Ғөбәев Сәлим Сәрүәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғөбәев Сәлим Сәрүәр улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 4 июль 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бишбүләк районы, Сухоречка ауыл Советы (Бишбүләк районы), Иҫәкәй
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты

Ғөбәев Сәлим Сәрүәр улы (4 июль 1959 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Керамика» асыҡ акционер йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы советы рәйесе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәлим Сәрүәр улы Ғөбәев 1959 йылдың 4 июлендә Башҡорт АССР-ының Бишбүләк районы Иҫәкәй ауылында тыуған. 1984 йылда Ленин орденлы Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) «инженер-механик, машиналар һәм металлдарҙы баҫым менән эшкәртеү технологияһы» һөнәре буйынса тамамлай.

1977—1978 йылдарҙа — Бәләбәй «Автонормаль» заводы автоматсыһы;

1978—1979 йылдарҙа — Өфө авиация институтының әҙерлек бүлеге тыңлаусыһы;

1979—1984 йылдарҙа — Өфө авиация институтының көндөҙгө бүлеге студенты;

1984—1986 йылдарҙа — Бәләбәй «Автонормаль» заводында автомат цехы мастеры;

1986—1988 йылдарҙа — Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән;

1988—1993 йылдарҙа — Бәләбәй «Автонормаль» заводында автомат цехы начальнигы урынбаҫары;

1993—2002 йылдарҙа — «Автонормаль» акционер йәмғиәтенең кирбес заводы начальнигы, «Керамика» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы;

2002 йылдан — «Керамика» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының муниципаль район Бәләбәй районы советы рәйесе.
  • Муниципаль район советы депутаты.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]