Эстәлеккә күсергә

Де Голль һәйкәле (Мәскәү)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Де Голль һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 9 май 2005
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Жанр паблик-арт[d]
В память о Шарль де Голль
Һүрәтләнгән объект Шарль де Голль
Карта
 Де Голль һәйкәле Викимилектә

Генерал Шарль де Голль һәйкәле Мәскәүҙә, ҡаланың Алексеев районындағы Мәскәү майҙанында «Йыһан» ҡунаҡханаһы менән йәнәш урынлашҡан.

2002 йылда Мәскәү ҡала төҙөлөшө советының ултырышында һәйкәл төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә[1]

Һәйкәл архитектор А.В. Кузьмин һәм скульптор Зураб Церетели тарафынан төҙөлә. Де Голль тулы хәрби кейемдә һүрәтләнә. Скульптура композицияһы үҙенең ҙурлығы менән таң ҡалдыра: граниттан эшләнгән постаменты ғына 10 метр бейеклектә, ә де Голлдең бронзанан һыны — 8 метр тәшкил итә. Постаментта рус һәм француз телендә былай тип яҙылған:

ГЕНЕРАЛ ШАРЛЬ ДЕ ГОЛЛЬ. ФРАНЦУЗ РЕСПУБЛИКАҺЫ ПРЕЗИДЕНТЫ

Церетели һүҙҙәре буйынса, һәйкәлдең ҙур күләме «Йыһан» ҡунаҡханаһының мөһабәт күләме менән ярашып торорға тейеш[2]

2005 йылдың 9 майында Шарль де Голлдең һәйкәлен Рәсәй президенты В.В. Путин һәм Франция президенты Жак Ширак тантаналы аса. Тантанала шулай уҡ Икенсе донъя һуғышында ҡатнашыусы француз ветерандары була.

Һәйкәл тураһында фекерҙәр төрлөсә. Атап әйткәндә, француз Le Figarо гәзите Церетели эшләгән скульптура тураһында бик киҫкен фекерҙә[3].

  1. В Москве будет памятник де Голлю. Естественно, работы Церетели. GlobalRus.ru (23 сентябрь 2002). Дата обращения: 5 июль 2013. Архивировано 11 июль 2013 года.
  2. 2
  3. Как де Голль стал 'страшилой' ("Le Figaro", Франция). inoСМИ.Ru (14 май 2009). Дата обращения: 5 июль 2013. Архивировано 11 июль 2013 года.