Дуэль (фильм, 2010)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

{{Ук

«Дуэль» (ингл. Anton Chekhov's The Duel) — драматик фильм. 2010 йылда режиссёр Довер Кошашвили тарафынан төшөрөлгән. Фильмдың сюжеты урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың шул исемдәге хикәйәһенә нигеҙләнгән. Фильм Хорватияла төшөрөлә. Премьераһы АҠШ-та 2010 йылдың 28 апрелендә үтә. Фильм шулай уҡ 2011 йылда конкурстан тыш программалы «Мәскәү Халыҡ-ара кинофестивалендә» «Русский след категорияһында» күрһәтелә[1].

Сюжет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лаевский — дәүләт хеҙмәтендәге урыҫ аристократы, ул бигерәк тә ҡомарлы уйындар уйнарға һәм эсергә ярата. Ул иренән тартып алған Надя исемле ҡатын менән, уны яратмаһа ла, йәшәй. Бер көндө Надя Лаевскийға капитан Кирилин менән хыянат ҡыла. Бынан һуңғы ваҡиғаларҙың алмашыныуы Лаевскийҙы үҙенең элекке дуҫы фон Корен менән дуэлгә сығыуға килтерә.

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Эндрю Скотт — Иван Андреевич Лаевский
  • Фиона Глэскотт — Надя
  • Тобайас Мензис — Николай Васильевич фон Корен
  • Ниалл Багги — Самойленко
  • Рик Макарем — Ачмянов
  • Николас Роу — Шешковский
  • Мишель Фэйрли — Мария
  • Дебби Чейзен — Ольга
  • Джереми Свифт — Дьякон
  • Мислав Кавайда — Кирилин

Бүләктәре һәм номинациялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011 йылда фильм «Премию Канадского общества кинематографистов[en]» «Театр әҫәрендәге иң яҡшы оператор эше» (Пол Саросси) категорияһында[2] номинацияға ҡуйыла.

Баһаламалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фильм кино тәнҡитселәренең юғары баһаһын ала[3][4][5][6][7][8][9][10] Картинаға ҡуйылғанRotten Tomatoes сайтындағы 37 баһаның 81 % ыңғай рецензиялы, Metacritic сайтындағы 16 рецензияның — 100 балының 75 балы ыңғай була. Америка кино тәнҡитсеһеРоджер Эберт картинаға 4 балдың 2 балын бирә[11].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Экранизации Антона Чехова