Эстәлеккә күсергә

Гуцко Денис Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Денис Николаевич Гуцко битенән йүнәлтелде)
Гуцко Денис Николаевич
Тыуған көнө:

1969 йыл

Тыуған урыны:

Тбилиси

Вафат булған урыны:

<!— -->

Гражданлығы:

Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Денис Николаевич Гуцко (1969 йылда Тбилисиҙа тыуған) — Рәсәй яҙыусыһы, Рәсәй йәш яҙыусылар форумында ҡатнашыусы «Букер — Открытая Россия» премияһы лауреаты (2005), Халыҡ-ара «Куликово Поле» асыҡ әҙәбиәт премияһының «Публицистика» (2014)[1] номинацияһы лауреаты.

Тбилисиҙа урта мәктәпте тамамлаған. 1987 йылда Дондағы Ростовҡа күсеп килә. Ростов дәүләт университетының геолог-география факультетын «Экология һәм ғәмәли геохимия» һөнәре буйынса тамамлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Хәҙерге ваҡытта Дондағы Ростовта йәшәй.

2000 йылда «Литературная газета»һының «ЛГ — Көньяҡ Рәсәй» ҡушымтаһында уның «Прирученный лев» хикәйәһе баҫылып сыға. 2002 йылда «Знамя» журналында «Апсны абукет»[2] хикәйәһе баҫыла. «Дружба народов» һәм «Волга» журналдары авторы.

Рәсәй йәш яҙыусылар форумында ҡатнашыусы (Мәскәү-Липки, 2001, 2002, 2003). Икенсе Форум һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығының стипендиаты. «Букер премияһы (Рәсәй)» лауреаты (2005(«Без пути-следа»)романы өсөн}. Шул уҡ йылда «Без пути-следа» романы, «Там, при реках Вавилона» повесы менән берләштереп, «Русскоговорящий» дилогияһы итеп нәшер ителә.

Денис Гуцко китаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Денис Гуцко. Русскоговорящий. — М.: Вагриус, 2005. — 352 с. — ISBN 5-98264-009-3, 5-9697-0249-8.
  • Денис Гуцко. Русскоговорящий. — М.: Вагриус, 2006. — 352 с. — ISBN 978-5-9697-0445-9, 5-9697-0249-8.
  • Денис Гуцко. Покемонов день. — М.: Время, 2007. — 320 с. — ISBN 978-5-9691-0250-7.
  • Денис Гуцко. Домик в Армагеддоне. Роман. — М.: АСТ, Астрель, 2009. — 224 с. — ISBN 978-5-17-057405-6, 978-5-271-22754-7.
  • Денис Гуцко. Русскоговорящий. — СПб: Златоуст, 2012. — 160 с. — ISBN 978-5-86547-627-6.

Ҡалып:Ru-writer-stub

Ҡалып:Русский Букер