Эстәлеккә күсергә

Скурко Евгения Романовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Евгения Скурко битенән йүнәлтелде)
Скурко Евгения Романовна
Тыуған көнө

5 август 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (77 йәш)

Тыуған урыны

Куйбышев ҡалаһы

Ил

СССР, Рәсәй

Ғилми даирәһе

музыка ғилеме

Эшләгән урыны

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Альма-матер

Мәскәү консерваторияһы

Награда һәм премиялары
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Скурко Евгения Романовна (5 август 1947 йыл) — ғалим-музыка белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1984 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт фәндәре докторы (2005), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Евгения Романовна Скурко 1947 йылдың 5 авгусында Куйбышев ҡалаһында тыуған.

1970 йылда Мәскәү консерваторияһының теория-композиторлыҡ факультетын В. П. Бобровский класы буйынса тамамлай.

1979 йылда сәнғәт ғилеме өлкәһендә «Рахманинов ижадында вариантлы-вариациялы үҫеш ысулының роле тураһында» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

«Башҡорт академик музыкаһы: үҫеш юлдары» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай (2004 йыл). Профессор.

1971 йылдан Өфө сәнғәт институтында эшләй (1984 йылдан алып доцент). Институттың музыка теорияһы кафедраһында махсус һәм дөйөм курстар алып бара («Музыкаль әҫәрҙәргә анализ», «XX быуат композицияһы техникалары», «Хәҙерге заман башҡорт музыкаһы»).

«Саҡырылған профессор» сифатында Евгения Романовна күп тапҡырҙар АҠШ-ҡа, Германияға, Финляндияға, Венгрияға бара, инглиз телендә XIX һәм XX быуаттарҙағы рус музыкаһы, шул иҫәптән башҡорт музыка мәҙәниәте тураһында лекциялар уҡый.

Скурко Евгения Романовна — хәҙерге заман музыкаһы стиле проблемалары, башҡорт композиторҙарының ижады тураһындағы мәҡәләләр авторы, концерттарға, спектаклдәргә рецензиялар яҙа.

Скурко Евгения Романовнаның 130-ҙан ашыу публикацияһы бар, шул иҫәптән «SONUS» (АҠШ) музыка ғилеме журналында. Мәҡәләләре: «Об основных принципах развития в вариационных циклах Рахманинова» (в сб.: Вопросы музыкознания. Вып. 2. — Уфа, 1977), «О жанровых истоках вариантного метода С. Рахманинова» (СМ, 1978, № 6), «О специфике интегрирующего метода развития в инструментальной музыке С. Рахманинова» (в сборнике.: Вопросы искусствознания. Вып. 4. — Уфа, 1980), «Достижения и перспективы» (совместно с Г. Некрасовой; СМ, 1980, № 8), «По мотивам народной легенды» (о балете Р. Хасанова «Легенда о курае»; в сб. Музыка России. Вып. 4. — М., 1982), «Послы Урала» (об опере З. Исмагилова; МЖ, 1983, № 5), «Панорама башкирской музыки» (там же), «В. П. Бобровский — человек, педагог, музыкант» (совм. с Е. Чигаревой; в книге: В. П. Бобровский. Избранные труды. — M, 1988), «Творчество Данилы Хасаншина» (в сб.: Композиторы Российской Федерации. Вып. 5. — М., 1988, под псевдонимом Е. Романова), «Роман Леденев».

  • Скурко Е. Р. Башкирская академическая музыка: Традиции и современность: уч. пособ. / Е. Р. Скурко. — Уфа: Гилем, 2005. — 320 с.
  • Скурко Е. Р. Очерки современной музыкальной литературы Башкортостана / Е. Р. Скурко. — Уфа: Узорица, 1997. — 156 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014 йыл)[1]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2001).