Дзёмон дәүере
Япония тарихы |
---|
|
Дзёмо́н дәүере(яп. 縄文時代 дзё: мон-дзидай, букв. « бау орнаменты осоро») — япон тарихында б.э.т.13 000 -б.э.т. 300 йылдарҙағы айнуларҙың һәм япондарҙың тарихы. Ҡөнбайыш илдәре тарихының археологик бүленештәре буйынса Дзёмон дәүере мезолитҡа һәм неолитҡа тура килә. Был осорҙоң иң төп үҙенсәлеге булып Япон архипелагында йәшәгән кешеләрҙең б.э.т. 6000 йылдан алып б.э.т. 5000 йылдарҙа керамик әйберҙәр эшләй башлауы тора.
Тасуирлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күпселек тарихсылар фекеренсә, һуңғы боҙлоҡ осоро япон утрауын Азияның материк өлөшө менән берләштергән. Музейҙағы археологик табыштар буйынса, б.э.т. 35 — 30 меңйыллыҡтарҙа аңлы кешеләр был утрауҙарға көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш Азиянан килгәндәр. Улар уҡ-йәйә менән оҫта һунарсылыҡ иткәндәр,һемеш-еләк йыйғандар, һыуҙарҙа балыҡ тотҡандар, таштан һәм һөйәктән хеҙмәт ҡоралдары, яндырылған балсыҡтан һауыт-һабалар эшләгән. Сусҡа һәм этте ҡулға өйрәтеп аҫырағандар.
Был осорҙоң таштан эшләнгән хеҙмәт ҡоралдары, тораҡтарҙың йыйылмаһы, кеше һөлдәләре Японияны утрауҙарында күпләп табылған. Былар бигерәк тә Хонсю утрауының төньяғында күп булған[1]. 1988 йылда үткәрелгән ггенетик тишереүҙәр япондарҙың көнбайыш азиаттарҙан сыҡҡан икәнлеген иҫбатлай[2].
Керамика әйберҙәрҙәр Япония территорияһына Хонсю утрауынан тарала башлаған. Дзёмон дәүерендә керамика әйберҙәр яһауҙың ике мәҙәниәт ареалы билдәле: көньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш тибындағы ареалдар. Тап бына төньяҡ-көнсығыш керамик әйберҙәре бау һымаҡ орнамент менән биҙәлгән булған[3].
Дәүерҙең исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дземон осоро үҙенең исемен «дземон» (дословно — « бауҙан ҡалған эҙ») төшөнсәһенән алған. Был һүҙ менән балсыҡ һауыттарҙы һәм догу фигураларын биҙәү техникаһын атағандар. Японской һүҙе Cord Marked Pottery һүҙбәйләнешен тәржемәләүҙән килеп сыҡҡан. Эдвард Морс[en] " 1879 йылда[3] беренселәрҙән булып неолит осорондағы япон мәҙәниәтен тикшергәндә Омори боронғо кешеләр торған урындағы керамиканы һүрәтләгәндә ҡулланған. Икенсе бөтә донъя һуғышына тиклем Дземонды шулай уҡ "таш быуат" терминының эквиваленты итеп тә йөрөткәндәр.
Осорҙарға бүлеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дземон хронологик осоро керамика әйберҙәр эшләүҙең төрҙәренә ҡарап бүленә. 1937 йылда япон археологы Яманоути Сугао был дәүерҙәге керамика әйберҙәрен биш класҡа бүлә. Хәҙерге көндә Дземон осороноң 50 керамика әйберҙәре бар[3].
Дзёмон дәүерен биш осорға бүлеп йөрөтәләр:
- прото Дземон (йәки иң иртә Демон, Со-ки, б.э.т. VIII—V меңйыллыҡ.),
- иртә Дземон (Дзэн-ки, б.э.т. IV меңйыллыҡ),
- урта Дземон (Тю-ки, б.э.т. III меңйыллыҡ.),
- һуңғы Дземон (Ко-ки, б.э.т. II меңйыллыҡ.)
