Г. В. Плеханов һәйкәле (Санкт-Петербург)
Г. В. Плеханов һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург һәм Московский проспект[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Архитектор | Яков Германович Гевирц[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Г. В. Плеханов һәйкәле (Санкт-Петербург) Викимилектә |
Г. В. Плеханов һәйкәле — Санкт-Петербург ҡалаһындағы скульптура монументы, 1925 йылда Мәскәү проспектындағы Ленинград технологияһы институты фасадында ҡуйылған. Сульптуралы монумент скульпторҙар И. Я Гинцбург, М. Я Харламов һәм архитектор Я. Г. Гевирец[1] проекты буйынса әҙерләнгән. Һәйкәл Рәсәй һәм халыҡ-ара социал-демократия хәрәкәте эшмәкәре, философ Г. В. Плехановҡа арналған. Был Санкт-Петербургта Совет власы йылдарында иң беренсе ҡуйылған һәйкәлдәрҙең береһе. Ул федераль әһәмиәттәге монументаль сәнғәт ҡомартҡылары статусына эйә[2].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет власы урынлаштырылғандан һуң тиҙ арала скульптор И. Я. Гинцбург Г. В. Плехановтың бюсын эшләй башлаған[1]. Монумент өҫтөндә эшләгәндә скульптор 1903—1904 йылдарҙа Швейцарияла Плеханов менән шәхси аралашыуын нигеҙ итеп алған[3]. Был бюсты Ҡазан соборы алдында ҡуйыу планлаштырыла Нәҡ унда 1876 йылдың 6 декабрендә сәйәси Ҡазан демонстрацияһы ойошторола, был демонстрацияла сығыш яһаған Г, В. Плеханов Тау институты студенты булған була. Скульптор бюст өҫтөндә эшләгәндә уның материалы менән ауырлыҡтар килеп тыуа. Был хаҡта белеп ҡалғас, В. И. Ленин Петроград Советына мөрәжәғәт итә: «Миңә хәбәр итеүҙәренсә … Плеханов бюсын яһаусы скульптор Гинцбург бюст яһау өсөн кәрәк булған материалдарға, балсыҡ һ б мохтаж… Ошо хәлде тикшереп, уға ярҙам итергә тигән фарманды биреп булмаҫ микән?». Ленин ярҙамы менән проекттың тәүге варианты үҙгәртелә, бюст урынына ике фигуралы композиция эшләнелә: унда Плеханов һәм эшсе һүрәтләнә[4]. 1924 йылдың май айында ваҡытлыса гипс һәйкәл Ҡазан соборы янында ҡуйыла. Киләһе йылда был һәйкәл бронзанан ҡойола: Плехановтың скульптураһы «Ҡыҙыл выборжец», ә эшсе скульптураһы — Сәнғәт академияһы оҫтаханаһында яһала. Һәйкәл Технология институты бинаһы алдындағы майҙанға ҡуйыла, уны тантаналы асыу 3 май 1925 йылдың 3 майында уҙғарыла.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйкәл урыҫ реалистик сәнғәте традицияларында эшләнгән. Ул ике фигуралы композициянан тора. Постаментта, трибунаға таянып, Плеханов тора, ул эшселәргә телмәр менән мөрәжәғәт итә. Трибуна итәгендә — эшсе скульптураһы, уны М. Я. Харламов башҡарған. Эшсе уң ҡулы менән өҫтөндә ҙур сүкеш ятҡан постаментҡа таянып тора, ә һул ҡулында — байраҡ[3].
Һәйкәлдә фигураларҙың күләм нисбәте боҙолған: Плехановтың һыны эшсе һынынан күпкә бейегерәк. Был факт һәйкәлдән алынған художество тәьҫораттарҙы кәметә[3][1].
Постамент ҡыҙыл шымартылған гранит таштан эшләнгән. Һәйкәлдең алғы яғына бронзанан яһалған хәрефтәр ҡуйылған яҙма, унда : «Г. В. ПЛЕХАНОВ 1856—1918»[3] тип яҙылған.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Алексей Ерофеев Путеводитель по улицам и истории Петербурга. АСТ, 2015.
- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Скульптура и скульпторы Санкт-Петербурга, 1703—2007. — С. 235
- ↑ Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятники революционерам и государственным деятелям // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.