Д. И. Менделеев исемендәге Тобольск педагогия институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Д. И. Менделеев исемендәге Тобольск педагогия институты
Нигеҙләү датаһы 1 (14) июль 1916[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Тобольский учительский институт[1], Тобольский педагогический техникум[1], Тобольский учительский институт[1], Тобольский государственный педагогический институт[1], Тобольский государственный педагогический институт им. Д. И. Менделеева[1], Тобольская государственная социально-педагогическая академия им. Д. И. Менделеева[1] һәм Тобольский педагогический институт им. Д. И. Менделеева (филиал) ФГАОУ ВО «Тюменский государственный университет»
Ҡыҫҡаса атамаһы ТУИ, ТПТ, ТУИ, ТГПИ, ТГСПА һәм ТПИ
Кем хөрмәтенә аталған Дмитрий Иванович Менделеев[1]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Төмән өлкәһе
Урын Тобольск
Алдағы Тобольская государственная социально-педагогическая академия им. Д. И. Менделеева[d]
Адрес 626150, Тюменская область, город Тобольск, улица Знаменского, 58
Рәсми сайт tobolsk.utmn.ru
Карта
 Д. И. Менделеев исемендәге Тобольск педагогия институты Викимилектә


Д. И. Менделеев исемендәге Тобольск педагогия институты (2014 йылдың 30 авгусына тиклем — Д. И. Менделеев исемендәге Тобольск дәүләт социаль-педагогия академияһы — «Төмән дәүләт университеты» федераль дәүләт автономиялы юғары белем биреү учреждениеһы филиалы. 1913 йылда Тобольск уҡытыусылар институты булараҡ нигеҙ һалынған.

1969 йылдан алып Менделеев Дмитрий Иванович исемен йөрөтә.

Әлеге ваҡытта юғары, урта һөнәри һәм өҫтәлмә белем биреү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлек алып бара.

Барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡытыусылар институты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1913 йылда Тобольск уҡытыусылар институты асылыу тураһында хөкүмәт ҡарары сыға, ул Себерҙәге Иркутск һәм Томск институтарынан һуң өсөнсө институт була[2]. Институтҡа 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге урта белемле һәм православие динен тотоусы ир-ат ҡабул ителә, әммә мәктәптә эш тәжрибәһенә эйә булған кешеләргә өҫтөнлөк бирелә[2]. Ҡаланың шарап келәттәре ҡаршыһында (хәҙер Биофабрика), Завльный биҫтәһендә, институт өсөн ер участкаһы тәҡдим ителә[2]. Әҙерлек осоро өс йыл дауамында бара, бары тик 1916 йылдың беренсе июлендә генә институтҡа ҡабул итеү башлана[2]. 1916 йылдың 6 ноябрендә институтты рәсми асыу тантанаһы була, унда 45 кеше тәбиғи-география, физика-математика һәм һүҙ-тарихи бүлегендә уҡый башлай[2]. 1919 йылдың йәйендә беренсе сығарылыш үткәрелә: физика һәм математика уҡытыусыһы һөнәрен һигеҙ кеше исемен ала. 1919 йылдың 25 июлендә губерна үҙәгенә Ҡыҙыл Армия частары баҫып алыу янағанлыҡтан, Тобольск губернаһы идарасыһы Пигнатти Василий Николаевич бойороғо буйынса институт ҡиммәттәре, һәм хеҙмәткәрҙәре Томскиҙағы уҡытыусылар институтына эвакуациялана.

1939 йылдың 27 июнендә РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән Тобольск уҡытыусылар институты Тобольск административ, Ханты-Мансы һәм Ямал-Ненец милли округтары мәктәптәре өсөн квалификациялы уҡытыусылар әҙерләү буйынса үҙ эшмәкәрлеген яңынан башлай. 1939 йылдың 27 авгусында рус теле һәм әҙәбиәте, математика һәм физика, география һәм тарих һөнәре буйынса студенттар ҡабул ителә. 19-сы быуат аҙағында төҙөлгән ирҙәр классик гимназияһы бинаһында институттың 133 студенты уҡырға тотона, улар барыһы ла ярлы ғаиләнән сыҡҡан колхозсылар, эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәр балалары була. Беренсе сығарылыш 1941 йылдың июнендә була: 51 урта мәктәп уҡытыусыһы белем алып сыға. Бөйөк Ватан һуғышы арҡаһында сығарылыш студенттарының һаны ҡырҡа кәмегән.

1941 йылдың авгусында Тобольск институты А. М. Горький исемендәге Омск педагогия институтына күсерелә, ә шул уҡ йылдың көҙөндә бында Ленинградтан Төньяҡ халыҡтары институты эвакуациялана. Институт Мәскәү, Ленинград, Омск ҡалаларының билдәле ғалимдары һәм педагогтары менән тулылана, Омск институтында 13 профессор һәм доцент, фән докторҙары һәм фән кандидаттары эшләй. Улар араһында билдәле совет лингвисты, рус тедле һәм әҙәбиәте белгесе, филология фәндәре докторы Виктор Владимирович Виноградов була, ул рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһына етәкселек итә; уның фәнни эштәре студенттар һәм уҡытыусылар өсөн ҡиммәтле әсбап булып хеҙмәт итә. 1942 йылда, кәрәклегенә ҡарап, уҡыу ваҡыты ҡыҫҡартыла һәм өлкән курс студенттары ваҡытынан алда уҡыуҙан сығарыла: педагогия юғары уҡыу йортоноң 339 студеты өлкә мәктәптәренә белгес итеп таратыла.

Педагогия институты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ваҡытта илдә йәштәр һәм балаларға урта дөйөм белем биреүҙең оҙайлы программаларын тормошҡа ашыра башлайҙар, был юғары квалификация белгестәрҙе талап итә. Уҡытыусылар институты үҙенең мәғариф бурыстарын үтәй, улар хәҙер йәү урта, йә юғары профессиональ-педагогия уҡыу йорттары итеп үҙгәртелә. Тобольск уҡытыусылар институты 1954 йылдың 1 сентябрендә — Тобольск педагогия институты итеп үҙгәртелә.

1969 йылдың 29 октябрендә Тобольск дәүләт педагогия институтына күп йыллыҡ һәм төрлө яҡлы халыҡ мәғарифын һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Тобольск ҡалаһында дәүләт педагогия институтына РСФСР-ҙың Министрҙар Советы Менделеев Дмитрий Иванович исемен бирә. 1989 йыл институтта аспирантура асыла. Уның тәүге һөнәре — «Химия уҡытыу теорияһы һәм методикаһы» була, ғилми етәксеһе — химия фәндәре докторы, профессор А. А. Макареня.

Соцаль-педагогия академияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылда Тобольск социаль-педагогия академияһы юғары уҡыу йорто Төмән өлкәһенең башҡа педагогия юғары уҡыу йорттары кеүек, федераль мәғариф юғары профессиональ белем биреү учреждениеларының һөҙөмтәһеҙ төркөмөнә ҡарай. 2013 йылда Мәғариф һәм фән министрлығының № 1013 бойороғона ярашлы, 30 августа академия булыуҙан туҡтатыла һәм Төмән дәүләт университетының филиалына әйләнә.

Төмән дәүләт университеты филиалы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдың 13 июнендә Change.org интернет-платформаһында « Д. И. Менделеев исемендәге Тобольск педагогия институтын һаҡлағыҙ!» тигән петиция урынлаштырыла, уның адресаты Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министры Ольга Васильева һәм Төмән өлкәһе губернаторы Владимир Якушев була. Петиция тексын ИгорьТомилов институтты тамалаусылар, уҡытыусылар һәм студенттар исеменән яҙа һәм институтты ТюмДУ-ға ҡушыу төбәктең мәғарифына, мәҙәниәт һәм иҡтисадына ҙур зыян килтерә тип билдәләй. Петицияла өс йыл эсендә өс факультет: филология, тарих, сит ил телдәре — оптималләштереп ике кафедраға берләштерелә, магистратура һәм аспирантураға уҡыусылар йыйыу ҡыҫҡартыла, тип яҙыла. Шулай уҡ ул матди базаның һәм квалификациялы педагогик кадрҙарҙың күпләп юҡ ителеүе тураһындағы мәсьәләләргә ҡағылған эштәрҙен авторы була. Ҡала халҡы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре институттың ғөмүмән бөтөрөлөүенә ҡаршы сыға. Петиция баҫтырылғандан һуң бер нисә сәғәт үтеү менән киң йәмәғәтселек вәкилдәре менән бергә Томилов институт директоры Фролова Наталья менән осрашыуға саҡырыла. Осрашыу барышында ул петицияла яҙылған мәсьәләләрҙе үҙ-ара конструктив хәл итергә тырышыуы һәм юғары уҡыу йортоноң сәскә атыуында үҙенең ҙур ҡыҙыҡһыныуы тураһында белдерә. Өс көн эсендә был петиция төбәктә киң резонанс тыуҙыра һәм уға 1 200-гә яҡын тауыш йыйыла. Валерий Фальков, Төмән дәүләт университеты ректоры, Тобольск институтының сетерекле мәсьәләһе буйынса институт хеҙмәткәрҙәре: декандар, кафедра мөдирҙәре, структур подразделение етәкселәре, профессор һәм доценттар-менән фекр алыша. Эш сәфәре йомғаҡтары буйынса университет хакимиәте инновациялар булдырыу һәм перспективаларҙың ҡотолғоһоҙ булыуы тураһында һығымта яһай. Инновациялар һәм перспективалар тураһында Фролова Натальяның киң интервьюһы интернет сайтында баҫыла.