- иң һуңғы Дземон (Бан-ки, б.э.т. I меңйыллыҡтың тәүге яртыһы.).[1]
Ҡытайҙағы Сяньжэньдун[4][5][6] тау ҡыуышында Япон керамика әйберҙәренән 20 мең йылдар элегерәк яһалған керамика һауыт табылған булған. Япониялағы керамика әйберҙәренең эшләнеү датаһы радиоуглерод анализдар ярҙамында билдәләнгән. Уларҙың иң тәүгеләре б.э.т. 13 меңйыллыҡта яһалған[3] . Ашамлыҡ ҡалдыҡтарын шул уҡ метод менән тикшереүҙәр был 15 300 −11 200 йылдарҙа булған тигән һөҙөмтә биргән[7].
Иртә һәм урта осорҙағы керамика һыу һәм аҙыҡ запастары тотоу өсөн ҡулланылған.
Унан һуңғараҡ даталы балсыҡ әйберҙәрҙең өлгөләре ҡатмарлыраҡ биҙәктәр менән биҙәлгән.
Йәмғиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дземон мәҙәниәтен йөрөтөүселәрҙең ата-бабалары Япон архипелагына һуңғы палеолитта килгәндәр. Уларҙың генезисы бик сетерекле мәсьәлә. XX быуат аҙағында улар Азияның төньяғынан һәм көньяғынан Японияға килгән тигән теорияны ғалимдар яҡлайҙар[8]. Уларҙың туранан-тура сыҡҡан халыҡтары тип Яматоның төньяҡ-көнсығышы халҡын, айну һәм рюкостарҙы һанайҙар[9].
Хужалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Япония йәмғиәтенең иҡтисади нигеҙе Дземон осоронда һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм емеш-еләк йыйыуҙан торған. Неолит осоронда архипелаг кешеләре урманлдарҙы ҡырҡып яндырып ер эшкәртә лә белгәндәр һәм ҡыр сусҡаларын ҡулға эйәләштергәндәр тигән күҙаллауҙар ҙа бар.[10].
Ауҙа дземон халҡы ябай уҡ-йәйәләр ҡулланған . Уларҙың ҡалдыҡтарын археологтар күпләп боронғо утыраҡтарҙың торф ҡатламдарында, һаҙлы уйһыу ерҙәрҙә табалар. 1994 йылда ғалимдар 30 тулыһынса бөтөн йәйәләр тапҡандар[10]. Улар , ҡағиҙә булараҡ, башлы тис ағастарынан эшләнән һәм ҡара лак менән булған. Уҡтарҙың остары ҡаты таштан- обсидиандан яһалған булған[11]. Шулай уҡ һунарҙа һирәк-һаяҡ ҡына һөңгө лә ҡулланылған. Хоккайдо һәм илдең төньяҡ-көнсығыш төбәгендә һөңгө ҡалдыҡтары табылған,әммә улар Канто төбәгендә һирәк күренеш булып торған. Көнбайыш Японияла һөңгө бөтөнләй тейерлк осорамай. Бынан тыш, һунарҙа шулай уҡ эттәр ҡатнашҡан, ерҙә буре соҡорҙары эшләнгән. Япония архипелагындағы халыҡ башлыса ҡырағай сусҡаларға, боландарға, ҡырағай өйрәктәргә һәм фазандарға һунар иткән[10].
Балыҡ һәм диңгеҙ продукттары башлыса гарпун менән йәки ауҙар менән тотҡандар,һуңынан уларҙы ыҫлағандар. Шул осорҙоң утта янған ҡабырсаҡтар ҡалдыҡтарында гарпун ҡалдыҡтары, ауҙарҙың ауыртмаҡтарын табалар. Был ҡоралдарҙың күбеһе болан һөйәгенән эшләнгән булған. Гарпундар менән айырым кешеләр балыҡ тотһа, ауҙар кешеләр кллективына ҡараған. Улар йылдың төрлө миҙгелдәрендә төрлө балыҡтарҙы тотоуға махсуслаштырылған булған. Балыҡсылыҡ бигерәк тә урта дземон осоронда киң таралыу тапҡан[10]. Археологик ҡаҙаныуҙар ваҡытында 13 утыраҡта табылған көршәк ватыҡтарындағы майға химик анализ яһалған. Анализдар маҙың диңгеҙ һәм йылға балыҡтарыныҡы булғанлығы асыҡлана, ә был инде кешеләрҙең аҙыҡ рационында балыҡ менән туҡланыу торған тип иҫәпләргә мөмкинлек бирә[7].
