Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы
Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы, 1-се Моҡас ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
хоҡуҡ ғилеме |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер |
Урал дәүләт юридик академияһы |
Ғилми дәрәжәһе |
юридик фәндәр докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001) |
Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы (4 март 1951 йыл) — рус. Еникеев Зуфар Иргалиевич — дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды рәйесе[1]. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Юридик фәндәр докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зөфәр Ирғәли улы Йәнекәев 1951 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 1-се Моҡас ауылында тыуған.
Мәктәпте бөткәндән һуң 2 йыл Ирәндек совхозында эшсе була. 1973 йылда Свердловск юридик институтын тамамлай.
Дыуан районында (1973−1974), Салауат ҡалаһында (1974—1976) һәм Баймаҡ районында (1976−1978) прокуратура тәфтишсеһе булып эшләй. 1974 йылда Совет Армияһы сафына алына. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Сибай ит комбинатында юрисконсульт була, унан һуң Сибай ҡалаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ участкаһы начальнигы урынбаҫары, граждандар оборонаһы штабы начальнигының ярҙамсыһы булып эшләй.
1975 йылда Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының аспирантураһына инә. «Рәсәй составындағы Башҡортостандың хоҡуҡи статусы, ХVI — XXI быуаттар» тигән темаға кандидатлыҡ, артабан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Артабанғы эш урындары: БДУ-ның юридик факультеты уҡытыусыһы; Башҡортостан Республикаһы Юғары Советында: Секретариаттың сектор мөдире, Халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе.
... «Башҡорт халҡының михнәттәр сигеп, инҡилаптарҙа көрәшеп яулаған дәүләте — Башҡортостан Республикаһы — уның именлегенең гаранты булып тора»
1995 йылдан 2014 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу Палатаһы депутаты, Закондар сығарыу Палатаһының Урындағы власть мәсьәләләре, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр эштәре комитеты рәйесе; Европа Төбәктәр Палатаһында (Европа Советы, Страсбург) Рәсәй Федерацияһы вәкиле; Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу Палатаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу Палатаһының Ҡануниәт, дәүләт төҙөлөшө һәм суд-хоҡуҡи мәсьәләләр комитеты ағзаһы, 2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйлышы — Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидаралыҡ, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр эштәре, мәғлүмәт сәйәсәте комитеты рәйесе. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе вазифаһын биләй.
Ғаиләһе: ҡатыны, ике балаһы бар.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы — 200-ҙән ашыу ғилми публикация авторы.
- Еникеев Зуфар Иргалиевич. Правовой статус Башкортостана в составе России, ХVI — XXI вв. (История и современность) : Дис. … д-ра юрид. наук : 23.00.02 : Москва, 2003 387 c. РГБ ОД, 71:04-12/12-2
- Конституционно‑правовое развитие Башкортостана. Уфа, 2008.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001)
- Салауат Юлаев ордены (2011)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2021)
- http://www.bashkortostan.ru/organizations/8133/personnel/15967.html 2019 йыл 13 май архивланған.
- http://www.vatandash.ru/index.php?article=1056 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- http://www.gsrb.ru:88/MainLeftMenu/Museum/Deputats/3soziv/enikeevzi.php(недоступная ссылка)
- http://law.edu.ru/person/person.asp?persID=1121594 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://personarb.ru/index.php?categoryid=15&nomer=956324
- 4 мартта тыуғандар
- 1951 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Баймаҡ районында тыуғандар
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- 1-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 2-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 3-сө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- Башҡортостандың атҡаҙанған юристары
- Юридик фәндәр докторҙары
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары