Эстәлеккә күсергә

Диңгеҙбаева Рәүилә Муса ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Диңгеҙбаева Рәүилә Муса ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 декабрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Күсей ауылы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө агроном, уҡытыусы
Биләгән вазифаһы директор урынбаҫары[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Диңгеҙбаева Рәүилә Муса ҡыҙы (10 декабрь 1958 йыл) — агроном, педагог. Баймаҡ районындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2004).

Рәүилә Муса ҡыҙы Диңгеҙбаева 1958 йылдың 10 декабрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған.

1974 йылда урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас[1], уҡыуын 1-се Төрөкмән ауыл мәктәбендә дауам итә һәм 1976 йылда бында урта белем тураһында таныҡлыҡ ала.

1982 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлай һәм юллама буйынса тыуған районына ҡайта. Бында юғары белемле йәш белгесте ул саҡтағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының ВЛКСМ комитеты секретары итеп тәҡдим итәләр.

1983 йылдан башлап Рәүилә Диңгеҙбаева артабан «Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы»ның исемдәрен алған ошо махсус урта уҡыу йортонда хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә: уҡытыусы була, күп йылдар директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Юғары категориялы уҡытыусы булараҡ, бөгөнгө көндө ул — колледждың уҡытыу бүлеге мөдире[2].

1990 йылда төп эшенән айырылмай ситтән тороп К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһының педагогия факультетын тамамлай.

Намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәүилә Муса ҡыҙы Диңгеҙбаева 2004 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғәриф хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[3], 2015 йылда Баймаҡ район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

Уҡытыусының тикшеренеү эштәре 2015/2016 уҡыу йылында Мәләүез ҡалаһында үткән «Фәнгә аҙым» һәм 2016/2017 уҡыу йылында Сибай ҡалаһында ойошторолған «Фәнгә тәүге аҙымдар» фәнни-ғәмәли конференциялары йомғаҡтары буйынса әҙерләнгән йыйынтыҡтарҙа баҫылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғәриф хеҙмәткәре (2004)[4].
  1. Школа с. Кусеево
  2. h[ttp://www.uverenniy.ru/svedeniya-o-kadrovom-pedagogicheskom-sostave.html Сведения о кадровом педагогическом составе Государственного бюджетного профессионального образовательного учреждения Баймакский сельскохозяйственный колледж на 29 сентября 2015 года]
  3. [https://www.lawmix.ru/zakonodatelstvo/1470097 Указ Президента Республики Башкортостан от 06.05.2004 № УП-253 «О присвоении почетного звания "Заслуженный работник народного образования Республики Башкортостан" работникам образования»] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 ғинуар 2019)
  4. Сведения о кадровом педагогическом составе Государственного бюджетного профессионального образовательного учреждения Баймакский сельскохозяйственный колледж на 01 сентября 2014 года 2021 йыл 26 апрель архивланған.