Был осорҙа емеш-еләк йыйыу кешеләр тормошонда мөһим роль уйнаған. Үҫемлектәрҙән ризыҡтар бик әүҙем ҡулланылған. Каштандар, төрлө сәтләүектәр, тамыр аҙыҡтары — таро һәм ямс күп ҡулланылған.. Уларҙы көҙ көнө йыйғандар һәм тал сыбығынан үрелгән кәрзиндәрҙә һаҡлағандар. Имән сәтләүегенән примитив он тартҡыстарҙа он тартҡандар һәм икмәк бешергәндәр[12]. Аҙыҡ-түлектең бер өлөшөн ҡышҡылыҡҡа тораҡтарҙан ситтәге һай соҡорҙарҙа һаҡлағандар . Быны Саканосита (Сага префектураһының Арита ҡасабаһы) һәм Саньё, Окаяма утыраҡтарындағы соҡорҙар иҫбатлай[10]. Бынан тыш, һыу сәтләүектәре, актинидия, сапиндус һәм афанат емештәре, япон кизилы, виноград, свидина ны ла йыйғандар. Был емештәрҙең ҡалдыҡтары Торихама (Фукуи префектураһы, Вакаса ҡасабаһы)[10] утырағында табылған. Моғайын, дземон кешеләре примитив ауыл хужалығы менән дә шөғөлләнгәндәр, сөнки уларҙың борон торған урындарында ҡабаҡ-горлянка һәм алтын төҫөндәге һары фасоль орлоҡтары табылыуы был турала һөйләй. Улар шулай уҡ ҡытай кесерткәнен һәм уртиканы йыйғандар, уларҙан кейем-һалым теккәндәр.[10]
Торлаҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дземон осоронда Япония архипелагы кешеләре землянкаларҙа(ерҙән соҡоп эшләнгән) һәм ярым землянкаларҙа йәшәгәндәр[13]. Традицион торлаҡтар ергә соҡоп инелгән стеналарҙан торған һәм иҙәне ер булған, ә ҡыйыҡтары ағас каркастарҙан торған . Уларға төрлө хайуандарҙың тиреләре , үлән ағас ботаҡтары ябылып, өҫтөнә балсыҡ һалынған. Бындай торлаҡтарҙың күбеһе Көнсығыш Японияла , әҙерәге көнбайышта табыла[10]
Торлаҡтар Дземон осороноң башында ябай конструкциялы булған. Улар тура дүртмөйөш йәки түңәрәк формала булған. Өй эсенең уртаһында усаҡ торған: ул ерҙән , ҡөршәктән йә булмаһа таштан яһалған булған[14],[14][14]. Беренселәре иҙәндә соҡор ҡаҙып яһалған, икенсеһе иҙәнгә ултыртылған көршәктең түбәнге өлөшөнән, өсөнсөһө таштарҙан һәм ҡырсын таштарынан һалынған булған. Тохоку һәм Хокурикудо төбәктәрендәге тораҡтар башҡаларынан ҙур булыуы менән айырылып торған. Урта Дземон осоронда инде бер нисә усаҡлы өйҙәр ҙә барлыҡҡа килгән[10].
Симидзука утырағы
(Хамамацу) |
Уэнохара утырағы
(Кирисима) |
стоянка Санно-какои
(Курихара) |
стоянка Саннай-Маруяма
(Аомори) |
Торлаҡ ял урыны ғына түгел, ә төрлө дини инаныуҙар урыны ла булған. Б.э.т. 3 мең йыллыҡтан һуң өйҙөң ишегенә керамиканан эшләнгән кувшиндар һәм көршәктәр соҡоп күмгәндәр, ғәҙәттә улар эсенә балаларҙың һөт тештәрен һәм шулай уҡ яңы тыуғандарының плаценталарын һалып күмгәндәр[10]. Ҡайһы бер йорттарҙа таштан яһалған фаллик таяҡтар сэкибо [15][16] йәки ритуаль таш һәндерәләр ҡуйғандар. Үҙәк Японияла һәм Канто төбәгендә таш иҙәнле өйҙәр ҙә булған[17].
Торлаҡ майҙанының уртаса күләме 20 — 30 м2 тәшкил иткән[10]. Ҡағиҙә булараҡ, унда биш һәм унан да күберәк торған ғаилә йәшәгән. Убаямалағы (Итикава, Тиба)[18] землянкала ике ир-егет, ике ҡатын-ҡыҙ һәм бер баланың һөлдәләре табылыу тап ошоно иҫбатлап тора[10].
