Ете ырыу бағанаһы (Бөрйән районы)
Ете ырыу бағанаһы (рус.столб семи родов) — стела. Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Әтек ауылы янында, Тарауыл аҡланында — башҡорт ырыуҙары вәкилдәре йыйылған тарихи урында урынлашҡан.
Асылыу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2006 йылдың авгусында Баймаҡ районы делегацияһы Бөрйән районында булып ҡайта. Уларҙың сәфәренең маҡсаты ете ырыу бағанаһы өсөн урын билдәләү була. Ете башҡорт ырыуы вәкилдәре йыйынға йыйылған элекке Атайсал (хәҙерге Тарауыл) яланында символик ҡаҙыҡ ҡағыла. Легенда буйынса, тап ошо урында имәндән бағана торған. Асыу алдынан урын Баймаҡ ҡалаһында әҙерләнгән ете бағана (ете ырыу билдәһе) һәм сылбырлы тимер ҡойма менән кәртәләнә.
2006 йылдың 5 октябрендә Тарауыл яланында Ҡыпсаҡ (Бөрйән районы), Бөрйән (Бөрйән һәм Баймаҡ райондары), Тамъян (Әбйәлил районы) һәм Табын (Ғафури районы) ырыуҙары вәкилдәре йыйыла. Асыуҙа филология фәндәре докторҙары, академик Ә. М. Сөләймәнов һәм Ғ. Б. Хөсәйенов, Бөрйән районы муниципаль район башлығы И. Ф. Зарипов, башлыҡтың социаль-гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Ш. Ғүмәрова, «Табын» гәзите мөхәррире С. М. Ғәлиуллин (Ғафури районы), «Осҡон» гәзите мөхәррире С. И. Фәйзуллин (Әбйәлил районы) ҡатнаша[1].
Стеланың һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]300 йәшлек ҡарағастан торған бағана 7 метр бейеклектә. Бағананың иң өҫкө өлөшөндә — ҡурай сәскәләре, бағананың үҙендә ете ырыу (Бөрйән, Түңгәүер, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән, Табын, Юрматы һәм Тамъян) тамғалары уйып яҙылған.
Был стеланың эскизы авторы — рәссам Рәмил Иманғолов[2]. Ағасты Мөхәррәм Вәхитов һырлай.
Шулай уҡ уҡығыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тарауыл яланы — ете ырыуҙың йыйын урыны[3]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Столб семи родов // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 493. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Атайсал яланы» День памяти Алдар-батыра. Бурзян. 2006г.
- ↑ Имангулов Рамиль Каримович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 219. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Тарауыл яланы — ете ырыуҙың йыйын урыны