Гульченко Моисей Николаевич
Гульченко Моисей Николаевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 4 март 1941 (82 йәш) |
Һөнәр төрө | рәссам |
Гульченко Моисей Николаевич (4 март 1941 йыл) — биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1972—1995 йылдарҙа Башҡорт ижади-берекмә комбинаты рәссамы. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Моисей Николаевич Гульченко 1941 йылдың 4 мартында Украин ССР-ы Кировоград өлкәһенең Яңы-Украинка ауылында тыуған.
1965 йылда А. И. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия институтының художество-график факультетын тамамлай (1965).
1968 йылдан алып Өфөлә йәшәй. 1972—1995 йылдарҙа Башҡорт ижади-берекмә комбинатының рәссамы булып эшләй[1].
Биҙәү-ҡулланма һәм монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй: 1970—1980 йылдарҙа — ағас һырлау буйынса, 1980 йылдарҙан — художестволы керамика (панно, вазалар, һауыт-һабалар, бәләкәй формалы скульптуралар, бәләкәй һын яһау сәнғәте). Эш материалы — утҡа сыҙамлы балсыҡ (шамот), өҫкө япма өсөн фарфор ҡуллана.
Рәссамдың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, «Эстер» галереяһында (Екатеринбург), «Сәнғәт» галереяһында (Өфө), «Academia» сәнғәт галереяһында (Өфө) һаҡлана.
Эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Монументаль-декоратив паннолары: «Готика» (1993), «Ночь» (2004; шамот, фарфор, ялтыр һыр).
«Космос», «Храмы» (икеһе лә — 1993), «Скифское золото» (1995), «Охлебинино» (1996), «Лучник», «Невеста» (2000; шамот (утҡа сыҙамлы балсыҡ), ангоб (шыйыҡ балсыҡ)).
«Турист» ҡунаҡханаһында декоратив колонналар (1978), «Нефтсе» Мәҙәниәт йортонда панно (1985; ағас, һырлау), «Башсбербанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә иҙәнгә ҡуйыла торған вазалар (1993), Башҡорт драма театры фасадында картуш (1999; керамика) һ.б.
Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәссам 1972 йылдан төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Гульченко Моисей Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 2‑й респ. выст./ авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2002.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гульченко Моисей Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2021)
- http://www.shrb.ru/decorative/gulchenko.htm
- http://hallart.ru/ourartists/new-moses
- http://likirussia.ru/content/view/997/