Шулай уҡ Төньяҡ һәм Төньяҡ-үҙәк Японияла ҙур йорттар ҙа булған. Фудодо(Асахи, Тояма) утырағында эллипс формаһында эшләнгән дүрт усаҡлы земләнка табыла. Уның оҙонлоғо 17 м, радиусы 8 м .Сугисавадайҙа (Носиро, Акита) шундай уҡ формалағы, оҙонлоғо 31 метр һәм радиус 8,8 м тәшкил иткән землянка ла табылған. Был ҙур ҡоролмаларҙың ни өсөн файҙаланыуы билдәле түгел. Гипотезалар буйынса, уларҙа төрлө йыйындар үткәрелгән, йә булмаһа уларҙа амбарҙар һәм оҫтаханалар булған[10].
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер нисә йорт утыраҡ булып торған . Прото Дземон осоронда ул 2 — 3 землянканан торған. Башланғыс Дземонда уларҙың артҡан, был ултыраҡ тормошто барлыҡҡа килтергән. Торлаҡтарҙы яҡынса бер сама ара ҡалдырып тигеҙ майҙанда төҙөгәндәр. Майҙан йәмәғәт тормошоноң һәм дини тормоштоң үҙәге булып торған.
Тарихты яҙыуҙа бындай утыраҡтарҙы "түңәрәк "[14] йәки «дағаға оҡшаш»[14] тип атап йөрөтәләр. Ундай утыраҡтар барлыҡ Япония архипелагындағы утыраҡтарға хас булған. Ауылдар даими рәүештә йәки ваҡытлыса урынлашҡанмы икәне тарихсыларға билдәле түгел, сөнки ауылдарҙың бер ҡалдыҡтары өҫтөндә икенселәренең булыуы, уларҙағы керамика мәҙәниәтенең стилдәренең бер береһенең өҫтөндә ятыуы тап был фекерҙе дәлилләп тора[10].
Бынан тыш, торлаҡ ҡоролмаларҙың төп составына шулай asset « бүрәнәләрҙә торған йорттар ҙа ингән»[14]. Бындай ҡоролмаларҙың нигеҙе дүртмөйөш, эллипс йәки алты мөйөш формаһында булған, уларҙың иҙәндәре, стеналары ағастан булған, ә эсендә усаҡ булмаған. Бындай биналарҙың киңлеге 5 — 15 м тәшкил иткән. Бындай ҙур биналарҙың тәғәйенләнеше билдәле түгел.[10].
Бынан тыш, археологтар күсмә лагерҙар менән йәшәгән кешеләрҙең дә булыуын иҫбатлайҙар .
Ерләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Япония халҡы Дземоносоронда,ҡағиҙә булараҡ, мәрхүмдәрҙе өҫтәренә ҡабырсаҡтар өйөп ерләгәндәр. Бындай өйөмдәр торлаҡтар янында торған. Дземон осоронда бер өйөм эсендә 1-2 күмеү, ә һуңғы Дземонда шундай уҡ өйөм эсендә — 30-ҙан артыҡ мәрхүмде ерләгәндәр[10]. "Б.э.т. бер меңйыллыҡта ҡабырсаҡтар өйөмөнән торған зыяраттарҙа, мәҫәлән, Есиго (Тахара) зыяратында[19], 300 кеше ерләнгән булған[20]. Ерләүҙәр тураһындағы тикшеренеүҙәр материалдары һөҙөмтәһендә Япония Дземон осоронда күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа күскән тип әйтергә мөмкинлек бирә[10].
Мәрхүмдәр ҡәберҙә эмбрион хәлендә ултыртылып, уны табутһыҙ ерләнгән. Шулай уҡ кәүҙәләр һуҙып һалынған хәлдә лә ерләнгән зыяраттар булған. Был б.э.т. 3 меңйыллыҡта киң таралған[10]. Һуңғы Дзёмондан башлар үлектәрҙе яндырғандар, яндырғандан һуң ҡалға һөйәк ҡалдыҡтарын дүртмөйөшләп һалып, уртаһына баш һөйәген ҡуйғандар Ғәҙәттә кешеләрҙе айырым күмә башлағандар, ә шулай ҙа яҡын туғандарҙың һәм балаларҙың күмәк күмелгән зыяраттары ла булған. Иң күмәк мәрхүмдәрҙең ҡалдыҡтарынант торған зыярат Миямотодайҙа (Фунабаси, Таба) табылған. Унда ике метрлы ҡабырсаҡ өйөмөнән торған ҡәберҙә ун биш кеше бергә ерләнгән булған[10].
