен медицинаға бағышлау теләген тыуҙыра. Ул ваҡытта Аргентинала формаль рәүештә университет ҡағиҙәләре ҡатын-ҡыҙҙарҙы табип һөнәренә уҡытыуҙы тыймаһа ла, бер ҡатын-ҡыҙ ҙа медицина докторы дипломына эйә булмай. 1883 йылда Грирсон Буэнос-Айрес университетының медицина фәндәре факультетына уҡырға инә . Уҡыған сағында гистология лабораторияһында ассистент булып эшләй, уны бушлай башҡара.

1886 йылда Буэнос-Айреста холера эпидемияһы башлана, һәм Сесилия Грирсонды башҡа медицина студенттары менән бергә ауырыуҙарҙы ҡарауға ебәрәләр. Ауыр хеҙмәт Сесилияны шәфҡәт туташтарын уҡытыу кәрәклеге тураһында уйланырға мәжбүр итә.

Сесилия Грирсон Буэнос-Айрестағы Университет дауаханаһында интерн булып эшләй, ә 1888 йылдан Ҡатын-ҡыҙҙар дауаханаһында кесе практикант була. Уның диплом эше «Гистеро- и овариоэктомии, проведённые в Женской больнице с 1883 по 1886» 1889 йылдың 2 июлендә яҡлана.

Сесилия Грирсон Буэнос-Айрес Университетында (1909)

Диплом алғас, Грирсон Сан-Роке дауаханаһында акушер-гинеколог булып эшләй башлай, шуға ҡарамаҫтан, тейешле белемле булһа ла, уға хирургик операциялар үтеәререгә рөхсәт итмәйҙәр. Бер үк ваҡытта ул сәнғәт Академияһында анатомия дәрестәре бирә башлай.

1890 йылда Грирсон Латин Америкаһынды беренсе шәфҡәт туташтары мәктәбенә нигеҙ һала, уның өсөн уҡыу планын төҙөй һәм унда шәфҡәт туташтары өсөн униформа кейеүҙе булдыра, һуңынан был Латин Америкаһы илдәренең күбеһенә тарала. Ул 1913 йылға тиклем 20 йылдан ашыу Шәфҡәт туташтары мәктәбе директоры булып ҡала.

1891 йылда Сесилия Грирсон Аргентинаның Медицина ассоциацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. 1892 йылда Ул Аргентинаның беренсе ярҙам берләшмәһенә нигеҙ һала, һуңынан ул Ҡыҙыл тәре менән ҡушыла. Грирсон шулай уҡ ауыл ерендә беренсе ярҙам үҙәктәрен һәм үҫеше боҙолған балалар өсөн мәктәптәр булдырыу инициативаһы менән сығыш яһай.

1892 йылда Аргентинала ул кесарь киҫелеше буйынса беренсе операция яһаған хирургтар командаһында була[4].

1892 йылдан 1899 йылға тиклем Грирсон Милли мәғариф советы ағзаһы була. Ул Европаға һөнәри белем биреү өлкәһендә алдынғы тәжрибәне үҙләштереү өсөн ебәрелә һәм яңы уҡыу пландары менән ҡайта.

1894 йылда Сесилия Грирсон университеттың акушерлыҡ кафедраһы уҡытыусыһы вазифаһына ғариза бирә, әммә уны ҡатын-ҡыҙ булыуы менән аңлатып, кире ҡағалар[5].

1899 йылда Грирсон Лондонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар конгресында ҡатнаша, ә киләһе йылда Аргентинала Милли ҡатын-ҡыҙҙар советына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була[6]. Ул Аргентинала ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша, атап әйткәндә, белем алыу хоҡуғын, һайлау хоҡуғын, декрет ялы хоҡуғын яҡлай, Социалистик партия ағзаһы була. Шулай уҡ ул шул ваҡытта ғәмәлдә булған Гражданлыҡ кодексын тикшерә, уға ярашлы кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡтары бәләкәй бала хоҡуҡтарына оҡшаш була. Был тикшеренеү 1926 йылдағы реформаның нигеҙе булып тора, ул ҡатын-ҡыҙҙарға күберәк хоҡуҡтар бирә.

Сесилия Грирсон һәм уның студенттары (1910)

1901 йылда ул ваҡытта медицина белеме булмаған кендек инәләре араһында ғилми белем таратыу өсөн Грирсон Милли акушерлыҡ ассоциацияһын һәм журнал ойоштора. 1904 йылда медицина физикаһы кафедраһында вазифа алып, медицина факультетында «Медицина гимнастикаһы һәм кинезитерапияһы» курсын уҡый башлай.

1902 йылда Сесилия Грирсон Йорт иҡтисады мәктәбенә нигеҙ һала, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балалар, һуҡырҙар, һаңғырау-телһеҙҙәр һәм инвалидтар өсөн белем биреүҙе үҫтерә.

Сесилия Грирсондың Ҡәбере

1916 йылда Грирсон пенсияға сыға һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген ҡалдыра. Шуға ҡарамаҫтан, 1927 йылда хөкүмәт уны Европаға үҫешкән илдәрҙең мәғариф өлкәһендәге тәжрибәһен үҙләштереү өсөн ебәрә. Шул уҡ ваҡытта Ул Лондонда евгениканың Беренсе халыҡ-ара конгресында ҡатнаша.

1924 йылда Сесилия «Аргентина ҡоштары» ассоциацияһы ағзаһы була һәм ҡоштарҙы һәм тәбиғәтте һаҡлауға ҙур иғтибар бүлә.

