Эстәлеккә күсергә

Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы Шәрипова битенән йүнәлтелде)
Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

28 апрель 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Кинйәкәй ауылы

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1989

Театр:

Салауат башҡорт дәүләт драма театры

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы (28 апрель 1958 йыл) — башҡорт театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).

Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы Шәрипова[1] 1958 йылдың 28 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Кинйәкәй ауылында тыуған.

1986 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында мәҙәниәт техникумын тамамлай[2]. 1989 йылдан башлап Салауат башҡорт дәүләт драма театры труппаһында эшләй. Артистың бөтә ижади тормошо Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән бәйле. Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы — лирик жанрҙағы йырлаусы, халыҡсан сағыу калоритлы, ярылып ятҡан мелодраматик темпераментлы артист.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Шәүрә — «Шәүрәкәй» (М. Буранғолов)
  • Рәйсә — «Ҡояш булып ҡалығыҙ» (А. Папаян)
  • Зөмәрә — «Мөхәббәт хаҡына» (Р. Байбулатов)
  • Көнһылыу — « Таштуғай» (Ф. Буләков)
  • Ғәлиәбаныу — «Ғәлиәбаныу» (М. Фәйзи)
  • Сәрүәр — «Башмағым» (Х. Ибраһимов)
  • Абби — «Ҡарама төбөндә мөхәббәт» (Ю. О. Нил)
  • Нәсимә — «Игеҙәктәр» (А. Атнабаев)[3]
  • Суфия — «Ҡатындар болаһы» (М. Багаев)
  • Роза — «Бәйләнсек» (Ф. Бүләков)
  • Сәжидә — «Хушлашыу» (Т. Миңнуллин)
  • Рода — «Артабан — тынлыҡ» (В. Дельмар)
  • Зөлхизә — «Упҡын янында» (Н. Ғәитбаев)
  • Лилиә — «Мәҙәк хәлдәр» (Р. Фатыхов, И. Ихсанов)
  • Райля — "Яран — хушлашыу сәскәһе " (Ф. Бүләков)
  • Алтынай — «Мин — ҡатын-ҡыҙ» (З. Атнабаева)
  • Монолог — «Һуғыш ҡатын-ҡыҙ сырайлы түгел» (С. Алексеевич)
  • Зөләйха — «Өмөтөмдө өҙмә» (Х. Ирғәлин)
  • Мария — «Салауат» (М. Кәрим)
  • Хәҙисә — «Үлтереп китәм» (Н. Ғәитбаев)
  • Зарифа — «Үтте минең аҡ йәйем» (Л. Станкова)
  • Люциә — «Парижда апрель» (Л. Станкова)
  • Суфия — «Ҡатындар болаһы» (М. Багаев, 2004)
  • Айһылыу — «Зәйтүнгөл» (Н. Асанбаев, 2005)
  • Сурия — «Хәл былай булды» (Т. Миңнуллин, 2006)
  • Сәжидә — «Он, Она и Я» (З. Хәким, 2007)
  • Ҡар королеваһы — «Мультляндия планетаһына сәйәхәт» (Я. Шәрипов, 2007)
  • Сәғиҙә — «Ул ҡайтты» (Ә. Атнабаев, 2009)
  • Әсә — «Әсәкәйем» (С. Белов, 2009)
  • Зарифа — «Бес в ребро» (М. Багаев, 2010)
  • Хариза — «Сейәле тау» (Н. Асанбаев, 2011)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1999 йыл), халыҡ артисы (2008 йыл).
  • 1993 йылда Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы Илһам Шәкиров исемендәге «Татар йыры — 1993» конкурсында лауреат һәм 1 премия эйәһе булды.
  • 1995 йылда «Дуҫлыҡ йыры» фестивалендә (Нефтекама ҡалаһы) Гөлсәсәк Шәрипова беренсе урынды яулай.