Гәрәев Вячеслав Юрьевич
Гәрәев Вячеслав Юрьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 август 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы, филолог, мәктәп директоры |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Гәрәев Вячеслав Юрьевич (10 август 1957 йыл) — педагог, йәмәғәтсе. 1991 йылдан Нефтекама ҡалаһының 1-се лицей директоры. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Нефтекаманың бишенсе саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2016), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1994), Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2018).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вячеслав Юрьевич Гәрәев 1957 йылдың 10 авгусында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.
1978 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын «урта мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлай.
Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген йүнәлтмә буйынса шул уҡ йылда Краснокама районы Түбән Таҡыя һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай.
1979 йылдың авгусында ошо уҡ райондың Мүзәк урта мәктәбенең мәктәптән һәм кластан тыш эштәрҙе ойоштороусыһы итеп тәғәйенләнә.
1980 йылдың октябренән Краснокама район мәғариф бүлегенең хеҙмәткә өйрәтеү буйынса инспекторы.
1981 йылдың авгусынан Арлан, 1982 йылдың авгусынан — Краснокама районы үҙәге Николо-Берёзовка урта мәктәбе директоры. 1989—1990 йылдарҙа ошо мәктәптең тарих уҡытыусыһы.
1990 йылдың 26 ноябренән 1991 йылдың 10 июненәсә Нефтекама үҙбушатҡыстар заводының 2-се категориялы инженеры.
1991 йылдың 11 июнендә Нефтекама ҡалаһында яңы асылған 1-се лицейға директор итеп тәғәйенләнә һәм бөгөнгө көнгәсә шул вазифала эшләй[1].
Педагогик хеҙмәттәге юғары күрһәткестәре өсөн 1994 йылда «Башҡортостандың мәғариф отличнигы» билдәһенә, 2001 йылда «Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре», 2016 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. 2018 йылдан Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[3] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 август 2022).
- Нефтекама ҡалаһының бишенсе саҡырылыш ҡала Советы депутаты.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2016)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001)
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994)
- Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2018)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Муниципальное общеобразовательное учреждение Лицей № 1 2022 йыл 16 август архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 август 2022)
- ↑ Почетные граждане города Нефтекамска. Гареев Вячеслав Юрьевич. Официальный сайт Совета городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 август 2022)
- ↑ Депутаты Государственного Собрания - Курултая - Республики Башкортостан 4 созыва: Гареев Вячеслав Юрьевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Почетные граждане города Нефтекамска. Гареев Вячеслав Юрьевич. Официальный сайт Совета городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 август 2022)