Эстәлеккә күсергә

Богомолов Дмитрий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дмитрий Васильевич Богомолов битенән йүнәлтелде)
Богомолов Дмитрий Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 5 март 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Краснодар, Кубан өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 ғинуар 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (51 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө агроном
Эшмәкәрлек төрө тупраҡ тураһында фән[d]
Уҡыу йорто Кубань дәүләт аграр университеты[d]
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Богомолов Дмитрий Васильевич (5 март 1909 йыл — 28 ғинуар 1961 йыл) — ғалим-тупраҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1947). Башҡорт АССР-ы тупрағын ҙур масштаблы тикшереү һәм республиканың 1‑се йыйылма тупраҡ картаһын төҙөү етәксеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Дмитрий Васильевич Богомолов 1909 йылдың 5 мартында Екатеринодар (1920 йылдан Краснодар) ҡалаһында тыуған. 1930 йылда Кубань ауыл хужалығы институтын тамамлай.

Эш урыны: Краснодар тәмәкеселек институты, Әзербайжанда Муган тәжрибә-тоҙло тупраҡ станцияһы, Кавказ аръяғы һыу хужалығы институты — 1928—1932 йылдарҙа.

1932 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан экспедицияһы составында Башҡортостандың тупрағын өйрәнә.

Аҙаҡ Өфө ҡалаһында тупраҡ-ботаника бюроһының тупраҡ бүлеге мөдире булып эшләй.

Уның етәкселеге аҫтында 1934—1940 йылдарҙа Башҡортостанда беренсе тапҡыр тупраҡты комплекслы өйрәнеү үткәрелә, һәм 1941 йылда Башҡортостандың беренсе йыйылма тупраҡ картаһы (масштабы 1:2000 һәм 1:500) төҙөлә. Тупраҡты өйрәнеү һөҙөмтәләре уның тарафынан «Почвы Башкирской АССР» монографияһында дөйөмләштерелә. М. М. Туровцев менән берлектә Богомолов Д. В. 1941 йылда 1:500000 масштабында республиканың бөтә территорияһының тәүге тупраҡ картаһын төҙөй. 1954 йылда Д. В. Богомолов тарафынан Башҡортостан тупрағының беренсе генетик классификацияһы төҙөлә.

Богомолов Дмитрий Васильевичтың фәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәһе — Башҡортостанда тупраҡтың барлыҡҡа килеүе, үҫеше һәм тупраҡ япмаһының формалашыуы; тупраҡ эрозияһына ҡаршы көрәш һәм баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары системаһы, әсе тупраҡҡа эзбиз индереү мәсьәләләре.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Почвенная карта Башкирской АССР. М 1:600 000. М., 1941;
  • Почвы Башкирской АССР. М., 1954.
  • Почвы Башкирии. В 2 т. Уфа, 1975
  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996.
  • Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 1: Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006.