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Факультеттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөн институтта түбәндәге факультеттар эшләй:

  • Социаль-педагогия факультеты (СПФ)
  • Тәбиғи фәндәр факультеты (Еф)
  • Гуманитар факультеты (ГФ)
  • Урта профессиональ белем биреү факультеты (ФСПО)


ТУИ директорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1916—1918: Валериан Соболева Константинович Соболев
  2. 1918—1919: Аркадий Афиногенович Зырянов
  3. 1939—1941: Иван Васильевич Зайцев
  4. 1945—1951: Иван Александрович Александровский
  5. 1951—1952: Коновалов Борис Вячеславович Коновалов
  6. 1952—1964: Павел Кузьмич Животиков

ТГПИ һәм ТГСПА ректорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1964—1970: Виктор Михайлович Дерябин
  2. 1970—1973: Михайлович Федор Дягилев
  3. 1973—1977: Вячеслав Алексеевич Дашевский
  4. 1977—1990: Юрий Михайлович Конев
  5. 1990—1993: Анатолий Карпович Карпов
  6. 1993—2001: Сергей Степанович Яковенко
  7. 2001—2014:Сергей Викторович Слинкин

ТПИ директорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 2014—2016: Елена Анатольевна Короткова
  2. 2016—2018: Наталья Владимировна Фролова
  3. 2018—х. в.: Сергей Павлович Шилов

Билдәле тамамлаусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарағыҙ. категория Тобольск педагогия институтын тамамлағандар

Үҙ эшмәкәрлеге барышында педагогия институты 20 000 ашыу белгес әҙерләп сығара, улар хәҙерге көндә Төмән өлкәһендә белем биреү ойошмаларының төп кадрҙар нигеҙен тәшкил итә.

  • Барышников Николай Павлович — Төмән өлкә думаһының беренсе рәйесе (1994—1998).
  • Вартанян Арам Саркисович — Югор дәүләт университетының тәрбиә эштәре буйынса проректоры.
  • Девятков Николай Михайлович — Тобольск профессиональ лицейының директоры (1994—2004).
  • Зольников Николай Петрович — Тобольск ҡала думаһы рәйесе (2010—2015).
  • Зубова Яна Степановна — Тобольск ҡала башлығының социаль мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары.
  • Конев Юрий Михайлович — РФ Дәүләт Думаһының өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш депутаты.
  • Останина Людмила Васильевна — Тобольск индустриаль институты директоры.
  • Попов Александр Владимирович — биатлон буйынса Ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы, 1988 йыл.
  • Редикульцев Виктор Федорович редикулец — Кондинский районы (ХМАО) башлығы.
  • Софронов Вячеслав Юрьевич — рәсәй яҙыусыһы, тарихсы.
  • Тереня Ольга Валерьевна — А. А. Алябьев исемендәге Тобольск мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы директоры.
  • Тунгусов Юрий Федорович — Тобольск педагогия колледжы директоры.
  • Устюгов Сергей Александрович — 2017 йылда саңғы спорты төрҙәре буйынса донъя чемпионатының чемпионы һәм призеры.
  • Филимонов Вадим Владимирович — биатлон буйынса халыҡ-ара класындағы спорт мастеры, 2015 йылғы Ҡышҡы Универсиаданың чемпионы һәм призеры.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 http://www.tgspa.ru/museum/gallery/history/
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Прибыльский Ю. П., Слинкин С.В. Глава 1. Первенец высшей школы // Имени Д. И. Менделеева. Документальный очерк о прошлом и настоящем Тобольского педагогического института / науч. ред. Н. А. Новгородова. — Тобольск: ТГПИ им. Д. И. Менделеева, 1999. — С. 9—10. — 256 с. — 200 экз.