Эстәлеккә күсергә

Джуди Гарленд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джуди Гарленд
Judy Garland
1940 йылдарҙағы студия фотографияһы
1940 йылдарҙағы студия фотографияһы
Исеме

Фрэнсис Этель Гамм

Тыуған көнө

10 июнь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Гранд-Рапидс, Миннесота, АҠШ

Вафат көнө

22 июнь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (47 йәш)

Вафат урыны

Челси, Лондон, Англия, Бөйөк Британия

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

актриса, йырсы

Карьераһы

1924—1969

IMDb

ID 0000023

judygarland.com

 Джуди Гарленд Викимилектә

Джуди Гарленд (ингл. Judy Garland, ҡыҙ фамилияһы Фрэнсис Этель Гамм (ингл. Frances Ethel Gumm), 10 июнь 1922 йыл — 22 июнь 1969 йыл) — Америка актёры һәм йырсыһы, «Алтын глобус», «Грэмми», «Тони» премиялары һәм киноакадемияның Йәштәр наградаһы лауреаты, ике мәртәбә «Оскар» премияһы номинацияһына лайыҡ була. Актёрҙар Лайза Миннелли һәм Лорна Лафтың әсәһе. 1999 йылда Джуди Гарленд Америка киносәнғәт институты тарафынан Американың бөйөк кино йондоҙҙары исемлегенә индерелгән.

Фрэнсис Этель Гамм берәҙәк артистар ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан уҡ сығыш яһай башлай. Өлкән апалары Мэри Джейн Гамм (1915—1964) һәм Дороти Вирджинияға (1917—1977) эйәреп, ике йәш ярым сағында атаһының кинотеатры сәхнәһендә Раштыуа спектаклендә хор менән «Jingle Bells» йырын башҡара. Был уның дебюты була.

«Оз иленең тылсымсыһы» фильмында

1934 йылда быға тиклем күп йылдар дауамында «Сёстры Гамм» водевиль шоу менән гастролдәрҙә йөрөгән апалары Чикагоның "Көнсығыш театры"нда Джордж Джессел менән сығыш яһайҙар. Нәҡ Фрэнсис төркөмгә икенсе исем һайларға төҡдим итә, сөнки «Гамм» исемен тамашасылар көлөү менән ҡаршы алған. «Гарленд апалы-һеңлелеләр» («Сёстры Гарленд») исеме һайлана, Хоаги Кармайклдың популяр йыры менән мауыҡҡан Фрэнсис тиҙ арала үҙ исемен Джудиға алыштыра. Амбициозлы әсәләре ныҡышмалы рәүештә балаларын кино сәнғәте өлкәһенә этәрә. 1935 йылда ҡыҙҙарын «MGM» студияһында ҡарауҙарына өлгәшә. Гарлендтар кейенеп — яһанырға ла өлгөрмәгән булған, әммә Джудиның тәбиғилеге студия башлығы Луис Майерҙы үҙенә йәлеп итә. Киностудия 13 йәшлек ҡыҙ менән бер ниндәй һынауһыҙ оҙайлы контракт төҙөй. Компания тарихында был берҙән — бер осраҡ була.

17 йәшендә Джуди «Волшебник страны Оз» исемле музыкаль фильмдағы эше өсөн махсус «үҫмер» Оскарын ала.

1937 йылдағы «Чистокровки не плачут» фильмында Джудиның партнеры киноға тәүге тапҡыр төшөүсе йәш актёр Микки Руни була. Гарленд-Руни дуэты тамашасылар араһында шул тиклем билдәле булып китә, хатта «MGM» студияһы ошо пар менән туғыҙ фильм төшөрә. Барлығы Гарленд студияның 27 фильмында төшкән.

Уның «MGM»-ҙа аҙаҡҡы актерлыҡ эше "Йәйге гастролдәр "(«Летние гастроли») музыкаль фильмы була. Киноға төшкән саҡта ул һаулыҡ яғынан бик етди проблемалар кисерә һәм йыуаная. Шәхси проблемалары арҡаһында төшөрөү процесы һигеҙ айға һуҙылып китә. Тағы ла ике айҙан, 20 фунтҡа ябығып, элекке ауырлығын ҡайтарған Гарленд фильмдағы билдәле сценала «Get Happy» йырын башҡара[1].

1941 йылдың 28 июлендә 19 йәшендә Гарленд 31 йәшлек музыкант Дэвид Роузға кейәүгә сыға. Тиҙ арала ауырға ҡала, әммә 1942 йылда әсәһе, ире һәм эшкә яллаусы — «MGM» киностудияһы талабы буйынса ауырын төшөрә. 1943 йылдың ғинуарында ир менән ҡатын суд ҡарары буйынса айырым йәшәү тураһында килешеүгә ҡул ҡуялар. Официаль рәүештә Гарленд һәм Роуз 1944 йылда айырылышалар.

1945 йылда режиссёр Миннелли Винсентҡа кейәүгә сыға, бер йылдан ҡыҙы Миннелли Лайза тыуа, әммә 1951 йылда был никах та тарҡала. Өсөнсө тапҡыр Джуди Гарленд 1952 йылда продюсер Сидни Лафтҡа сыға, Лорна (1952) ҡыҙын һәм Джоуи (1955) улын тыуҙыра; 1965 йылда улар айырылашалар. Артабанғы тормошонда актриса тағы ла ике мәртәбә кейәүгә сыға: Марком Херонға (1965—1966) һәм Микки Динсҡа (март—июнь 1969).

1969 йылдың 22 июнендә Джуди Гарлендты ире Микки Динс үле килеш Лондон Челсиһында арендлаған квартираларында ваннала таба. Ике аҙна элек кенә Гарлендҡа 47 йәш тулған була. Вафатының сәбәбе осраҡлы ғына дозаны арттырыуҙан килеп сыҡҡан. Нью-Йорк штаты Фэрнклифф зыяратында ерләнгән.

