Еремеев Пётр Васильевич
Еремеев Пётр Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 11 июнь 1911 |
Тыуған урыны | Иглин районы |
Вафат булған көнө | 2 октябрь 1941 (30 йәш) |
Вафат булған урыны | Осташковский городской округ[d], Тверь өлкәһе, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Осташковский городской округ[d] |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Мәскәү өсөн ҡаты һуғыш[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Еремеев Пётр Васильевич Викимилектә |
Еремеев Пётр Васильевич (11 июнь 1911 йыл — 2 октябрь 1941 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәүге төнгө таран яһап, батырҙарса һәләк булған летчик-истребитель, эскадрилья командиры урынбаҫары, өлкән лейтенант. Рәсәй Геройы (1995, үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пётр Васильевич Еремеев [1] 1911 йылдың 11 июнендә хәҙерге Башҡортостандың Иглин районындағы Бердин яланы ауылында тыуған.
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһында металлургия заводында сигәләү цехының сүкешсеһе булып эшләй. 1930 йылда Златоуст механика техникумын тамамлай.
1930 йылдың майынан Ҡыҙыл Армия сафында. 1933 йылда Ырымбур хәрби авиация лётчиктар мәктәбен тамамлай. Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы хәрби һауа көстәре ғилми-тикшеренеү институтының махсус вазифа йөкмәтелгән отрядында хеҙмәт итә; 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
1941 йылдың 2 октябрендә һауа һуғышында батырҙарса һәләк була[2][3].
Калинин (хәҙер Тверь) өлкәһенең Красуха ауылы янында ерләнә.
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«1941 йылдың 29 июленә ҡарай төндә истребитель авиация полкының 27-се эскадрилья командиры урынбаҫары (6-сы истребителдәр авиацияһы корпусы, Һауа һуғышынан һаҡлауҙың Мәскәү зонаһы) өлкән лейтенант Еремеев Петр Мәскәү өлкәһенең Истра районындағы Головин һәм Яңы Петров тораҡ пункттары эргәһендә „МиГ-3“ самолет-истребителендә ватан хәрби тарихында тәүге тапҡыр „Ю-88“ дошман бомбардировщигына төнгө таран яһай.
1941 йылдың 26 авгусынан ҡыйыу лётчик-истребитель — 28-се истребитель авиация полкының эскадрилья командиры (4-се ҡатнаш авиация дивизияһы, Төньяҡ-Көнбайыш фронт) алыштарҙа ҡатнашҡан ваҡытында етмештән ашыу хәрби осош яһай, шуларҙың иллеһе — төндә; дошмандың ике самолетын, улар иҫәбендә береһен таран менән бәреп төшөрә».
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 21 сентябрендәге 961-се Указы менән 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн өлкән лейтенант Еремеев Петр Васильевичҡа үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- П. В. Еремеев исемен Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһында батыр уҡыған 1 -се һанлы урта мәктәп йөрөтә.
- П. Еремеев исеме менән Әшә ҡалаһында бер урам аталған.
- 2014 йылда Еремеев батырлығына арналған почта маркаһы һәм почта конверты сығарылған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1941)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 11 июня родились… . Комментарии : LiveInternet — Российский Сервис Онлайн-Дневников. Проверено 17 марта 2013.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Еремеев Пётр Васильевич . «Герои страны» сайты.
- Еремеев Пётр Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 июнь 2021)