Эстәлеккә күсергә

Даукаев Марат Фуат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марат Фуат улы Даукаев
Файл:LogoDaukaevSchool.gif
Тыуған ваҡыты:

12 сентябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (72 йәш)

Тыуған урыны:

РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

балет артисы, балетмейстер, АҠШ-тың Лос-Анджелес ҡалаһындағы Марата Даукаев балет мәктәбе директоры

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй ФедерацияһыАмерика Ҡушма Штаттары АҠШ

Әүҙем йылдары:

1973-2016

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, П. И. Чайковский исемендәге Пермь опера һәм балет театры, Мария театры

Наградалары:

РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, М. И. Глинка исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы (1977)

Даукаев Марат Фуат улы (12 сентябрь 1952 йыл) — балет артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1983). Халыҡ‑ара балет артистары конкурсы (1972) һәм РСФСР‑ҙың М. И. Глинка исемендәге дәүләт премияһы (1977) лауреаты.

Марат Фуат улы Даукаев 1952 йылдың 12 сентябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1964—1969 йылдарҙа А. Я. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһында, ата-әсәһенең сирләүе арҡаһында, өҙөкләктәр менән уҡый.

1973 йылда Пермь хореография училищеһын (Ю. И. Плата класы)[1] тамамлай. Уҡыған ваҡытында уны В. И. Ленин исемендәге стипендияға тәҡдим итәләр.

Училищены тамамлағас, Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында (БГТОиБ) солист була, 1974 йылдан — Пермь опера һәм балет театры, 1977 йылдан 1996 йылға тиклем — Мария (Мариинский) театры (С.-Петербург)[2] солисы.

1977 йылда Ольга Ченчикова менән Марат Даукаев ғаиләһе С. М. Киров исемендәге Ленинград академик опера һәм балет театры хореографы Олег Виноградовтың саҡырыуы буйынса, эшкә килә.

Марат Даукаев Ҙур театрҙың прима-балеринаһы Надежда Павлова менән күп партиялар башҡара, уға дан килтергән, Мәскәүҙә үткән II халыҡ-ара к балет артистары конкурсында[3] уның партнеры була.

Марат Даукаев сәхнәнән шым ғына китә. Ольга Ченчикова менән айырылышҡандан һуң, уның менән бейеүен дауам итә, сөнки Ольгаға партнер табыуы ауыр була. Айырылғандан аҙаҡ, мәктәпкәсә йәштәге улдары йөрәктәге физик кәмселеге сәбәпле вафат була. Артист карьераһы таммаланғандан һуң Даукаев Мария театрында педагог-репетитор булып эшләй (1996—1997).

1975 йылда Пермь телевидениеһы студияһында «Балетҡа аяҡ баҫыу» телефильмында төшә һәм унда Н. Павлова менән «Спящая красавица» балетынан адажио башҡара. Шулай уҡ «Анюта» (1982 йыл, Ленфильм) телебалетында Студент партияһы менән төшә, «Золушка» (1985) балетын телеэкранлаштырыуҙа ҡатнаша.

1995 йылда артист Лос-Анджелесҡа уҡытырға саҡырыла, унда буласаҡ ҡатыны Памела менән таныша.

1997 йылдан Даукаев АҠШ-та йәшәй, Лос-Анджелес[4] ҡалаһындағы шәхси балет мәктәбендә педагог булып эшләй. Унда ул «Тимәк һин бейей беләһең?»[5] сериалында төшә.

1999 йылда Колорадоның Денвер ҡалаһында Бейеү үҙәгенең Колорадо балеты балетмейстеры итеп тәғәйенләнә[6].

2007 йылдан 2009 йылғаса Вашингтонда Киров балет академияһының художество етәксеһе вазифаһын башҡара, ә 2010 йылдан тулыһынса үҙенең Лос-Анджелестағы балет мәктәбендә генә эшләй.