Сесилия Грирсон бер ҡасан да кейәүгә сыҡмай һәм балалары ла булмай. Үлер алдынан ул Кордова провинцияһындағы Лос-Кокос ҡаласығына күсеп килә[7]. 1934 йылдың 10 апрелендә Буэнос-Айреста вафат була. Буэнос-Айрестағы Британия зыяратында ерләнә (ла-Чакарита зыяратының секцияһы).

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1889 — Гистеро-и овариоэктомии, проведенные в Женской больнице с 1883 по 1886 (исп. Histero-ovariotomías efectuada en el Hospital de Mujeres desde 1883 a 1886)
  • 1897 — Практический массаж (исп. Masaje Práctico)
  • 1899 — Образование для женщины (исп. Educación para la mujer)
  • 1909 — Первая помощь в случае несчастного случая и неожиданных недомоганий (исп. Primeros auxilios en el caso de accidente e indisposiciones repentinas)
  • 1910 — Обучение слепого и уход за больным (исп. La educación del ciego y cuidado del enfermo)
  • 1912 — Руководство медсестры (исп. Guía de la enfermera)
  • 1912 — Уход за больными (исп. Cuidado de enfermos)
  • 1925 — Колония в Монте-Гранде. Первая и единственная шотландская колония в Аргентине (исп. Colonia de Monte Grande. Primera y единый colonia formada por escoceses en Argentina)

Танылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лос-Кокоста Сесилия Грирсон урамы

Сесилия Грирсон тере сағында Аргентинала мәғариф һәм медицина өлкәһендә бик күп наградалар ала.

Аргентинаның бер нисә ҡалаһында Сесилия Грирсон исеме менән аталған урамдар бар. Атап әйткәндә, 1995 йылдағы 49668-се указ менән уның исемен Буэнос-Айрестың Пуэрто-Мадеро һәм Ретиро райондарының сиге булған урам йөрөтә[8]. Шулай уҡ Сесилия Грирсон урамы Лос-Кокос ҡалаһында бар, ул һуңғы йылдарҙа шунда йәшәй. 1980 йылда n° 35.659-1980, BM n° 16.252 указы менән Сан-Тельмо районында Сесилия Грирсон майҙаны булдырыла. 1991 йылда майҙанды йортһоҙҙар баҫып ала, улар унда йәшәй башлай һәм тик 2015 йылда ғына яңынан асыла[9][10].

Сесилия Грирсон исеме менән бер нисә уҡыу йорто атала, атап әйткәндә, Милли шәфҡәт туташтары мәктәбе, Морено округында 13-сө урта мәктәп, Тандиль ҡалаһының 502-се мәктәбе, Кито (Эквадор) ҡалаһында балалар баҡсаһы[11]. Шулай уҡ Герник ҡалаһы дауаханаһы уның исеме менән аталған.

Сесилия Грирсон портреты Аргентина тарихында иң күренекле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе булараҡ Каса-Росаданың президент һарайында Аргентина ҡатын-ҡыҙҙары салонында эленеп тора.

Аргентина почтаһы уның хөрмәтенә маркалар сығара.

2016 йылдың 22 ноябрендә Гугл Сесилия Грирсондың тыуыуына 157 йыл тулыу айҡанлы дудл сығара[12].

2016 йылда Сесилия Грирсон исемендәге ғилми архив булдырыла, унда Аргентинаның дәүләт булараҡ йәшәү осоронда ижад ителгән бөтә ғилми хеҙмәттәр инә[13].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Cecilia Grierson // https://www.biusante.parisdescartes.fr/histoire/biographies/index.php?cle=48906 (фр.)
  2. Grierson, Cecilia
  3. Cecilia Grierson. Дата обращения: 24 декабрь 2017. Архивировано 11 март 2018 года.
  4. Martín, María José Cesárea en Argentina: Lo que fue y lo que es (исп.) (2015). Дата обращения: 16 декабрь 2017. Архивировано из оригинала 15 декабрь 2017 года.
  5. Jasinski, Alejandro Cecilia Grierson (исп.). Дата обращения: 16 декабрь 2017. Архивировано из оригинала 15 декабрь 2017 года.
  6. Cecilia Grierson, la primera médica argentina (исп.). Дата обращения: 16 декабрь 2017. Архивировано из оригинала 12 март 2014 года.
  7. Barry, Carolina Cecilia Grierson: Argentina's First Female Doctor (ингл.). Society for Irish Latin American Studies (2008). Дата обращения: 16 декабрь 2017. Архивировано 26 октябрь 2017 года.
  8. Cortese, Luis O.; Capaccioli, Nora.: Calles de Puerto Madero (исп.). Дата обращения: 16 декабрь 2017. Архивировано 15 декабрь 2017 года.
  9. En San Telmo, se reinauguró la Plaza Cecilia Grierson después de 23 años de usurpación (исп.). Ла Насьон (2015). Дата обращения: 16 декабрь 2017. Архивировано 23 ноябрь 2016 года.
  10. San Telmo: recuperan una plaza en la que llegaron a vivir 80 personas (исп.). Кларин (2015). Дата обращения: 16 декабрь 2017. Архивировано 17 май 2017 года.
  11. Marín, Guillermo Cecilia Grierson: Mujer profana (исп.) (2009). Дата обращения: 16 декабрь 2017. Архивировано 13 сентябрь 2017 года.
  12. Cecilia Grierson: Google homenajea a la primera médica argentina en el 157° aniversario de su nacimiento (исп.). Ла Насьон (2016). Дата обращения: 16 декабрь 2017. Архивировано 26 ноябрь 2016 года.
  13. Pautas de inclusión y registro de autoridades en el Directorio de Científicos Argentinos Dra. Grierson (исп.) (2016). Дата обращения: 16 декабрь 2017. Архивировано 14 декабрь 2017 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]