Диоклетиан һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Диоклетиан һарайы
хорв. Dioklecijanova palača
Нигеҙләү датаһы 293
Рәсем
Исем palais de Dioclétien[1]
Кем хөрмәтенә аталған Диоклетиан[d]
Дәүләт  Хорватия[2]
Административ-территориаль берәмек Сплит[d][2]
Барлыҡҡа килеү урыны Сплит[d]
Әҫәр заказсыһы Диоклетиан[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] һәм Category:Cultural heritage monuments in Croatia[d]
Рәсми сайт diocletianspalace.org
Карта
 Диоклетиан һарайы Викимилектә

Диоклетиан һарайы (хорв. Dioklecijanova palača) — беҙҙең эраның 305 йылынан 305 йылға тиклем хакимлыҡ иткән рим императоры Диоклетиан төҙөгән Сплиттағы һарай (Хорватия). Диоклетиан һарайы Рим империяһы осороноң иң яҡшы һаҡланған һарайы тип һанала[3]. 1979 йылдан һарай Сплит тарихи үҙәге менән бергә ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Император Диоклетиан б.э. 293 йылында Рим империяһын дүрт өлкәгә бүлә. Диоклетиан үҙенә Кесе Азияны һәм Балканды ала, ә ҡалған империя өс хакимдаш араһында бүленә. Диоклетиандың баш ҡалаһы Мәрмәр диңгеҙе яры буйындағы Никомедия була, ләкин бүленгәндән һуң ике йыл үткәс, ул Адриатика яры буйында элекке грек колонияһы Аспалатос территорияһында үҙенең тыуған Салона ҡалаһы менән йәнәш ҡупшы резиденция төҙөлөшөнә тотона[4]. Төҙөлөш императорҙың тиҙҙән тәхеттән ваз кисеүенә тиклем б.э 305 йылында тамамлана. Тәхеттән ваз кискәндән һуң Диоклетиан ҙур сәйәсәттән китә һәм ғүмеренең ҡалған өлөшөн баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеп, һарайында үткәрә[5].

Һуңыраҡ һарай стеналары сиктәрендә киң территорияға Салона халҡы күсеп ултыра башлай, улар өсөн һарай вәхшиҙәрҙән һаҡланыу урыны була[4]. Ансамбль ныҡ үҙгәртеп ҡорола, эске биҙәлеше бөтөнләй тиерлек һаҡланмай[6]. Яйлап һарай территорияһында һәм уның тирәләй Сплит ҡалаһы үҫеп сыға. Һарайҙа урынлашҡан Диоклетиан кәшәнәһе христиан соборы итеп үҙгәртелә. Һарай подвалдары Сплит портының реконструкцияһы ваҡытында XVI быуат аҙағында сауҙа келәттәренә яраҡлаштырыла. Һарай ысынында 1764 йылда уның ентекле тасуирламаһын нәшер иткән Британия архитекторы Роберт Адам тарафынан яңынан асыла. Адам британия архитектура практикаһына үҙе Спалатола тикшергән Диоклетиан тәҙрәләрен күсерә.

Хәҙер һарай комплексы Сплит тарихи үҙәгенең ҙур өлөшөн биләй, уның эсендә торлаҡ биналары, ресторан, магазин һәм ҡунаҡханалар урынлашҡан[7].

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарай тура мөйөшлө формала 3 гектар майҙанды биләй. Уның планы рим легионы лагеры схемаһын ҡабатлай[8]. Ул ун биш манаралы 20 метр бейеклектәге ҡеүәтле диуарҙар менән уратылған (хәҙер өс манараһы һаҡланған)[6]. Эске ихатаһы ике төп урамды киҫеп үтә. Колоннада менән көньяҡ фасады диңгеҙ ҡултығына сыға, уға император бүлмәләре йәнәш тора. Һарай шулай уҡ төп залдан, көмбәҙ менән вестибюлдән, император мавзолейынан. Юпитер, Кибела һәм Венера ғибәҙәтханаларынан тора. Әлеге ваҡытта католик соборға әйләндерелгән кәшәнә һәм баптистерий итеп ҡоролған Юпитер ғибәҙәтханаһы ғына һаҡланып ҡалған[4].

Һарай башлыса Брач утрауынан килтерелгән кирбестән, эзбизташтан һәм яҡындағы йылғаларҙан табылған туфтан төҙөлгән. Мәрмәр Мармарҙан еткерелә, Мысырҙан гранит колонналар һәм сфинкстар килтерелә[9].

Һарайҙы һыу менән тәьмин итеү өсөн айырым акведук үткәрелә

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Икенсе донъя һуғышы алдынан инглиз яҙыусыһы Ребекка Уэст Югославия буйлап сәйәхәт итеүендә һарай сиктәрендә төҙөлгән йорттарҙа 9 000 кеше, ҡала халҡының бишенсе өлөшө тереклек итә, тип билдәләй[10]
  • 2013-2014 йылдарҙа һарайҙа Америка НВО телеканалының «Игра престолов» популяр телесериалының 4 һәм 5-сы миҙгел төшөрөүҙәре бара (Миэринда күренеш).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Vasari G. Vies des peintres, sculpteurs et architectes (фр.) / L. LeclanchéParis: 1841. — Vol. 1. — P. 184.
  2. 2,0 2,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  3. C. Michael Hogan.Diocletian's Palace. The Megalithic Porta (6 октября 2007).Дата обращения 7 июня 2009.
  4. 4,0 4,1 4,2 Croatia Traveller: Diocletian’s Palace
  5. Фёдорова Е. В. Императорский Рим в лицах
  6. 6,0 6,1 Максаковский В. П. Всемирное культурное наследие 2009 йыл 10 июнь архивланған., М.:Агентство «Издательский сервис», 2000
  7. Susan Pigg. Winds of change. Toronto Star (3 ноябрь 2007). Дата обращения: 6 июнь 2009. Архивировано 1 апрель 2012 года.
  8. Словарь античности / Составитель Йоханнес Ирмшнер в сотрудничестве с Ренате Йоне. Пер. с нем.. — М.: Прогресс, 1989. — С. 543. — ISBN 5-86290-008-X.
  9. Tomislav Marasovic Diocletian’s Palace
  10. West, Rebecca. Black lamb and grey falcon. — Penguin Classics, 1994. — С. 143. — 1181 с. — ISBN 0140188479.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]