Дауҡаев Марат Фуат улы лирик-драматик амплуа бейеүсеһе, театр сәхнәләрендә башҡарған партиялары:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында: Үҫмер («Шопениана»; дебют, 1973), Альберт («Жизель», А. Адан), Дезире («Спящая красавица»), Зигфрид («Аҡҡош күле»), Принц («Щелкунчик» П. И. Чайковский), Базиль («Дон Кихот», Л. Ф. Минкус) һ. б.

П. И. Чайковский исемендәге Пермь опера һәм балет театрында: Флориндо («Ике хужаның ялсыһы»), Ромео («Ромео һәм Джульетта»); Принц («Щелкунчик»), Хозе («Кармен-сюита»), Франц ("Коппелия), Дезире («Спящая красавица») һ. б.

Мария театры (С. М. Киров исемендәге Ленинград академик опера һәм балет театры): Альберт («Жизель»), Базиль («Дон Кихот»), Вацлав («Баҡсаһарай фонтаны»), Фәрхәт («Мөхәббәт тураһында ҡисса»), Дезире («Спящая красавица»), Евгений («Медный всадник»), Солор («Баядерка»), Жан де Бриен («Раймонда»), Джеймс («Сильфида»), Зигфрид («Аҡҡош күле»), Солист («Пахита»), Ленкедем («Корсар»), Солист («Венецианский карнавал»), Үҫмер («Шопениана»), Принц («Золушка»), Пушкин («Пушкин»), Клод («Собор Париж Богоматери», Гармодий («Спартак») һ. б.

АҠШ балет мәктәбе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марат Даукаевтың балет мәктәбе (Marat Daukayev School of Ballet) 2001 йылда Лос-Анджелеста асыла. Унда йәштәрҙе Рәсәй бейеүсеһе Агриппина Ваганова (1879—1951) ысулы менән бейергә өйрәтәләр.

Был ысул үҙенә романтизм дәүеренең традицион француз стиле менән көслә һәм виртуоз итальян техникаһын берләштерә. Студенттар белем менән бер рәттән үҙ-үҙенә ышаныс һәм сәнғәткә һөйөү апа. Был сифаттар уларға ғүмер буйына файҙа ғына килтерәсәк. Хәҙерге ваҡытта мәктәптә 2000-дән ашыу студент уҡый. Балаларҙы 3 йәштән алалар, уҡыу ваҡыты — һигеҙ йыл. 3-4 йәштә ике енес балалары бергә белем ала, 5 йәштән — айырым. Уҡыу түләүле — 25 сәғәтенә доллар. Уҡыуға өлкәндәрҙе лә ҡабул итәләр. Һәр синыфта 15-әр студент, ата-әсәләргә дәрес барышын тәҙрә аша йәки ишектәге ярыҡтан ғына ҡарарға рөхсәт ителә.

Мәктәпте тамамлаусылар белем алыуын Лондондағы Король балеты мәктәбендә һәм Һур театрҙың балет академияһында[7], Швед балет мәктәбендә, Сан-Франциско хореография училищеһында, Питсбург балет мәктәбендә һ. б. дауам итә.

Мәктәптә Марат Даукаевтың балет театры эшләй. Унда мәктәп студенттары сығыш яһай[8]. Йыл һайын раштыуа байрамында театр Щелкунчик классик балетын ҡуя.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1983)
  • Халыҡ-ара балет артистары конкурсы лауреаты (2-се премия) (Варна ҡалаһы, Болгария, 1972).
  • М. И. Глинка исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы (1977).
  • 2000 йылда М. Даукаевҡа «Бейеүсе» номинацияһында «XX быуат Пермь балетының бөйөк эшмәкәре» исеме бирелә.
  • 2016 йылда Америка Йәштәре Гран-прийы (Youth America Grand Prix) Халыҡ-ара студенттар бейеү конкурсы АҠШ-та Даукаевҡа «Бөйөк педагог» исемен бирә.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
  • Даукаев М. Ф. Здесь наша школа (совместно с О. Ченчиковой) // Звезда. 1983. 21 апр.
  • Русский балет. Энциклопедия. БРЭ, «Согласие», 1997.