Эстәлеккә күсергә

Гриценко Анатолий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анатолий Гриценко
Исеме:

Гриценко
Анатолий Иванович

Тыуған көнө:

30.5.1936

Тыуған урыны:

СССР, РСФСР, Ростов өлкәһе, Кашар районы, Шалаевка ауылы

Вафат булған көнө:

2007

Вафат булған урыны:

Рәсәй, Дондағы Ростов

Гражданлығы:

СССР, Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

шағир, прозаик, журналист

Ижад йылдары:

19552007

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

шиғыр, поэма, баллада, повесть

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Анато́лий Ива́нович Грице́нко (30 май, 19362007) — рус совет шағиры.

Төньяҡ-Кавказ крайының Шалаевка ауылында (хәҙер Ростов өлкәһенең Кашар районы) уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Артабан уларҙың ғаиләһе Краснодар крайы, Кавалерский тимер юл разъезы янындағы Первомайский ҡасабаһына күсеп килә. Буласаҡ шағир бында ете класты тамамлай.

Артабан ул Ростов һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм уны 1954 йылда тамамлай. Волга-Дон йылға пароходлығына теплоход рулевойы булып эшкә инә.

Шунда эшләгәндә шиғырҙар яҙа башлай, 1955 йылда уларҙы күп тиражлы «Волга-Дон» нәшриәтендә баҫтырып сығара.

Артабан уны Совет Армияһына хеҙмәт итергә алалар, һәм ул хәрби хеҙмәтте Поляр аръяғында Яңы ер утрауындағы йәҙрә полигонында үтә. Демобилизациянан һуң ете йыл буйына «Ростсельмаш» заводында формалаусы, һуңынан йыйыусы-слесарь булып эшләй.

Артабан ул журналист булып китә, башта хәрби гәзит менән хеҙмәттәшлек итә, ә һуңынан «Комсомолец» гәзите редакцияһына эшкә күсә.

1975 йылда Гриценко М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты янындағы Юғары әҙәбиәт курстарына уҡырға инә һәм уны 1977 йылда тамамлай. Мәскәүҙә үткән йәш яҙыусылар кәңәшмәһендә ҡатнаша (1969).

1975 йылда Советтар Союзы Коммунистар партияһы сафына инә.

Ростов нәшриәте сығарған коллектив йыйынтыҡтарҙа һәм «Дон», «Дружба народов», «Сельская молодёжь», «Подъём», «Молодая гвардия», «Огонёк» һәм башҡа журналдарҙа[1] әҫәрҙәрен баҫтырып сығара, ә 1965 йылда уның «Медовый месяц» тигән шиғырҙар китабы, 1968 йылда «Поэзия Дона» серияһында ҙур булмаған «Стихи» китабы нәшер ителә.

1973 йылда Гриценконы СССР Яҙыусылар союзына ҡабул итәләр.

Артабан уның «Роса полей», «Желтобровое поле», «Над порогом моим», «Проталины» (1986), «Все от любви» (1986), «Эхо разлук» (1990) шиғыр китаптары һәм балалар өсөн «Сказка о Старом Адмиралтейском Якоре» тигән проза китабы сыға.

Төньяҡ Кавказ халыҡтары, болгар, якут телендәге шиғырҙарҙы рус теленә тәржемә итеп сығара.

Советтар Союзы тарҡалып, Рәсәй Яҙыусылар союзы барлыҡҡа килгәс, Гриценко беренселәрҙән булып был союзға ағза булып инә.

Оҙаҡ ваҡыт буйына «Дон» журналының шиғриәт бүлеге мөдире, ә 1996 йылдан алып — «Крестьянин» гәзитенең әҙәби мөхәррире булып әшләй.

Дондағы Ростовта эшләй һәм йәшәй. 2007 йылда вафат булған.

Бүләктәре һәм премиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ВЛКСМ-дың Ростов өлкә комитеты премияһы (1972)
  • Ростов өлкә хакимиәте премияһы (1997)
  • Өлкә тыныслыҡ һаҡлау комитеты премияһы (1984)
  • В. Закруткин исемендәге премия (1997).

Яҙыусының әҫәрҙәре сыҡҡан китаптар:

  • Медовый месяц. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1965.
  • Стихи. Серия «Поэзия Дона». — Ростов н/Д: Ростиздат, 1968.
  • Ровесники. — М.: Молодая гвардия, 1970.
  • Родниковый свет. Стихи. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1971.
  • Сказка о старом адмиралтейском якоре. Проза. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1973.
  • Роса полей. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1974.
  • Желтобровое поле. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1979.
  • Над порогом моим. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1983.
  • Стихи. «Проталины». — М.: Сов. Рәсәй
  • Всё — от любви. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1986.
  • Эхо разлук. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1990.
  • Цветы и колосья. — Ростов н/Д: Пегас, 1996.
  • Мгновения счастья и боли. — Ростов н/Д: Новая книга, 2006.