Дацин
Дацин | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1959 |
---|---|
Рәсми атамаһы | 大庆市 һәм 安达市 |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Хэйлунцзян[d] |
Закондар сығарыу органы | Q106811111?[1] |
Халыҡ һаны | 2 781 562 кеше (2020)[2] |
Административ рәүештә бүленә | Сарту[d], Лунфэн[d], Жанхулу[d], Хунган[d], Датун (Дацин)[d], Чжаочжоу[d], Чжаоюань[d], Линьдянь[d] һәм Дурбэд-Монгольский автономный уезд[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 149 ± 0 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+8:00[d] |
Туғандаш ҡала | Калгари[3], Луганск[3][4], Красноярск, Төмән[3][5], Чхунджу[d][3], Чартерс-Тауэрс[d][3], Катре-Борне[d][3][6] һәм Буффало-Сити[d][3] |
Майҙаны | 21 204,82 км² |
Почта индексы | 163000 |
![]() | |
Урындағы телефон коды | 0459 |
Номер тамғаһы коды | 黑E |
![]() |
Дацин (ҡыт.ябай. 大庆, пиньинь: Dàqìng) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының Хэйлунцзян провинцияһында ҡала округы. Исеме Дацин һүҙмә-һүҙ «бөйөк байрам» тип тәржемәләнә[7]
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Быуаттар дауамында хәҙерге ҡала окургы биләмәһендә даими ултыраҡ булмаған, тәүге күскенселәр тик XX быуат башында Ҡытай-Көнсығыш тимер юлы станцияһы төҙөлгәс кенә барлыҡҡа килгән. 1913 йылда Аньда (安达县) өйәҙенә нигеҙ һалына
1959 йылдан Дацин газ ятҡылыҡтары эшкәртелә башлай, һәм 1960 йылда Аньда өйәҙе бөтөрөлә, ә уның урынына Аньда ҡала округы ойошторола, ул илдең мөһим нефть химияһы базаһы була. Дацин барлыҡҡа килеү ваҡытынан алып илдең бөтә эшселәре өсөн өлгө булып һанала, Мәҙәни инҡилап йылдарында бөтә Ҡытай буйынса «Индустрияла Дациндан өйрәнергә!» тигән лозунгтар яңғырай.
1964 йылда Аньда ҡала округы бөтөрөлә, ә уның урынына Айырым Аньда районы (安达特区) төҙөлә. 1965 йылда Айырым Аньда районының көнсығыш өлөшө яңынан Аньда өйәҙе була, ә ҡалған өлөшөндә Аньда ҡалаһы ойошторола, ул туранан-тура провинцияның хөкүмәтенә буйһона (ҡаланың үҙендә уны йыш ҡына рәсми булмаған рәүештә «Аньда» тип түгел, ә «Дацин» тип атайҙар). 1979 йылдың декабрендә Аньда ҡалаһы Дацин тип үҙгәртелә.
1992 йылда Аньда ҡала округы составына Цицикар ҡала округы составынан Линьдянь һәм Дурбэд-Монгольский автономиялы өйәҙҙәре, шулай уҡ Суйхуа округынан Чжаочжоу һәм Чжаоюань өйәҙҙәре тапшырыла.
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡаланың көнсығыш районы — сәнәғәт районы, бында Дацин нефть эшкәртеү химия заводы, Лунфун электр станцияһы, ашламалар етештереү буйынса Дацин заводы һәм этилен етештереү буйынса химия комбинаты урынлашҡан. Төньяҡ-көнсығышта ике һыуһаҡлағыс һәм мәҙәни район урынлашҡан. Дациндың көнбайышында юғары уҡыу йорттары эшләй. Көньяҡ-көнбайыш районда «Линьюань» нефть эшкәртеү комбинаты, «Синьхуа» энергия менән тәьмин итеү предприятиеһы һәм нефть продукцияларын һатыу буйынса төп станция эшләй[8].
Ҡаланың коммерция авиаташыуҙарын Саэрту аэропорты хеҙмәтләндерә.
Административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Административ-территориаль планда Дацин ҡала округы 5 ҡала районына, 3 өйәҙгә, 1 автономиялы өйәҙгә бүленә.
Халыҡтың милли составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы Дацин ҡалаһы округы биләмәһендә киләһе милләт вәкилдәре йәшәй:
Милләте | Һаны | Өлөшө |
---|---|---|
Ҡытайҙар | 2.474.304 | 95,98 % |
Монголдар | 63.025 | 2,44 % |
Манжурҙар | 25.588 | 0,99 % |
Корейҙар | 6.156 | 0,24 % |
Хуэй | 5.157 | 0,2 % |
Даур | 1.008 | 0,04 % |
Сибо | 659 | 0,03 % |
Мяо | 470 | 0,02 % |
Туцзя | 440 | 0,02 % |
Чжуан | 178 | 0,01 % |
Башҡалар | 1.066 | 0,04 % |
Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дацин аша Биньчжоу тимер юлы үтә. Торба үткәргес транспорты Сковородино-Дацин торба үткәргесенән ғибәрәт, ул 2011 йылда эшен башлай.[9]
Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Карамай (СУАР, ҠХР)
Дунъин (Шаньдун, ҠХР)
Калгари, Канада — (1985)
Чхунджу, Көньяҡ Корея
Төмән, Рәсәй — (1992)
Красноярск, Рәсәй (2002)[10]
Луганск, Украина
Ист-Лондон (ЮАР)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ (unspecified title) — 2021.
- ↑ Седьмая национальная перепись населения КНР
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 http://hlj.sina.com.cn/news/b/2018-06-20/detail-ihefphqk1691433.shtml
- ↑ http://english.w3.lg.ua/about-the-city/partner-cities/38-twin
- ↑ https://vsluh.ru/novosti/obshchestvo/druzhit-gorodami-kak-tyumen-podderzhivaet-svyaz-s-pobratimami_326953/
- ↑ https://www.lemauricien.com/actualites/societe/quatre-bornes-reunion-du-conseil-les-jumelages-remis-en-question/38717/
- ↑
- ↑ Дацин Ҡалаһы. 2006-05-26 2012 йылдың 10 август көнөндә архивланған. // partnery.cn
- ↑ Нефть үткәргестәр «Сковородино — Дацин» 2011 йылда тотороҡло эшләне. 2012-01-03 // Ҡытай халыҡ-ара радио
- ↑ Сит ил менән бәйләнеш ҡаланың тышҡы бәйләнештәр — Красноярск ҡалаһы хакимиәте рәсми сайты (рус.) (инг.) (нем.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дацин — информация о территории, населении и истории изменений административно-территориального деления на сайте 行政区划网 (кит.)
- Дацин — город нефтяников. 30-07-2008 // Китайский Информационный интернет-центр.