Эстәлеккә күсергә

Джин Келли

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джин Келли
Gene Kelly
1950-се йылдағы студия фотоһы
1950-се йылдағы студия фотоһы
Исеме

Юджин Карран Келли

Тыуған көнө

23 август 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны

Питтсбург, АҠШ

Вафат көнө

2 февраль 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (83 йәш)

Вафат урыны

Беверли-Хиллз, АҠШ

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

бейеүсе, актёр

Карьераһы

1938—1994

IMDb

ID 0000037

 Джин Келли Викимилектә

Джин Келли (ингл. Gene Kelly, Eugene Curran Kelly; 23 август 1912 — 2 февраль 1996) — Америка актёры, хореограф, режиссёр, йырсы һәм продюсер. 19401950-се йылдарҙа, донъя кинематографының алтын фондына ингән тиҫтәләгән һоҡланғыс фильмдарҙа уйнаһа ла, тәү сиратта ул ҙур билдәлелек яулаған «Ямғыр аҫтында йырлаусылар» (рус. «Поющие под дождём») мюзиклындағы роле менән таныла.

Джин Келли бала саҡтан бейеү менән мауыға. Һуңғараҡ ташсы, официант һәм бейеү өйрәтеүсе була. Бродвейҙа тәүге уңыш Келлиға «Pal Joey» мюзиклында йылмая. Дэвид О. Селзник ярҙамында Келли Голливудҡа тиклем барып етә. Джин Келлиға тәүге киноролде "MGM"да билдәле режиссёр-хореограф Басби Берклиның «Миңә һәм мин яратҡан ҡыҙға» (рус. «Для меня и моей девушки») фильмында тәҡдим итәләр. Был фильмда Джуди Гарленд да ҡатнаша.

1941—1957 йылдарҙа Джин актриса Бетси Блэрға өйләнеп йәшәй. 1949 йылдан 1957 йылға ҡәҙәре иҫ китмәле тауышлы йырсы һәм бейеүсе һәләтенә эйә булған, шулай уҡ һәләтле режиссёр һәм хореограф булып та танылған актёр режиссёрҙар Стенли Донен и Винсент Миннелли менән хеҙмәттәшлектә иң гүзәл америка музыкаль фильмдарын тыуҙыралар. Улар араһында Джордж Гершвин музыкаһына «Америкалы Парижда» (рус. «Американец в Париже») (1951), Донен менән бергә режиссёр булған «Ямғыр аҫтында йырлаусылар» (1952), шулай уҡ Фредерик Лоу музыкаһына «Бригадун» (1954) фильмдары бар.

Хореограф сүрәтендә Джин Келли кинола үҙен тәү тапҡыр «Тысячи аплодисментов» (1943) фильмында эшләгәндә аса. Ул шулай уҡ «Америкалы Парижда» (16 минутлыҡ уникаль бейеүҙе ҡуйып һәм башҡарып) һәм «Ямғыр аҫтында йырлаусылар» фильмдарында данға ирешә.

Джуди Гарленд һәм Фред Астер менән бергә Джин Келли ХХ б. илленсе йылдар музыкаль кинематографында айырым бер күренеш булалар.

1957 йылдан һуң Келли башлыса режиссёрлыҡ эшенә туҡтала. Төп ролдә Барбра Стрейзанд уйнаған «Хелло, Долли!» фильмы Келлиның иң данлыҡлы режиссёр уңышы һанала.

Джин Келли мюзиклдарҙа ғына уйнамай. Мәҫәлән, Стэнли Крамерҙың «Дауыл урырһың» (рус. «Пожнёшь бурю») фильмында репортер роле иҫтәлекле.

Актёр эштәре
Режиссер эштәре
  • 1949— «Увольнение в город»
  • 1952 — «Поющие под дождем»
  • 1967 — «Руководство для женатого мужчины»
  • 1969 — «Хелло, Долли!»