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль

{{ВФильме|1929|Ҙур ревю (фильм, 1929)|The Big Revue|[[:en:Judy_Garland#The_Gumm_Sisters|«The Gumm Sisters»}}

1930 ф Күңел асыу паркында каникулдар A Holiday In Storyland «The Gumm Sisters» составында үҙ - үҙен уйнай

{{ВФильме|1930|Күберсектәр (фильм, 1930)|Bubbles| «The Gumm Sisters» составында үҙ-үҙен уйнай}

1930 ф Джек и Джиллдың туйы The Wedding of Jack and Jill «The Gumm Sisters» составында үҙ-үҙен уйнай
1935 ф Изге Варвараның байрамы La Fiesta de Santa Barbara «The Gumm Sisters» составында үҙ-үҙен уйнай
1936 ф Һәр ял көнө (фильм, 1936) Every Sunday Джуди
1936 ф Күн парад Pigskin Parade Сэйри Додд
1937 ф 1938 йылғы Бродвей көйө Broadway Melody of 1938 Бетти Клейтон
1937 ф Таҙа ҡанлылар иламай Thoroughbreds Don't Cry Крикет Уэст
1937 ф Тыныҡ төн (фильм, 1937) Оригинальное название неизвестно Silent Night / үҙ - үҙен уйнай
1938 ф Барыһы ла йырлай Everybody Sing Джуди Беллэйр
1938 ф Энди Хардины мөхәббәт таба Love Finds Andy Hardy Бетси Бут
1938 ф Тыңла әле, ҡәҙерлем Listen, Darling Пинки Уингейт
1939 ф Оз иленең тылсымсыһы(фильм, 1939) The Wizard of Oz Дороти Гейл
1939 ф Ҡораллы балалар Babes in Arms Пэтси Бартон
1940 ф Энди Харди дебютантты ҡаршылай Andy Hardy Meets Debutante Бетси Бут
1940 ф Уйнағыҙ, музыканттар Strike Up the Band Мэри Холден
1940 ф Бәпес Нелли Келли Little Nellie Kelly Нелли Келли
1941 ф Зигфелд ҡыҙҙары Ziegfeld Girl Сью Галлахер
1941 ф Энди Харди өсөн тормош яңы башлана Life Begins for Andy Hardy Бетси Бут
1941 ф Бродвейҙағы йәш үҫмерҙәр Babes on Broadway Пенни Моррис
1942 ф Беҙҙә көй булырға тейеш We Must Have Music үҙ-үҙен уйнай
1942 ф Минең һәм минең ҡыҙыҡайым өсөн For Me and My Gal Джо Хейден
1943 ф Мең сәләмләүҙәр Thousands Cheer үҙ-үҙен уйнай
1943 ф Лили Марсты күҙ алдына килтереп Presenting Lily Mars Лили Марс
1943 ф Хыялый ҡыҙыҡай Girl Crazy Джинджер Грей
1944 ф Сент-Луиста мине ҡаршыла Meet Me in St. Louis Эстер Смит
1945 ф Сәғәт (фильм, 1945) The Clock Элис Мэйберри
1945 ф Зигфилдаүтың диуаналыҡтары (фильм) Ziegfeld Follies Звезда
1946 ф Харви ҡыҙҙары The Harvey Girls Сьюзан Брэдли
1946 ф Болоттар таралған саҡта Till the Clouds Roll By Мэрилин Миллер
1946 ф Һүҙҙәре һәм музыкаһы (фильм, 1948) Words and Music үҙ-үҙен уйнай
1948 ф Пират (фильм, 1948) The Pirate Мануэла
1948 ф Пасха парады Easter Parade Ханна Браун
1949 ф Күптәнге рәхимле йәйҙә In the Good Old Summertime Вероника Фишер
1950 ф Йәйге гастролдәр Summer Stock Джейн Фолбери
1954 ф Йондоҙ тыуҙы (фильм, 1954) A Star Is Born Эстер Блоджетт
1960 ф Пепе (фильм, 1960) Pepe үҙ-үҙен уйнай (тауыш өҫтәй)
1961 ф Нюрнберг процесы (фильм) Оригинальное название неизвестно Judgment at Nuremberg / Ирена Вальнер

Ҡалып:ВмФильме

1963 ф Бала көтә A Child Is Waiting Джин Хэнсен
1963 ф Мин әле йырлар инем I Could Go On Singing Дженни Боумен
  • Алтын глобус 1954 — «Иң яҡшы ҡатын - ҡыҙ роле комедияла һәм мюзиклда» («Звезда родилась»)
  • Академия Йәштәр наградаһы 1940 — үткән йылда йәштәр киноһындағы ҙур уңыштары өсөн
  • Өс «Грэмми» (1962, 1962, 1997) премиялары.
  • Джуди Гарленд һулаҡай ҡуллы була.
  • Гарленд 100 йыл эсендә 100 иң яҡшы AFI версияһы буйынса Америка фильмдарындағы йырҙары рейтингы лидеры.Был рейтингка уның башҡарыуында биш композицияһы инә, шул иҫәптән «Over the Rainbow» исемлектең башында тора. Был йыр Быуат йырҙары исемлегендә лә беренсе урын алған.
  • «Летние гастроли» фильмында Джуди календарҙән 22 июнь битен йыртып ала, был көн уның үлгән көнө булып сыға. Легенда буйынса, Джуди Гарлендтың үлгән көнө Канзаста ураган сыға.
  1. Stanley Green. Hollywood Musicals Year by Year. — Hal Leonard Corporation, 1990. — P. 161. — ISBN 0634007653.