Бынан тыш, ябай иҫкергән ерләүҙән башҡа ерҙе соҡоп, аҫтын тан менән ҡаплап, таш табуттарға мәрхүмдәрҙе һалып ерләгән ҡәберҙәр ҙә булған. Был Төньяҡ Японияға хас булған ерләү төрө булған. Хоккайдола зыяраттар ҙур булып, уларҙа зиннәтле әйберҙәр һалынған ҡәберҙәр булған[10]. Бынан тыш, Японияның барлыҡ территорияһында үле тыуған балаларҙы һәм алты йәшкә тиклем үлгән балаларҙы керамика көршәктәргә һалып ерләгәндәр[21]. Һирәк осраҡтарҙа оло кешеләрҙе мәйетен йыуғандан һәм яндырғандан һуң бындай кувшиндарҙа ерләгәндәрололар[10].
Йолалар һәм диндәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Японияла йәшәгән кешеләлрҙең дини күҙаллауҙарҙың сығанағы булып Дземон осорондағы ерләү өсөн ҡулланылған ҡорамалдар торған. Уларҙың булыуы Дземон кешеләренең теге донъяға һәм кешенең йәне булыуға ышаныуы тураһындағы күрһәткес булып тора. Ҡәберҙәр эсендә кешеләрҙең ғүмер буйына ҡкулланған беләҙектәр, алҡалар, тараҡтар, түш биҙәүестәре, йөҙөктәр, билбауҙар, ҡабырсаҡтан эшләнгән беләҙектәр, болан мөгөҙөнән яһалған билбауҙар был турала һөйләй. Биҙәнеү әйберҙәре эстетик мәғәнәлә генә түгел, ә ритауаль-магик маҡсатта ла ҡулланылыу ҙы иҫбатлап тора. Уларҙың күпләп табылыуы кешеләрҙең социаль төркөмдәргә ҡарауын ғына түгел, ә енес һәм йәш буйынса төркөмдәргә ҡарауының дәлиллеге булып тора[10].
Һуңғы Дземон осоронда йәтәрҙең ололоҡҡа инеүен белдереүсе билдә итеп, уларҙың ҡайһы бер тештәрен һурып алғандар йә бысҡандар. Төрлө төбәктәрҙә был ғәҙәт ваҡытына һәм урынына ҡарап төрлөсә булған. Мәәҫәлән, юғары алғы дүрт тештең һәр береһенә ослайып торған кескәй өс теш йәки ике теш формаһын бысып яһағандар. Бындай операцияларҙы үткәреү өсөн махсус хирургик белем кәрәк булған.[10].
Догу
(Хиросаки, Аомори) |
Догу
(Цугару, Аомори) |
Магатама
(регион Канто) |
Был осорҙоң дин менән бәйле артефакттары булып ҡатын-ҡыҙ һынлы керамиканан эшләнгән догу фигуралары торған. Уларҙы «дзёмон венералары» тип йөрөтәләр. Шуларҙың береһе Ханавадай (Сакура, Тиба) утырағында табылған, ул башланғыс дзёмонға ҡарай[22]. Догуның эшләнешенә ҡарап, уларҙы бер нисә типҡа бүлеп йөрөтәләр: йәлпәк[14], цилиндр формаһында[14], аяҡтары менән кәүҙәләндерелгән[14], өсмөйөш битле[14], өкөғә оҡшаш[14], окулярға оҡшаш күҙле[14]. Барлыҡ һындар ҙа йөклө ҡатынға оҡшатып, ҙур ҡорһаҡлы итеп, эшләнгән Ғәҙәттә уларҙың барыһы ла ватылған килеш табылалар. Догуҙар ҡатын-ҡыҙ башланғысын , ғаиләне, тыуымды кәүҙәләндереп, бала табыу культын кәүҙәләндергәндәр. Ошо уҡ культ менән фаллик символдар-таштан эшләнгән сэбиколар, ҡылыстар һәм бысаҡтар бәйле. Былары инде ир-ат башланғысын, власты һәм абруйлыҡты аңлатыусы символ булған[10].
