Ғөбәев Сәлим Сәрүәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Губаев Салим Сарварович битенән йүнәлтелде)
Ғөбәев Сәлим Сәрүәр улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 4 июль 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Иҫәкәй, Бишбүләк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө сәйәсмән
Эш урыны Автонормаль заводы
Уҡыу йорто Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты

Ғөбәев Сәлим Сәрүәр улы (4 июль 1959 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, муниципаль хеҙмәткәр. 2002 йылдан «Керамика» асыҡ акционер йәмғиәтенең генераль директоры, 2019 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәлим Сәрүәр улы Ғөбәев 1959 йылдың 4 июлендә Башҡорт АССР-ының Бишбүләк районы Иҫәкәй ауылында тыуған. 1984 йылда Ленин орденлы Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) «инженер-механик, машиналар һәм металлдарҙы баҫым менән эшкәртеү технологияһы» һөнәре буйынса тамамлай.

1977—1978 йылдарҙа — Бәләбәй «Автонормаль» заводы автоматсыһы;

1978—1979 йылдарҙа — Өфө авиация институтының әҙерлек бүлеге тыңлаусыһы;

1979—1984 йылдарҙа — Өфө авиация институтының көндөҙгө бүлеге студенты;

1984—1986 йылдарҙа — Бәләбәй «Автонормаль» заводында автомат цехы мастеры;

1986—1988 йылдарҙа — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә;

1988—1993 йылдарҙа — Бәләбәй «Автонормаль» заводында автомат цехы начальнигы урынбаҫары;

1993—2002 йылдарҙа — «Автонормаль» акционер йәмғиәтенең кирбес заводы начальнигы, «Керамика» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы;

2002 йылдан — «Керамика» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

2019 йылдан — Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй район Советы рәйесе.
  • Муниципаль район Советы депутаты.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Администрация Белебеевского района РБ. Официальный сайт 2019 йыл 2 июль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 июль 2019)