Абсатарова Гүзәл Рәшит ҡыҙы
Абсатарова Гүзәл Рәшит ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 октябрь 1957[1] (67 йәш) |
Тыуған урыны |
Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Өфө, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | бейеүсе |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Әүҙемлек урыны | Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле |
Абсатарова Гүзәл Рәшит ҡыҙы (1 октябрь 1957 йыл) — бейеүсе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гүзәл Рәшит ҡыҙы Абсатарова 1957 йылдың 1 октябренда Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
1996 йылда Рәсәй театр сәнғәте Академияһын (педагогтары Е. П. Валукин һәм Л. М. Таланкина) тамамлай. 1973 йылдан — Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, ә 1991 йылдан — педагог-репетиторы. 2004 йылдан Көнсығыш экономик-гуманитар академияла[2], ә 2008 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта.
Бейеү партиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Азамат», «Арагон хотаһы», «Бөрйән ҡыҙҙары» («Бурзяночки»), «Дуҫлыҡ» («Дружба»), «Ете кыҙ», «Заһиҙә» (ҡара «Мөғлифә»), «Ҡумыҙ менән бейеү» («Танец с кубызом») һәм башҡалар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1989)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М.А.Таһирова, Тәржемәсе Г.Р.Ҡунафина. / Абсатарова Гүзәл Рәшит ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://lawsrf.ru/region/documents/863130/(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Академия тураһында 2013 йыл 3 декабрь архивланған.