Эстәлеккә күсергә

Прокудин-Горский Сергей Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Прокудин-Горский Сергей Михайлович
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Франция
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Сергей Михайлович Прокудин-Горский
Тыуған көнө 18 (30) август 1863
Тыуған урыны Фуникова Гора[d], Покровский уезд[d], Владимир губернаһы[d], Рәсәй империяһы[2][3][4]
Вафат булған көнө 27 сентябрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[5] (81 йәш)
Вафат булған урыны Париж
Ерләнгән урыны кладбище Сент-Женевьев-де-Буа[d]
Ҡәбере һүрәте
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө фотограф, химик, уйлап табыусы, нәшерсе, уҡытыусы, уҡытыусы, сәйәхәтсе
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт технология институты[d]
Кемдә уҡыған Дмитрий Иванович Менделеев һәм Адольф Мите[d]
Рәсми сайт prokudin-gorsky.org
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Sergey Prokudin-Gorsky
 Прокудин-Горский Сергей Михайлович Викимилектә

Прокудин-Горский Сергей Михайлович (18 (30) август 1863 йыл, Фуникова Гора,Покровский өйәҙе, Владимир губернаһы, Рәсәй империяһы — 27 сентябрь 1944 йыл, Париж, Франция) — Рәсәй империяһы фотографы, химик, Дмитрий Иванович Менделеевтың уҡыусыһы, уйлап табыусы, нәшриәтсе, педагог йәмәғәт эшмәкәре, Император Рус географик йәмғиәте ағзаһы, Император Рус техник һәм Рус фотография йәмғиәттәре ағзаһы. Фотография һәм кинематография үҫешенә тос өлөш индергән шәхес. Рәсәйҙә төҫлө фотография пионеры, «Рәсәй империяһының күренекле урындары коллекцияһы»н ойоштороусы.

Дворян Прокудин-Горскийҙар нәҫеленән.

Сергей Михайлович Проку́дин-Го́рский 1863 йылдың 18(30) авгусында тыуған. Тыуған ере — Фуникова Гора, Покровский өйәҙе, Владимир губернаһы[6][7].

Өс йыл (1886-ға тиклем) Александров лицейында уҡый, әммә тулы курсты тамамламай.

1886 йылдың октябренән 1888 йылдың ноябренә тиклем Санкт-Петербург университетының физика-математика факультетында уҡый.

1888 йылдың сентябренән 1890 йылдың майына тиклем Император Хәрби-медицина академияһында курстар үтә, әммә тамамламай.

Император Нәфис сәнғәт Академиияһында уҡый.

1897 йылда Прокудин-Горский үҙенең фотография өлкәһендәге эҙләнеүҙәре тураһында Император Рус Техник йәмғиәтенең (ИРТО) Бишенсе бүлегендә сығыштар яһай башлай һәм тиҙҙән ағза итеп ҡабул ителә, ҙур абруй яулай. Уға ИРТО ҡаршыһында курстар үткәреү йөкмәтелә. 1898 йылда Прокудин-Горский фотографияның техник аспекттары буйынса тәүге китаптарын нәшер итә. 1900 йылда Рус Техник йәмғиәте Прокудин-Горский фотографияларын Бөтә донъя Париж күргәҙмәһендә күрһәтә.

1904 йылдан Прокудин-Горский Рәсәй төбәктәренән төҫлө фотолар эшләй башлай (Дағстан күренештәре).

1905 йылдың апрель — сентябрендә Прокудин-Горский Рәсәй империяһы буйлап сәйәхәт итеп, Кавказ, Ҡырым һәм Украина күренештәренән 400 төҫлө фотография төшөрә.

Прокудин-Горский 1909 йылдың майында император Николай Икенселә аудиенцияла була, шунда уға император Рәсәй империяһы күренештәрен төшөрөргә ҡуша. Бының өсөн фотографҡа махсус ҡорамалландырылған тимер юл вагоны бирелә. Һыу юлдары өсөн ҙур булмаған пароход, Чусыу йылғаһында — моторлы кәмә бирелә. Төбәктәрҙәге чиновниктарға уға һәр яҡлап ярҙам итергә ҡушыла. Бар сығымдар иһә фотографтың үҙ кеҫәһенән була.

1910 йылдың мартында фотограф Урал сәнәғәте тураһында фотографиялар төшөрә башлай.1912 йылға тиклем Урал буйлап ижади сәйәхәт итә.

Фотографияларында — башҡорттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан, башҡорт халҡы өсөн уның бигерәк тә башҡорт төбәктәре, көнкүреше, кешеләре тураһындағы фотографиялары ҙур тарихи әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, «Яхъя ауылы» тигән цикл[8][9], «Башҡорт тимер юл эшсеһе» тигән һәм башҡа эштәре киң танылған[10].

Башҡорт ҡатыны. Яхъя ауылы. 1910
Башҡорт тимер юлсыһы. 1910
Өфөнөң йәмиғ мәсете (Мөфтөй йәшәгән мәсет). 1910 йыл.Фотограф - Прокудин-Горский.
Фотограф - Прокудин-Горский Минйәр заводын - Башҡорт ерҙәрендә барлыҡҡа килгән заводты төшөрөп алған
Кесе Һатҡы йылғаһы
Хөсәйенбәк кәшәнәһенә Аҡһаҡ Тимер килтерткән таш
Баҡал һәм Шөйҙө һырты янында барлыҡҡа килгән Рудничное ауылы. Башҡорт ерҙәре
Башҡорт ир-егете. Яхъя ауылы. 1910


С. М. Прокудин-Горский тураһында фильмдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • The Tsar’s Last Picture Show для BBC Four (документальный, 2003).
  • «Альбом для царевича. Фотограф С. Прокудин — Горский». ООО «Синемедиа», Автор: Е. Головня. Продюсер: Б. Грачевский (документальный, 2004).
  • «Цвет времени». Режиссёр: Константин Касатов (документальный, 2007).
  • «История в цвете». Режиссёр Иван Мартынов (документальный, 2009).
  • «Россия в цвете». Режиссёр: Владимир Мелетин (документальный, 2010)[11].
  • «Инвентаризация Родины… по следам Прокудина-Горского». Режиссёр: Бен ван Лисхаут (Голландия). Съёмки начаты в 2011 году[12].
  • «Цвет нации». Автор: Леонид Парфёнов (документальный, 2013)[13]. Телевизионная премьера фильма состоялась на Первом канале 12 июня 2014 года[14].
  • Достопримечательности России в натуральных цветах. Весь Прокудин-Горский. — М., 2003.
  • Российская империя Прокудина-Горского. 1905—1916. «Красивая Страна», 2008.
  • Российская империя в цвете: Владимирская и Ярославская губернии. 1909—1915 (альбом). — Минск: Издательство Белорусского Экзархата, 2007.
  • Prokudin-Gorski, Sergei Michailowitsch; Allshouse, Robert H. (ed.). Photographs for the Tsar: The Pioneering Color Photography of Sergei Mikhailovich Prokudin-Gorskii Commissioned by Tsar Nicholas II (инг.). — Doubleday, 1980. — ISBN 0-385-27158-1.
  • Coote, Jack H. Illustrated History of Colour Photography (инг.). — Fountain Press, 1993.
  • Гаранина С. Неизвестные диапозитивы (снимки С. Прокудина-Горского в Ясной Поляне) // Советское фото. — 1983. — № 2. — С. 40—41.
  • Гаранина С. Прокудин-Горский С. Выдающийся деятель фотографии (памяти С. М. Прокудина-Горского) // Фотография. — 1994. — № 4. — С. 29—31.
  • Гаранина С. Обзор источников творческого наследия С. М. Прокудина-Горского (1863—1944) // Проблемы культурного наследия в области инженерной деятельности: Сборник статей. Вып. 2. — Политехнический музей, 2001. — С. 141—171.
  • «Наследие С. М. Прокудина-Горского» [1]
  • Дореволюционная Россия в цветных фотографиях Сергея Прокудина-Горского [2]
  • Редчайшие цветные фотографии Прокудина-Горского [3]
  • Как выглядела великая Россия до революции [4] 2018 йыл 23 июль архивланған.
  1. Record #13445470 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. http://www.martinpatrick.net/blog/2014/5/10/colour-photographs-from-pre-revolutionary-russia
  3. http://www.armchairgeneral.com/forums/showthread.php?t=129670
  4. http://www.armchairgeneral.com/forums/showthread.php?p=2395147
  5. Архив изобразительного искусства — 2003.
  6. Гаранина С. П. Российская империя Прокудина-Горского. 1905—1916. — «Красивая страна», 2006. — С. 6.
  7. Фуникова Гора на карте
  8. БАШКИРСКАЯ ДЕРЕВНЯ ЭХЬЯ
  9. БАШҠОРТОМДОҢ АҪЫЛЫ ФӘРХИНАЗ(недоступная ссылка)
  10. 1910 йылдағы башҡорт ауылы төҫлө фотоларҙа(недоступная ссылка)
  11. Россия в цвете (док. фильм о Прокудине-Горском) 2014 йыл 29 август архивланған.
  12. Голландцы снимают кино по фотосюжетам Прокудина-Горского 2016 йыл 6 март архивланған. Журнал «Контрабанда», 9 сентября 2011 года)
  13. Леонид Парфенов об изгнании из рая, пророке Джобсе и кривом кафтане 2013 йыл 1 июнь архивланған.
  14. Леонид Парфенов: «В течение 100 лет мы живем уже в третьей стране»