Евангулова Ольга Сергеевна
Евангулова Ольга Сергеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 сентябрь 1933 или 1933[1] |
Тыуған урыны | Рыбинск, Иванов сәнәғәт өлкәһе[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 23 октябрь 2016[2] или 2016[1] |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Ваганьков зыяраты[d] |
Атаһы | Сергей Павлович Евангулов[d] |
Һөнәр төрө | ғалим, искусствовед, историк архитектуры, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | сәнғәт фәне[1] һәм русское искусство[d][1] |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Отделение Истории и теории искусства исторического факультета МГУ[d] |
Ғилми дәрәжә | сәнғәт фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Михаил Ильин[d] |
Аспиранттар | Карев, Андрей Александрович[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Евангулова Ольга Сергеевна (12 сентябрь 1933 йыл — 23 октябрь 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй сәнғәт тарихсыһы, педагог. Сәнғәт ғилеме докторы, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты Тарих факультетының Ватан сәнғәте тарихы кафедраһы профессоры. XVIII—XIX быуат баштары рус сәнғәте тарихы өлкәһендәге белгес. Мәскәү дәүләт университетында сәнғәт фәне буйынса диссертация советы ағзаһы. Ломоносов премияһы лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты тарих факультетының сәнғәт тарихы һәм теорияһы бүлеген тамамлаған. «Здание Ремесленного заведения Московского Воспитательного дома» диплом эше, 1956 йылда профессор М. А. Ильин етәкселегендә яҡланған (1903—1981).
Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң өс йыл дауамында А. В. Щусев исемендәге Дәүләт архитектура музейында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
МДУ-ның көндөҙгө аспирантураһында уҡығандан һуң (1959—1962) 1963 йылда профессор А. А. Фёдоров-Давыдов етәкселегендә (1900—1969) «Дворцово-парковые ансамбли Москвы первой половины XVIII века» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай (Лефортов һарайы өлгөһөндә).
Ошо осорҙан Мәскәү дәүләт университеты тарих факультетының Ватан сәнғәте тарихы кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент (1979), 1992 йылдан профессор вазифаларында эшләй; 1976 йылдан 2007 йылдың мартына тиклем — кафедра мөдире урынбаҫары. 1989 йылда «Изобразительное искусство в России первой четверти XVIII века. Проблемы становления художественных принципов Нового времени» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай (Монография рәүешендә күрһәтелә).
2010 йылдан — «Сәнғәт теорияһының һәм тарихының көнүҙәк мәсьәләләре» халыҡ-ара конференцияһының даими кураторы.
Рус сәнғәте тарихсыһы И. В. Рязанцевтың тормош иптәше һәм яҡын хеҙмәткәре.
Ваганьково зыяратында ерләнә
Фәнни ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«XVIII быуат рус сәнғәте тарихы» төп курсын уҡыуҙан тыш, «Рус сәнғәте XVIII—XX быуат башында» семинары менән етәкселек итә.
Бер нисә йыл дауамында түбәндәге махсус курстар уҡыла:
- Историография русского искусства XVIII века;
- Художественные контакты России и Запада в XVIII веке;
- Модели русских портретистов XVIII — начала XIX в.;
- Художественная культура русской усадьбы XVIII—XIX вв.,
- Принципы организации русских дворцово-парковых ансамблей в XVIII веке,
- Основы типологии иконографии и атрибуции произведений русского искусства XVIII века.
Һөнәри йүнәлеш һәм буласаҡ белгестәр әҙерләүҙең үҙенсәлекле методикаһын әҙерләй, индерә. Йыл һайын үткәрелгән «XVIII быуат урыҫ сәнғәте проблемалары» махсус семинары (1965 йылдан алып) аша уның күп һанлы уҡыусылары үтә. Барлыҡҡа килгән ғилми мәктәп был өлкәлә алдынғы тип таныла. Уның ғилми етәкселегендә 14 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.
Ғилми ҡаҙаныштарҙың нигеҙен дөйөм Европа һәм XVIII быуат рус һынлы сәнғәт мәктәбенең үҙенсәлекле һыҙаттары тәшкил итә. Бында теоретик аспекттар менән бер рәттән быға тиклем билдәһеҙ факттар асыҡлана, архив материалдары баҫыла, яңы атрибуациялар уҙғарыла.
Эре музейҙарҙа, университеттарҙа һәм тикшеренеү институттарында, шул иҫәптән Санкт-Петербург дәүләт университетында, Дәүләт Эрмитажында, А. С. Пушкин исемендәге Дәүләт һынлы сәнғәт музейында, Дәүләт сәнғәт ғилеме институтында һ.б., төрлө ғилми конференцияларҙа ҡатнаша.
Премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1995 йылда XVIII быуат рус сәнғәте тарихына арналған эш циклдары өсөн I дәрәжә Ломоносов премияһына лайыҡ була
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Евангулова О. С. К истории здания Ремесленного заведения Воспитательного дома // Памятники культуры. Исследования и реставрация. Вып. 2. — М., 1960.
