Эстәлеккә күсергә

Дүртөйлө урмансылығында дарыу үҫемлектәре популяцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дүртөйлө урмансылығында дарыу үҫемлектәре популяцияһыы
урыҫ : Популяции лекарственных растений в Дюртюлинском лесничестве
Төп мәғлүмәт
Нигеҙләнгән ваҡыты1977
Урынлашыуы
55°33′35″ с. ш. 54°37′49″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Дүртөйлө урмансылығында дарыу үҫемлектәре популяцияһыы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Дүртөйлө урмансылығында дарыу үҫемлектәре популяцияһыы

Дүртөйлө урмансылығында дарыу үҫемлектәре популяцияһы (урыҫ.: Популяции лекарственных растений в Дюртюлинском лесничестве) — Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе, ботаника йүнәлешендә эшләүсе заказник[1][2].

Физик-географик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ботаника заказнигы Ағиҙел йылғаһының һул ярындағы һыубаҫар туғайында урынлашҡан. Дүртөйлө ҡалаһынан 10 км, райондың Исмаил ауылынан 6 км алыҫлыҡта ята. 1977 йылда ойошторолған заказниктың майҙаны — 1215 гектар. Ә экосистеманың дөйөм майҙаны 768 гектар тәшкил итә. Гөлйемеш, муйыл, эт муйылы, ҡара ҡарағат, шулай уҡ һабын үләне, бесәй үләне (валериана), яҙғы умарзая кеүек дарыу үләндәре популяцияһын һаҡлау маҡсатында ойошторола. Һыубаҫар туғайҙың йылға улағына яҡын, түбәнерәк ятҡан һаҙлыҡлы урындарында тал ҡыуаҡтары, юғарыраҡ участкаларында күк тирәк һәм аҡ тирәк ағастары үҫә. Туғайҙың урта өлөшөн йүкә, ҡарама, уйпат урындарын һоро ерек, тал менән күк тирәк ағастары биләй, һирәкләп булһа ла ҡара ерек ағастары ла осрай.

Заказникты ҡырағай хайуандарҙан ҡыр сусҡалары, мышылар, ҡондоҙҙар төйәк иткән. Заказник ошо төбәктәге биоресурстарҙы, үҫемлектәр һәм ҡырағай хайуандар популяцияларының эталон өлгөләләрен һаҡлау буйынса ҙур әһәмиәткә эйә<ref name="Дүртөйлө урмансылығында дарыу үләндәре популяцияһы">enc.durtulicbs.ru />..

  1. Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 02.11.1977 №555 Об организации заказников по охране лекарственных растений на землях гослесфонда
  2. http://enc.durtulicbs/online/ru(недоступная ссылка)