Дон йылғаһы фестивале

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дон йылғаһы фестивале =
фото
Дондағы Ростов ҡалаһы янындағы Дон йылғаһы яр буйында фестиваль ойошторғандар
Төп мәғлүмәт
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ҡала

Дондағы Ростов

Дон йылғаһы фестивале — Дон йылғаһы хөрмәтенә Дондағы Ростов ҡалаһында, йылға буйында йыл һайын ойошторолған сара. Байрам үҙ эсенә төрлө конкурстар, балыҡ һурпаһы (уха) дегустациялау һәм төрлө күңел асыуҙы ала[1]. 2016 йылда, байрамдың 6-сы тапҡыр үткәрелгән сағында, «Көньяҡ ҡапҡаһы» часовняһына нигеҙ һалына. Байрамға ул йылда ун меңгә яҡын кеше килә.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылда Дон йылғаһы фестивале Ростов яр буйында үткәрелә. Байрам уңайынан йыр һәм бейеү йәрминкә майҙаны, уха менән һыйлау урыны ойошторола. Туризмды әүҙем үҫтереүсе ҡала халҡы иҫтәлекле «Байков Андрей Матвеевичкә 185 йәш» миҙалына лайыҡ була. Байрам ваҡытында «Южные Ворота» тетрапилонына нигеҙ ташы һалына. Билдәләнгән ваҡытта Дон ярын нығытыу сиктәрендә бында часовня төҙөләсәк.

Часовняның иң беренсе һалынған ташы Дондағы Ростов ҡалаһының реставрацияланыусы Пресвятая Богородица Раштыуаһы Кафедраль соборынан килтерелгән кирбес була. Соборҙың руханийы часовня урынында молебен үткәргән тантанала часовняға беренсе кирбес һалына. Композицияның авторы ниәте буйынса, дүрт юл киҫешкән урындың символы булып арка торасаҡ. Часовня Дондағы Ростовтың символы булып торасаҡ һәм Яр буйының йәйәүлеләр юлының дауамы булып торасаҡ[2].

2016 йылда фестиваль Рәсәй киноһы йылына бағышлана. Бының өсөн махсус майҙансыҡ — «Донливуд» — төҙөлә, унда декорациялар ҡуйыла һәм гримерҙар, операторҙар эшкә саҡырыла. Теләгән кешеләргә кастинг ойошторола һәм уларҙы уңышлы үткәндәренә роль бирелә, йә булмаһа режиссерлыҡ эше тапшырыла. Фестивалдә ижади коллективтар сығыш яһай, төрлө конкурстар үткәрелә. Байрам ваҡытында Дондағы Ростовта ҡала музейы асылыуы тураһында хәбәр була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]