Шулай уҡ ағастан һәм таштан эшләнгән догуҙар ҙа булған, улар төрлө һаҡлаусы бөтөүҙәр итп ҡулланылған. шул уҡ маҡсатта магатамалар -ҡыйбатлы таштан яһалғандары муйынға аҫып йөрөтөлгән. Уларҙан тыш Японияла төрлө керамик битлектәр булған, тик уларҙың нимәгә ҡулланылғаны билдәһеҙ[10].
Сәнәғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дзёмон осоро кешеләре таш һәм ағастан төрлө ҡоралдар эшләгәндәр, асфальт эшләгәндәр һәм уруси техникаһында лак менән буяуҙы уйлап тапҡандар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Киддер Дж.
- ↑ Characteristics of Mongoloid and neighboring populations based on the genetic markers of human immunoglobulins.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 История Японии / А. Е. Жуков. — М.: Институт востоковедения РАН, 1998. — Т. 1: С древнейших времён до 1868 г.. — С. 30-32. — 659 с.
- ↑ Керамика была известна людям еще до земледелия — ПОЛИТ. 2013 йыл 26 июнь архивланған.
- ↑ Pottery found in China cave confirmed as world’s oldest
- ↑ Early Pottery at 20,000 Years Ago in Xianrendong Cave, China | Science
- ↑ 7,0 7,1 http://www.nature.com/nature/journal/v496/n7445/full/nature12109.html
- ↑ Рубель В. А., Коваленко О. О. Проблема этногенеза японского народа в современной японский историографии // Восточный мир. — Институт Востоковедения НАН Украины, 2000. № 1, — С. 156—162
- ↑ 日本人の起源 / 埴原和郎著. — 東京: 角川書店, 1990.
- ↑ 10,00 10,01 10,02 10,03 10,04 10,05 10,06 10,07 10,08 10,09 10,10 10,11 10,12 10,13 10,14 10,15 10,16 10,17 10,18 10,19 10,20 10,21 10,22 10,23 10,24 (яп.) Период Дзёмон // Энциклопедия Ниппоника: в 26 т. 2-е издание. — Токио: Сёгакукан, 1994—1997. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Период Дзёмон» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Свидетельством надёжности лука является находка стоянки Сидзимидзука (Хамамацу) — лопатка кабана, пробитая каменным остриём. (Период Дзёмон // Энциклопедия Ниппоника: в 26 т. 2-е издание. — Токио: Сёгакукан, 1994—1997.
- ↑ Впервые образец такого обгоревшего хлеба был найден на стоянке на территории современного посёлка Фудзими (Период Дзёмон // Энциклопедия Ниппоника: в 26 т. 2-е издание. — Токио: Сёгакукан, 1994—1997.
- ↑ яп. 竪穴住居, たてあなじゅうきょ, татэана дзюкё. 竪穴住居・集落調査のリサーチデザイン / 小林謙一, セツルメント研究会編. — 東京: 六一書房, 2008.
- ↑ 14,00 14,01 14,02 14,03 14,04 14,05 14,06 14,07 14,08 14,09 14,10 14,11 яп.
- ↑ Дмитрий Таевский.
- ↑ Midorikawa Higashi
- ↑ яп. 敷石住居, しきいしじゅうきょ, сикийси дзюкё. 敷石住居址の研究 / 山本暉久著. — 東京: 六一書房, 2002.
- ↑ Стоянка Убаяма // Официальная страница города Итикава
- ↑ Страница парка «Раковинная насыпь Ёсиго» 2011 йыл 22 июль архивланған.
- ↑ Туристический справочник города Тахара, Айти 2009 йыл 9 ноябрь архивланған.
- ↑ В раковинной насыпи стоянки Нумацу (Исиномаки, Мияги) было найдено 10 кувшинных захоронений детей, а на стоянке Ёсиго (Тахара, Айти) — 35. (Период Дзёмон // Энциклопедия Ниппоника: в 26 т. 2-е издание. — Токио: Сёгакукан, 1994—1997)
- ↑ Догу, размером 4,9 си, имеет вид безликой антропоморфной фигуры с гипертрофированными женской грудью и попой «Ханавадайская венера»