Грозный дәүләт нефть техник университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Грозный дәүләт нефть техник университеты
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1920[1]
Рәсми атамаһы Высший нефтяной техникум, Грозненский нефтяной институт һәм Грозненский нефтяной технический университет
Ректор Таймасханов, Хасан Элимсултанович[d] һәм Минцаев, Магомед Шавалович[d]
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Грозный
Урынлашыу Грозный
Уҡыусылар һаны 6500
Баш компания (ойошма, предприятие) Министерство науки и высшего образования Российской Федерации[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Рәсми сайт gstou.ru[1]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Грозненского нефтяного университета[d]
Commons-logo.svg Грозный дәүләт нефть техник университеты Викимилектә

М. Д. Миллионщиков исемендәге Грозный дәүләт нефть техник университеты1920 йылда Грозныйҙа асылған юғары уҡыу йорто. 1945 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Грозныйҙа урынлашҡан.

Институт Рәсәйҙең нефть-газ профилле иң өлкән вуздарының береһе, вузды тамамлаусылар араһында РФА академиктары А. А.Дородницын, М. Д. Миллионщиков, СССР химия һәм нефть химияһы сәнәғәте министры С. Н. Хаджиев һәм башҡа нефть һәм газ комплексы етәкселәре бар.

Институт составында 1 факультет һәм 5 институт бар.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылда Грозный нефть институты һигеҙ бүлеге булған Юғары нефть техникумы булараҡ асыла. Ике бүлеге юғары белем биргән. 1920 йылда нейть промыселе һәм нефть технологияһы факультеттары асыла. 1925 йылда беренсе инженерлыҡ сығарылышы була. 1929 йылда уҡыу йото Союз дәрәжәһендәге юғары уҡыу йорто статусын ала. 1945 йыл аҙағында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән нефть сәнәғәте кадрҙары әҙерләгәне өсөн Грозный нефть институты Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.[3].

Файл:Грозный. Нефтяной институт. Барельеф Миллионщикова.JPG
Грозный дәүләт нефть техник университеты бинаһында академик Миллионщиков барельефы

1973 йылда институтҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР Фәндәр Академияһының ағзаһы, СССР Фәндәр академияһы вице-президенты, РСФСР Юғары Советы Рәйесе, Совет Пагуош комитеты рәйесе, Ленин һәм ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты академик М.Д. Миллионщиков исеме бирелә.

1980 йылдар уртаһында институттың фәнни-педагогик һәм мәтди-техник потенциалы нефть-газ эшкәртеүҙең технологик циклының барлыҡ белгестәрен әҙерләй. Юғары уҡыу йортонда илдә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәле булған фәнни мәктәптәр формалаша. Институт нефть-газ геологияһы һәм геофизика, нефть һәм газ бораулау скважиналары, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы, йылылыҡ физикаһы, төҙөлөш өлкәһендә фундаменталь хеҙмәттәр башҡара.

1990 йылда институттың бөтә тиәрлек уҡытыусылар составы Чечнянан күсеп китә, институттың күп кенә хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары юғала йәки һәләк була. Институт бинаһын 1995 йылдың февралендә федераль авиация утҡа тота һәм бина емерелә.[4]

Федераль маҡсат программаһы нигеҙендә 2007 йылда институт биналары комплексын торғоҙоу эштәре башланды. 2012 йылда Хрущев майҙанында Грозный дәүләт нефть техник университетының яңы бинаһы асылды.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Статьи в журнале. www.oil-industry.net. Дата обращения: 20 июнь 2020.
  4. «Юбилей Грозненского государственного нефтяного института им. академика М. Д. Миллионщикова» Российская академия наук, 15.11.2005: «В 1990-х годах Чечню покинула огромная часть профессорско-преподавательского состава. Многие сотрудники, преподаватели и студенты института погибли или пропали без вести».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]