- Евангулова О. С. Архитектурный ансамбль Лефортова в первой половине XVIII века // Вестник МГУ. 1962. № 5.
- Евангулова О. С. Развитие дворцовых ансамблей Москвы в первой половине XVIII века (Лефортово): автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата искусствоведения / О. С. Евангулова; Гос. ун-т им. М. В. Ломоносова, Ист. фак., Каф. ист. и теории рус. и совет. иск-ва. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1963. — 16, [2] c. — 180 экз. (обл.).
- Евангулова О. С. Дворцово-парковые ансамбли Москвы первой половины XVIII века / Худож. И. С. Клейнард. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1969. — 144 с. — 4800 экз.
- Евангулова О. С. «Турецкая серия» живописца И. Маттарнови // Русское искусство первой четверти XVIII века: Материалы и исследования / Под ред. Т. В. Алексеевой; Акад. наук СССР, Ин-т истории искусств М-ва культуры СССР. — М.: Наука, 1974. — С. 158—167. — 234, [96] с. — 14 400 экз. (в пер.)
- Евангулова О. С. О некоторых особенностях московской архитектурной школы XVIII в. // Русский город: (Историко-методологический сборник). Вып. 1 / Под ред. чл.-корр. АН СССР В. Л. Янина. — М.: Изд-во МГУ, 1976. — С. 259—269. — 296 с. — 4600 экз. (в пер.)
- Евангулова О. С. Искусство XVIII века // История русского и советского искусства: Учеб. пособие для вузов / Под ред. Д. В. Сарабьянова. — М.: Высшая школа, 1979.
- Евангулова О. С. Светский интерьер Москвы конца XVII—начала XVIII в. // Русский город: (Москва и Подмосковье). Вып. 4 / Под ред. чл.-корр. АН СССР В. Л. Янина. — М.: Изд-во МГУ, 1981. — С. 100—120. — 240 с. — 7000 экз. (в пер.)
- Евангулова О. С. Изобразительное искусство в России первой четверти XVIII в.: Проблемы становления художественных принципов Нового времени. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1987. — 296 с. — 7600 экз. (в пер.)
- Алленов М. М., Евангулова О. С., Лифшиц Л. И. Русское искусство Х – начала XX века: Архитектура, скульптура, живопись, графика. — М.: Искусство, 1989. — 480 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-210-00015-X. (в пер., суперобл.)
- Евангулова О. С. Искусство XVIII века // История русского искусства: Учеб. пособие для вузов / Под ред. Д. В. Сарабьянова. — Изд. 2-е, перераб. и доп. — М.: Высшая школа, 1989. — 448 с. — ISBN 5-06-001441-X.
- Евангулова О. С., Рязанцев И. В. У Красных ворот (к истории архитектурного ансамбля) // Русский город. Вып. 9. — М.: Изд-во МГУ, 1990. — С. 91—121. (в пер.)
- Евангулова О. С., Карев А. А. Портретная живопись в России второй половины XVIII века. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1994. — 200, [32] с. — ISBN 5-211-02049-9.
- Евангулова О. С. Художественная «Вселенная» русской усадьбы. — М.: Прогресс-Традиция, 2003. — 2000 экз. — ISBN 5-89826-140-0. (в пер.)
- Евангулова О. С. Русское художественное сознание XVIII века и искусство западноевропейских школ. — М.: Памятники исторической мысли, 2007. — 288 с. — 300 экз. — ISBN 978-5-88451-223-8. (в пер.)
- Евангулова О. С. Усадьбы Головкиных в Москве // Петровское время в лицах - 2009: Материалы научной конференции: К 300-летию Полтавской победы (1709-2009) / Ред.: В. В. Мещеряков, И. В. Саверкина, Е. А. Андреева; Государственный Эрмитаж. — СПб.: Изд-во ГЭ, 2009. — С. 129—136. — 268 с. — (Труды Государственного Эрмитажа; 47). — 400 экз. — ISBN 978-5-93572-368-2.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Jevangulova, Ol‘ga Sergejevna // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ http://www.theartnewspaper.ru/posts/3608/
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Евангулова Ольга Сергеевна // Энциклопедический словарь Московского университета: Исторический факультет / Под общ. ред. чл.-корр. РАН, проф. Карпов Сергей Павлович. — М.: Изд-во МГУ; «Российская политическая энциклопедия» (РОССПЭН), 2004. — С. 130—131. — 544 с. — 2000 экз. — ISBN 5-8243-0565-X. (в пер.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 12 сентябрҙә тыуғандар
- 1933 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 23 октябрҙә вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Рәсәй сәнғәт ғилеме белгестәре
- СССР сәнғәт ғилеме белгестәре
- Сәнғәт ғилеме докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ярославль өлкәһендә тыуғандар
- Юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары