Елсел (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Елсел
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Елсел — рус. Ицы́л - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге Оло Урал һыртының бер өлөшө.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Елсел һырты Көньяҡ Уралда Тағанай тауҙары составына ингән һырт, «Тағанай милли паркы» сигендә урынлашҡан.

Елсел һырты буйынан Европа менән Азия араһындағы сик үтә.

Иң бейек нөктәһе — ике сусаҡлы Елсел тауы. Төньяҡ сусағы (1068 м) көньяҡтағыһынан бер ни тиклем юғары (1049 м) һәм унан яҫы таулыҡ менән бүленгән. Был урын 0,5 — 3 м диаметрлы тау тоҡомдары киҫәктәре менән ҡапланған.

Оло Тағанай һыртынан - көнсығышҡа, Кесе Тағанай һәм Урта Тағанай һырттарынан төньяҡҡа табан урынлашҡан. 25 км төньяҡ-көнбайыштараҡ Түрғәяҡ күле ята.

Златоуст ҡалаһына тиклем – 20 км, Силәбегә – 160 км, Өфө менән араһы — 280 км.

Координаттары: 55°20'11"Н 59°58'39"Е [1]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һырттың көнсығыш битләүҙәре Тыйылға ҡасабаһы яғынан үҙенсәлекле биогеографик сифаттарға эйә. Улар реликт шыршылыҡтар менән ҡапланған, был урмандар киләсәк быуын өсөн оло ҡиммәт булып тора, шул иҫәптән ағас орлоҡтары фонды булараҡ та ҡурсыуға лайыҡ.

Елсел итәгендә — тау тайгаһы, бында күберәк ҡара һәм аҡ шыршы, ҡайын үҫә. Түбәһе ике сусаҡлы һәм ташлы. Көньяҡ Уралда тап ул иң яҡшы күҙәтеү майҙансыҡтарының береһе тип һанала. Оло һәм Кесе Тағанай, Йүрмә, Юрмый, Александров түбәһе бынан яҡшы күренә.

Түбәһендә ағас юҡ тиерлек. Бында башлыса ҡая һәм таш йылғалар араһында мүк һәм лишайниктар үҫә. Иң бейек ҡаяларҙа шикша, һаҙ еләге осрай[2].

Көртмәле үҫкән урындар табыла.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һырттың исеме башҡорт теленән ингәне бәхәсһеҙ, әммә фараздар, тәржемәләр бик үк теүәл булмау арҡаһында, башҡортса атаманы ҡулланыуҙа һорауҙар тыуҙыра.

Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Шувалов Николай Иванович иһә үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: "Ицыл (Иссыл), гора, территория города Златоуста. От башкирского слова иссиль — «вечный ветер». Ицыл — «гора вечного ветра». Название вполне соответствует действительности. Об Ицыле говорят: «Известная труба на весь Урал»."[3][4] Йәғни, атама "ел" һүҙенән килеп сыҡҡанлығы шик тыуҙырмай. Әммә «гора вечного ветра» тигән тәржемә дөрөҫ кенә тип әйтеп булмай. Аңлашылыуынса, һырттың атамаһы "гел ел сығып торған урын", йәғни, бер һүҙ менән "елсел" тигән сифатҡа эйә урын.

Фотогалерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Елсел һырты
Елсел күренеше
Монблан тауынан метеостанцияға һәм Елсел тауына күренеш
Елсел түбәһе
Елселтау
Елсел һырты панорамаһы. 2015 июль
Елсел һырты


Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Гора Ицыл 2019 йылдың 17 октябрь көнөндә архивланған.
  2. Гора Ицыл 2019 йылдың 17 октябрь көнөндә архивланған.
  3. Шувалов Н. И. Аксакуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]