Эстәлеккә күсергә

Дубошин Георгий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дубошин Георгий Николаевич
рус. Георгий Николаевич Дубошин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 декабрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Серпухов, Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 20 октябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Введенское зыяраты[d]
Һөнәр төрө астроном, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө астрономия[1], небесная механика[d][1] һәм гравиметрия[d][1]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Аспиранттар Árpád Pál[d][2]
Уҡыусылар Василий Павлович Аксёнов[d]
Әүҙемлек урыны СССР[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ленин ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы премия имени М. В. Ломоносова
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Дубошин Георгий Николаевич Викимилектә

Дубошин Георгий Николаевич (25 декабрь 1904 йыл, Серпухов, Мәскәү губернаһы — 20 октябрь 1986 йыл), Мәскәү ҡалаһы)  — совет астрономы.

Георгий Николаевич Дубошин 1904 йылдың 25 декабрендә Мәскәү губернаһының Серпухов ҡалаһында тыуған. 1924 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. Уның бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге Мәскәү дәүләт университетында һәм П. К. Штернберг исемендәге дәүләт астрономия институтында үтә. Мәскәү дәүләт институтын тамамлағандан һуң, 1924 йылдан дәүләт астрофизика институтының теоретик бүлегендә эшләй башлай, ул 1931 йылда яңынан булдырылған П. К. Штернберг исемендәге дәүләт астрономия институты (ГАИШ) составына инә. ГАИШ-та теоретик астрономия бүлегендә эшләй, һуңынан ул күк механикаһы бүлеге тип үҙгәртелә, 1956—1979 йылдарҙа — бүлек мөдире. 1935 йылда физика-математика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһе бирелә. 1930 йылдан Мәскәү дәүләт университетында уҡыта (1935 йылдан — профессор, 1956—1979 йылдарҙа — күк механикаһы һәм гравиметрияһы кафедраһы мөдире, 1979 йылдан — профессор-консультант). Мәскәү күк механикаһы мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, күк механикаһы буйынса бер нисә фундаменталь дәреслек авторы.

Күк механикаһынан тыш, астродинамика, теоретик механика, тотороҡлолоҡ теорияһы, тартылыу теорияһы, дифференциаль тигеҙләмәләрҙе интеграллау теорияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара. А. М. Ляпуновтың есемдәрҙең өҙлөкһөҙ тәьҫир иткән көстәр йоғонтоһо аҫтында хәрәкәтенең тотороҡлолоғо тураһында теорияһын үҫтерә (1940). Сатурн юлдаштарының хәрәкәтенең юғары аныҡлыҡтағы теорияһын эшләй. Күк йөҙө механикаһында алға ынтылышлы хәрәкәт һәм әйләнмәле хәрәкәт араһында үҙ-ара бәйләнеште тәүге тапҡыр ныҡлап өйрәнә, үҙ-ара тартылыусы n ҡаты есемдәр системаһының алға ынтылышлы-әйләнешле хәрәкәтенең дифференциаль тигеҙләмәләрен яҙа. Йыһан аппараттарын тотороҡландырыу мәсьәләләрендә практик әһәмиәткә эйә булған, яһалма күк есемдәренең масса үҙәктәре тирәләй әйләнешле хәрәкәтен өйрәнә. Материаль нөктәләр системаһының үҙ-ара арауыҡҡа ғына түгел, тиҙлеккә һәм тиҙләнешкә бәйле көс тәьҫирендә хәрәкәттәрен тикшерә.

Астродинамикала Орион трапецияһында, ζ Персей ассоциацияһында, «Орион ҡылысы» төркөмөндә йондоҙҙар хәрәкәтен өйрәнә.

Халыҡ-ара астронавтика академияһы ағзаһы (1969), Халыҡ-ара астрономия союзының «Күк йөҙө механикаһы» 7-се номерлы комиссияһы президенты (1970—1973). «Күк йөҙө механикаһы» халыҡ-ара журналының редакторы (1971 йылдан).

РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).

СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1971), СССР Фәндәр академияһының М. В. Ломоносов исемендәге премияһы лауреаты (1969).

1986 йылда вафат була. Введенское зыяратында ерләнгән (11 уч.)[3].

Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Основы теории устойчивости движения (1952);
  • Теория притяжения (1961);
  • Введение в небесную механику (1938);
  • Небесная механика. Основные задачи и методы (3-е изд. 1975);
  • Небесная механика. Аналитические и качественные методы (3-е изд. 1978);
  • Небесная механика. Методы теории движения искусственных небесных тел (1983).
  • Колчинский И.Г.,Корсунь А.А.,Родригес М.Г. Астрономы.Биографический справочник. — Киев: Наукова думка, 1986.

Персональная страница на сайте Летопись Московского университета