Нела Ержишник
Нела Ержишник | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d] Хорватия |
Тыуған көнө | 18 июнь 1922 |
Тыуған урыны | Баня-Лука, Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы, Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d][1] |
Вафат булған көнө | 14 август 2007[2] (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Волоско[d], Опатия[d], Приморско-Горанская жупания[d], Хорватия |
Ерләнгән урыны | Volosko Cemetery[d][3][4] |
Һөнәр төрө | актёр |
Нела Ержишник Викимилектә |
Нела Ержишник (хорв. Nela Eržišnik; Баня-Лука, 18 июнь,1922 йыл — Волоско ([5] янында), 14 август, 2007 йыл[5]) — хорват һәм югослав актрисаһы и комик. Тыуғандағы исеме — Невенка Марас (хорв. Nevenka Maras), икенсе никахынан һуң (Звонимир Блажевич менән, 1952 йыл) суҡындарғанда бирелгән исемен Марияны һәм иренең фамилияһын ала (хорв. Marija Blažević).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баня-Лука ҡалаһында Иван һәм Матилда Марас ғаиләһендә тыуа. Бала сағы Госпич һәм Оточаце ҡалаларында үтә, ошонда уҡ башланғыс синыфты һәм гимназияның өс синыфын тамамлай. 1935 йылда ғаилә Загребҡа күсенә, унда Горнийград гимназияһын тамамлай. Хорватия бойондороҡһоҙ дәүләте осоронда ҡаланың төп почта бүлексәһендә эшләй. Икенсе донъя һуғышынан һуң 1948 йылда Ерле актёр мәктәбен тамамлай.
Актёр карьера8ын Хорват милли театрында башлай, 1953 йылдаЗагреб драма театрына (хәҙер — Бранко Гавелла исемендәге драма театры) күсә. 1952 йылда Аристофандың "Лисистрат"ындағы төп роль актрисаға танылыу килтерә. Бранислав Нушичтың «Байбикә министерша» комедияһындағы төп роль уның һуңғы театрҙағы эше була.
1953 йылда «Зәңгәр аҡсарлаҡ» (рус. «Синяя чайка», хорв. «Galeb Sinji») фильмындағы актриса өсөн кинолағы тәүге эш була.
1950-се йылдар аҙағында Загреб радиоһындағы «Веселич ғаиләһе» юмористик тапшырыуы уға ҙур популярлыҡ килтерә. Унда ул Марица Хрдало исемле ябай ҡыҙ образында илдә һәм донъяла барған ваҡиғаларға комик алымы менән комментарийҙар бирә. Иосип Броз Тито уның персонаждарын хөрмәт итә.
2003 йылда «Минең өс ғүмерем» (хорв. Moja tri života) тигән автобиографик китап баҫтырып сығара
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кинолағы эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Синяя чайка[hr]» (хорв. «Sinji galeb»), 1953.
- «Концерт[hr]» (хорв. «Koncert»), 1954.
- «Юбилей господина Икла[hr]» (хорв. «Jubilej gospodina Ikla»), 1955.
- «Не оглядывайся, сынок[hr]» (хорв. «Ne okreći se sine»), 1956.
- «Хозяин своего тела[hr]» (хорв. «Svoga tela gospodar»), 1957.
- «Только народ[hr]» (хорв. «Samo ljudi»), 1957.
- «Кровь на 148 км» (хорв. «H-8»), 1958.
- «Сигналы над городом[hr]» (хорв. «Signali nad gradom»), 1960.
- «Uzbuna u Grand Hotelu», 1960.
- «Мартин в облаках[hr]» (хорв. «Martin u oblacima»), 1961.
- «Призраки» (хорв. «Sablasti»), 1964.
- «Берёза[hr]» (хорв. «Breza»), 1967.
Телевидениялағы эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Poletarac», 1979.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ выгрузка данных Freebase — Google.
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Bobanović P. Nela Eržišnik pokopana na groblju u Voloskom — 24sata, 2007.
- ↑ https://www.komunalac-opatija.hr/trazilica.html
- ↑ 5,0 5,1 Почина познатата комичарка Нела Ержишник (макед.), Утрински Весник (15 август 2007). 25 май 2016 тикшерелгән. 2016 йыл 24 сентябрь архивланған.(макед.), Утрински Весник (15 август 2007). 25 май 2016 тикшерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Nela Eržišnik (инг.) Internet Movie Database сайтында