Джозеф Стиглиц
Джозеф Юджин Стиглиц | |
Joseph Stiglitz | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Гэри, Индиана, АҠШ |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер |
Амхерст-колледж |
Награда һәм премиялары |
Джон Бейтс Кларк миҙалы (1979) |
Джозеф Юджин Стиглиц (ингл. Joseph Stiglitz; 9 февраль 1943 йыл) — Америка Ҡушма Штаттары иҡтисадсыһы. «Симметриялы булмаған мәғлүмәтле баҙарҙарҙы анализлаған өсөн» иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаты (2001, Джордж Акерлоф һәм Майкл Спенс менән берлектә)[1]. Амхерст-колледжда һәм Массачусетс технология институтында уҡый, доктор дәрәжәһе ала. Колумбия университеты профессоры. Рәсәй Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (22.05.2003), Рәсәйҙең «МИР: Модернизация. Инновации. Развитие» журналының ғилми мөхәрририәт советы ағзаһы[2].
Дж. Б. Кларк миҙалы менән бүләкләнгән (1979). Ректенвальд премияһы лауреаты (1998). АҠШ президенты ҡарамағындағы Иҡтисади консультанттар советы рәйесе (1995—1997). Бөтә донъя банкының шеф-иҡтисадсыһы (1997—2000).
Джозеф Стиглиц сикләнмәгән баҙарҙы, монетаризмды һәм неоклассик политэкономия мәктәбен, шулай уҡ глобалләшеүҙе неолибераль аңлауҙы, Донъя валюта фондының үҫештәге илдәргә ҡарата мөнәсәбәтен һәм Рәсәйҙәге либераль реформаларҙы ҡаты тәнҡитләй.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джозеф Юджин Стиглиц 1943 йылдың 9 февралендә АҠШ-тың Индиана штаты Гэри ҡалаһында Шарлотта менән Натаниель Стиглицтарҙың иврит ғаиләһендә тыуа. 1960—1963 Амхерст-колледжда уҡый, Массачусетс технология институтында уҡыуын дауам итә. 1965—1966 Стиглиц Чикаго университетында Хирофуми Узава етәкселегендә тикшеренеүҙәр алып бара. Тикшеренеүҙәре иҡтисади үҫеш, инновациялар һәм килемдәрҙе ҡайтанан бүлеү темаларына арнала. Ҡабат Массачусетс технология институтына ҡайта, унда 1967 йылда фән докторы була. Артабан Стиглиц Кембридж, Йель, Дьюк, Стэнфорд, Оксфорд, Уинстон университеттарында уҡыта, әле Колумбия университеты профессоры. The Economists' Voice («Иҡтисадсылар тауышы») журналы мөхәррирҙәренең береһе.
Микро- һәм макроиҡтисад өлкәләрендәге тикшеренеүҙәренән тыш, Стиглиц сәйәси һәм ижтимағи тормошта ла бик мөһим урын биләй. 1992 йылда ул Вашингтонға күсә, сөнки президент Клинтон хакимиәтенә эшкә саҡырыла. 1993—1995 йылдарҙа АҠШ президенты ҡарамағындағы Иҡтисади совет составына инә. 1995—1997 АҠШ президенты ҡарамағындағы Иҡтисади консультанттар советы рәйесе була. 1997—2000 йылдарҙа Бөтә донъя банкының вице-президенты һәм шеф-иҡтисадсыһы.
2008 йылдан Иҡтисади эшмәкәрлектең һәм социаль прогрестың төп күрһәткестәре буйынса халыҡ-ара комиссияның рәйесе.
Ҡатыны — журналистка һәм мөхәррир Аня Шиффрин (Anya Schiffrin, 1962 йыл тыуған), нәшриәтсе Андре Шиффриндың ҡыҙы, нәшриәтсе Яков Савельевич Шифриндың ейәнсәре.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Модель Шапиро — Стиглица
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Премия присуждена за работы в области информационной асимметрии, то есть неодинаковой информированности различных участников экономической жизни о её проявлениях, скажем, рабочих и нанимателей о состоянии рынка труда, кредиторов и заемщиков об ожидаемой конъюнктуре и т.
- ↑ Издательский Дом «Наука» — Журнал «МИР» — Научно-редакционный совет 2014 йыл 1 март архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хеҙмәттәр исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Капитал, заработная плата и структурная безработица» (Capital, Wages and Structural Unemployment, 1969);
- Michael Rothschild and Joseph E. Stiglitz — 1971: Increasing Risk II: its Economic Consequences (инг.)
- «Некоторые дальнейшие результаты измерения неравенства» (Some Further Results on the Measurement of Inequality, 1973, в соавторстве М. Ротшильдом);
- Stiglitz — 1976: Equilibrium in cimpetitives Marktes … imperfect Information 2008 йыл 17 май архивланған. (инг.)
- «Равновесие на рынках продуктов с несовершенной информацией» (Equilibrium in Product Markets with Imperfect Information, 1979).
- Stiglitz — 1981 Credit Rationing in Markets with Imperfect Information by Stiglitz and Weiss 2008 йыл 3 декабрь архивланған. (инг.)
- Stiglitz — 1983: Incentive Effects of Terminations: Applications to the Credit and Labor Markets (инг.)
- Stiglitz — 1987 : Credit Rationing (инг.)
- Stuiglitz — 1990: A Symposium Issue on Imperfect Information and Rural Credit Markets (инг.)
- Stiglitz — A Nobel Prize for Asymmetric Information: The Economic Contributions of George Akerlof, Michael Spence, and Joseph Stiglitz(недоступная ссылка) (инг.)
- Мәҡәләләр
- «Некоторые — не равноправнее…» 2015 йыл 19 апрель архивланған. в New York Times (26.10.2012)
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Блауг М. Стиглиц, Джозеф Э. // 100 великих экономистов после Кейнса = Great Economists since Keynes: An introduction to the lives & works of one hundred great economists of the past. — СПб.: Экономикус, 2009. — С. 286—288. — 384 с. — (Библиотека «Экономической школы», вып. 42). — 1 500 экз. — ISBN 978-5-903816-03-3.
- Joseph E. Stiglitz (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 13 июнь 2014.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Джозефа Стиглица на официальном сайте РАН
- Официальная страница 2005 йыл 11 февраль архивланған. (инг.)
- Переводы статей Джозефа Стиглица на ПолиСМИ 2015 йыл 20 апрель архивланған.
- Неофициальная страница на русском языке со сборником статей об экономике России
- Авторская колонка «Особое мнение: Нетрадиционная экономическая мудрость» на сайте Проект Синдикат (рус.).
- «Кто потерял Россию? — глава из книги «Глобализация: тревожные тенденции» (PDF)
- Автобиография на сайте Нобелевской премии (инг.)