Гусев кратеры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

{{Геокар|Параметр|0|d=p2234|[[Күләме]||км³|Стиль=4}}

Гусев кратеры
48°26′ с. ш. 40°32′ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Ростов өлкәһе
Гусев кратеры (Рәсәй)
Red pog.png
Гусев кратеры
Гусев кратеры (Ростов өлкәһе)
Red pog.png
Гусев кратеры

Гусев кратеры — Рәсәйҙең Ростов өлкәһендәге импактлы кратеры. Дон һыртында, Каменск-Шахтинский ҡалаһы янында, Северский Донец йылғаһы бассейнында урынлашҡан.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гусев кратеры Каменский кратерының сателлиты; ике кратер ҙа бер үк ваҡытта төп астероид һәм уның бәләкәй юлдашы ергә төшөү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Кратерҙың йәше, импактный быяланы даталауға нигеҙләү буйынса, 49 миллион йыл тәшкил итә (эоцен). Каменское ваҡиғаһы һай диңгеҙ бассейнында булған тип фаразлана[1].

Кратерҙың диаметры яҡынса 3 км булып, уның йәше, баһалау буйынса, 49.0 ± 0.2 миллион йыл тәшкил итә. Кратер ер өҫтөндә урынлашҡан.

Үҙенең структураһы буйынса Гусев кратеры ябай структуралы, ул шулай уҡ түңәрәк соҡорҙан ғибәрәт, үлсәме яҡынса 4,5 км х 2,5 км, тәрәнлеге 600 метр. Йыһандан төшөрөлгән фотола кратер һыҙатланмай. Соҡор күмер тоҡомдарында барлыҡҡа килгән һәм үҙәгендә ҡалынлығы яҡынса 360 м булған аллогенный брекчия менән тултырылған. Импактиттың (аллогенный брекчия) тәбиғәткә сыҡҡан ере әҙ, ул Северский Донец йылғаһы үҙәндәрендә һәм уның ҡушылдыҡ йылғалары янында, шулай уҡ Гусев тораҡ пунктының көнбайышында һәм төньяҡ-көнбайышында күҙәтелә.

Был тирәнең ҡатламдарын тикшереү ваҡытында структураһында глубокинская свитаның барлығы билдәләнә, свитаның кратер территорияһындағы һәм уның яҡын-тирәһендәге майҙаны 40х60 км тәшкил итә. Глубокинская свитаның ҡапланыу формаһы күбәләкте хәтерләтә: билатеральный күсәре көньяҡтан төньяҡҡа табан һуҙылған. Гусев кратеры өҫтөндәге Глубокинская свита ҡатламдарының ҡалынлығы 200—300 м тәшкил итә. Свита тоҡомдары мергель, ҡомло мергель, конус һымаҡ сәсрәгән кратерҙар мишендары тоҡомоноң киҫәктәренән ғибәрәт[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Список ударных кратеров России
  • Гусев (Каменский район)

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Описание кратера на сайте Лаборатории математических задач геофизики ИВМиМГ Сибирского отделения РАН (архивная копия от 21 февраля 2008 на бывшем сайте Сибирского центра глобальных катастроф при Отделении математических задач геофизики СО РАН)
  2. Бадюков Д. Д. (2005) Метеоритные кратеры на территории России.