Нела Ержишник

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нела Ержишник
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Croatia.svg Хорватия
Тыуған көнө 18 июнь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1]
Тыуған урыны СФРЮ[d], Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы, Баня-Лука[2]
Вафат булыу көнө 14 август 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1] (83 йәш)
Вафат булған урыны Хорватия, Загреб[2]
Һөнәр төрө актёр
Commons-logo.svg Нела Ержишник Викимилектә

Нела Ержишник (хорв. Nela Eržišnik; Баня-Лука, 18 июнь,1922 йыл — Волоско ([3] янында), 14 август, 2007 йыл[3]) — хорват һәм югослав актрисаһы и комик. Тыуғандағы исеме — Невенка Марас (хорв. Nevenka Maras), икенсе никахынан һуң (Звонимир Блажевич менән, 1952 йыл) суҡындарғанда бирелгән исемен Марияны һәм иренең фамилияһын ала (хорв. Marija Blažević).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баня-Лука ҡалаһында Иван һәм Матилда Марас ғаиләһендә тыуа. Бала сағы Госпич һәм Оточаце ҡалаларында үтә, ошонда уҡ башланғыс синыфты һәм гимназияның өс синыфын тамамлай. 1935 йылда ғаилә Загребҡа күсенә, унда Горнийград гимназияһын тамамлай. Хорватия бойондороҡһоҙ дәүләте осоронда ҡаланың төп почта бүлексәһендә эшләй. Икенсе донъя һуғышынан һуң 1948 йылда Ерле актёр мәктәбен тамамлай.

Актёр карьера8ын Хорват милли театрында башлай, 1953 йылдаЗагреб драма театрына (хәҙер — Бранко Гавелла исемендәге драма театры) күсә. 1952 йылда Аристофандың "Лисистрат"ындағы төп роль актрисаға танылыу килтерә. Бранислав Нушичтың «Байбикә министерша» комедияһындағы төп роль уның һуңғы театрҙағы эше була.

1953 йылда «Зәңгәр аҡсарлаҡ» (рус. «Синяя чайка», хорв. «Galeb Sinji») фильмындағы актриса өсөн кинолағы тәүге эш була.

1950-се йылдар аҙағында Загреб радиоһындағы «Веселич ғаиләһе» юмористик тапшырыуы уға ҙур популярлыҡ килтерә. Унда ул Марица Хрдало исемле ябай ҡыҙ образында илдә һәм донъяла барған ваҡиғаларға комик алымы менән комментарийҙар бирә. Иосип Броз Тито уның персонаждарын хөрмәт итә.

2003 йылда «Минең өс ғүмерем» (хорв. Moja tri života) тигән автобиографик китап баҫтырып сығара

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кинолағы эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Телевидениялағы эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Poletarac», 1979.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Person Profile // Internet Movie Database — 1990.
  2. 2,0 2,1 выгрузка данных FreebaseGoogle.
  3. 3,0 3,1 Почина познатата комичарка Нела Ержишник  (макед.), Утрински Весник (15 август 2007). 25 май 2016 тикшерелгән.(макед.), Утрински Весник (15 август 2007). 25 май 2016 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]