Грузин сәйе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Грек сығышлы эшселәр Батуми эргәһендәге сәй плантацияһында, 1909—1915 йылдар тирәһе. Фото Сергей Прокудин-Горский архивынан

Грузин сәйе — Рәсәй империяһында, Советтар Союзында (Грузин ССР-ы территорияһында), ә хәҙерге ваҡытта Грузияла етештерелгән сәй.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәйҙә XIX быуат башында милли традицияға әйләнгән сәйҙе күпләп эсеү империя территорияһында сәй үҫтереү феекренә этәрә. XIX быуат һуңында — XX быуат башында бындай ынтылыш бер нисә тапҡыр яһала, әммә ватан сәйен етештереү бары тик СССР ваҡытында ғына тормошҡа аша. Рәсәйҙә сәй үҫтереп ҡарауҙың тәүге аҙымдары 1830 йылдарҙа яһала (шул уҡ ваҡытта, инглиздәр колонияларында, аныҡлап әйткәнәдә Һиндостанда) сәй етештерә башлай). Тәүҙә был эшкә православие сиркәүе тотоноп ҡарай, һуңынан ҡайһы бер бай ер биләүселәр шөғөлләнәнеп ҡарай. Эристави грузин кенәздәренең сәй үҫтереү буйынса тәжрибәһе билдәле. 1910 йылдарҙа рус ғалимы Андрей Краснов Батуми ботаника баҡсаһы плантацияларында сәйҙе фәнни үҫтереүҙә беренсе була.

Грузия территорияһында сәйҙе сәнәғәт плантациялары кимәлендә үҫтереү Ҡырым һуғышынан (1853—1856) һуң барлыҡҡа килә.

Лау Джон Джау Батуми эргәһендәге сәй плантациялары янында, 1905—1915 йылдар араһы. Сергей Прокудин-Горский архивынан

1893 йылда сәй бизнесын башлаусы Константин Абрамович Поповтың вариҫы һәм уның эшен дауам итеүсе Константин Семенович Попов Батуми эргәһендә Чаквала сәй плантациялары өсөн бер нисә участка һатып ала, үҫентеләр, сәй ҡыуағы орлоғо ала һәм Ҡытайҙан сәй эше белгесе Лау Джон Джауҙы саҡыра. Лау Джон Джау етәкселегендә юғары сифатлы сәй япраҡтары үҫтерелә, 1896 йылда яңы плантацияларҙан беренсе сәй алына, ә 1900 йылда Попов плантациялары сәйе Парижда күргәҙмәлә алтын миҙал яулай[1].

Батуми эргәһендәге Удел ведомствоһының сәй тултырыу фабрикаһы, 1909—1915 йылдар тирәһе. Сергей Прокудин-Горский архивынан

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Николай Монахов Китайский чайный мастер Лао Джон-Джау. Teatips. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 сентябрь 2020. 3 сентябрь 2020 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]