Дэнни Трехо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Дэнни Трехо
Danny Trejo
Danny Trejo 2009.jpg
Дэнни Трехо 2009 йылда
Исеме:

Daniel Trejo, Jr

Тыуған:

16 май 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (73 йәш)

Тыуған урыны:

Лос-Анджелес, АҠШ

Гражданлығы:

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре:
актёр
Карьера:

1985—хәҙерге ваҡыт

Йүнәлеше:

боевик
триллер
ҡот осорғос фильмдар

IMDb:

ID 0001803

Commons-logo.svg Дэнни Трехо

Дэн (Дэни) Трехо (ингл. Тан «Danny» Trejo; 16 май 1944 йылда Лос-Анджелеста тыуған) — америка актеры, тыумышы менән Мексиканан, кинематография өлкәһендә башлыса кире персонаждар ролен башҡарыусы булараҡ билдәле. Роберт Родригестың «Ҡояш байығандан атҡанға тиклем» (1, 2, 3), «Шпион балалары» (1, 2, 3, 4), «Мачете» (1, 2) һәм «Йыртҡыстар» тигән фильмдары буйынса киң танылыу алған.

Йәшлек йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дэни Трехо Лос-Анджелеста сығышы менән Мексиканан булған америкалылар ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Дан Трехо төҙөүсе булған. Трехо — Американың билдәле кинорежиссеры Роберт Родригестың өс туған энеһе. Хәйер, был «Дыуамал» фильмын төшөргән саҡта ғына асыҡлана. Ошонан һуң Роберт ҡустыһын үҙенең бер нисә фильмында төшөрә.

Йәш сағында Трехо үҙенең өлкән туғаны менән енәйәт эштәрендә бутала һәм яйлап героинға ылыға. Уны күп тапҡыр ҡулға алалар һәм кесе йәштәге енәйәтсе булараҡ яуаплылыҡҡа тарттыралар. Урам йоғонтоһо аҫтында уның боксерлыҡ һәләте үҫешә һәм ул артабан үҙ юлын ошо юҫыҡта дауам итергә уйлай. Әммә хыялы оҙайлы ваҡытҡа төрмәгә эләгеүе арҡаһында селпәрәмә килә. Талауҙар һәм наркотиктар өсөн уның 12 йыл ғүмере Холмсбург төрмәһендә үтә. Иркенән мәхрүм ителгәс, Трехо Пенсильвания штатында бокс буйынса еңел һәм урта ауырлыҡтағы категориялар араһында чемпион титулын яулай. Шул уҡ ваҡытта Дэнни «12 аҙым» тигән программа буйынса реабилитация үтеп, наркотикка бәйлелектән ҡотола.

Әле енәйәтселәр ролен башҡарып, Дэнни йәштәргә бындай юлдың ахырыһы төрмә йәки ҡәбер икәнлеген аңлатырға тырыша.

Ижади карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрмәнән ҡотолғас, Дэнни «Поезд-ҡасаҡ» фильмын төшөргән төркөмгә барып эләгә. Ҡасандыр үҙе лә иркенән мөхрүм ителгән Эдвард Банкер Трехоны Роберт Родригес өсөн бокс буйынса тренер сифатында эшкә саҡыра. Дэнниҙың нисек эшләүен диҡҡәт менән күҙәтеп барған режиссер Андрей Кончаловский үҙенең фильмында роль тәҡдим итә.

Трехоның кинематографиялағы бына тигән карьераһы ошонан башлана ла инде. Ул башлыса гангстерҙар һәм ҡара эслеләр ролдәрен башҡара. Фильм һәм сериалдарҙа ике йөҙләп роль башҡара. Америка рэперы Tech N9ne «Йәшерен материалдар» сериалының һигеҙенсе сезонында (миҙгелендә), 8X06 «Үлтереш» эпизодында уйнай. Шулай уҡ «Тәүәккәл хужабикәләр» телесериалында (2-се миҙгел, 8-се эпизод) ҡыҫҡа ролдәр башҡара.

1996 йылда Трехо Sepultura Attitude төркөмө клибында уйнай. 2000 йылда «Текә Уокер: Техасса хөкөм итеү» сериалында Чак Норис менән бергә ҡыҫҡа ғына ролдәр башҡара. Был фильмда ла ул башҡарған герой йәш гангстерҙарҙың йәшәү рәүешен өнәп етмәй.

«Иң ауыр һынауҙарға» сериалында Мексика ошаҡсыһы образын кәүҙәләндерә. «Һөйәктәр» сериалының алтынсы миҙгелендә 6X9 «Эҙәрмән» эпизодында священник ролен башҡара. 2008 йылда Broiler — Money.2008 йылда америка рэперы Tech N9ne клибына Like Yeah исемендә төшә. 2011 йылда Американың Maylene And The Sons of Disaster тигән сатерн-рок төркөмө клибында роль башҡара. 2012 йылда Yelawolf — Whistle Dixie, 2015 йылда — Slayer — Repentless, 2016 йылда Broiler — Money клиптарында төшә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]