Эстәлеккә күсергә

Жданов Владимир Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:ФИО

Жданов Владимир Георгиевич
В. Г. Жданов айыҡ тормош һәм алкоголдең зыяны тураһында лекция уҡый. Новосибирск, 2 февраль 2012 йыл
В. Г. Жданов айыҡ тормош һәм алкоголдең зыяны тураһында лекция уҡый. Новосибирск, 2 февраль 2012 йыл
Тыуған көнө

25 май 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (75 йәш)

Ил

 СССР
 Рәсәй

Эшмәкәрлеге

йәмәғәт эшмәкәре

Балалары

Елена һәм Наталья

 Жданов Владимир Георгиевич Викимилектә

Владимир Георгиевич Жданов (1949 йылдың 25 майында СССР-ҙа Алтай крайы,Топчиха районы, Белово ауылында тыуған) — рәсәй йәмәғәт эшмәкәре, «Союз борьбы за народную трезвость» рәйесе[1], алкоголь, тәмәке ҡулланыуҙан ҡотолоу һәм күреү һәләтен тергеҙеү псевдофән ысулдарын популярлаштырыусы. Биология һәм медицина белеме юҡ. «Дөйөм эш» проекты авторҙарының береһе.

Хәрби табип ғаиләһендә тыуған. 1966 йылдаНовосибирск Академҡаласығындағы физика-математика мәктәбен алтын миҙал менән тамамлай.

1966—1967 йылдарҙа Төркмән ССР-ы Мары ҡалаһында кирбес заводының киптереү мейесе кочегары булып эшләй.

1967—1972 йылдарҙа Новосибирск дәүләт университетының[2] физика факультетында уҡый.

1972—1984 йылдарҙа СССР фәндәр Академияһының Себер бүлексәһе автоматика һәм электрометрия институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1980 йылда «Оптика» һөнәре буйынса физика-математика фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала[3]. Диссертация темаһы: «Фотоиндуцированная анизотропия в плёнках халькогенидных, стеклообразных полупроводников»[4].

1984—1988 йылдарҙа эшләй Новосибирск дәүләт педагогия институтында[5] дөйөм физика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы булып эшләй.

1983 йылда, докладты өйрәнгәндән һуң Ф. Г. Угловтың «О медицинских и социальных последствиях употребления алкоголя в СССР» тип аталған докладын өйрәнгәндән һуң, был доклад менән мөмкин тиклем күберәк кешене таныштырырға ҡарар итә[3]. Шул уҡ йылда СССР-ҙа рәсми булмаған айыҡлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһенә әйләнә. «Международная академия трезвости» йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була[6].

1988 йылда «Халыҡ айыҡлығы өсөн көрәш Союзы» йәмәғәт ойошмаһының инициаторы һәм ойоштороусыларҙың береһе була[5]. 1988—2008 йылдарҙа — Союз рәйесе урынбаҫары (рәйесе — академик Ф. Г. Углов). Һуңынан В. Г. Жданов Союз рәйесе була[5].

1994 йылда, Бейтс ысулын ҡулланып, В. Г. Жданов, үҙе әйтеүенсә, үтәғарашлыҡтан (алыҫтан яҡшы күреү) ҡотола, үҙенең яҡындан күреү һәләтен тергеҙә. Шул уҡ йылдан алып Г. А. Шичко методикаһы менән тулыландырылған был ысулды өйрәнеү, камиллаштырыу һәм таратыу менән шөғөлләнә башлай. СССР-ҙың төрлө ҡалаларында күреү һәләтен тергеҙеү тураһында лекциялар уҡыған. "Бейтс-Шичко ысулы"н аҙыҡ өҫтәмәләрен файҙаланыу менән тулыландырып, күреү һәләтен тергеҙеү курстарын ойошторған.

1997 йылда Новосибирск дәүләт педагогия университетының психология факультетын «Практическая психология» һөнәре буынса тамамлай[5].

2000 йылда В. Г. Жданов Мәскәүҙә күреү һәләтен тергеҙеү темаһына тәүге тапҡыр сығыш яһай. Лекцияларын «Ашхабад» кинотеатрында уҡый. Меңдән ашыу тыңлаусы килә.

2000 йылдан Новосибирскиҙа «Себер гуманитар-экология институты» дәүләт ҡарамағында булмаған белем биреү учреждениеһында профессор һәм ғәмәли психология һәм психоанализ кафедраһы мөдире вазифаһын биләй[3]. Был учреждениела эште туҡтатыуҙың аныҡ датаһын В. Г. Жданов әйтмәһә лә, былай тип яҙа: «2005 йылда СибГЭИ ректоры һәләк булды, яңы ректор институтты һаҡлап ҡала алманы, һәм ул ябылды». Жданов шулай уҡ 2007 йылдан алып Новосибирскиҙа түгел, ә Мәскәүҙә йәшәй башлауын күрһәтә. А. Л. Дворкин тикшеренеүҙәренә ярашлы, 2007 йылда был адрес буйынса бер ниндәй ҙә институт булмаған[7]. «Себер гуманитар-экологик институты» учреждениеһы статусы асыҡ килеш ҡала. Учреждение 1997—2011 йылдарҙа эшләгән (суд ҡарары нигеҙендә тарҡатылған)[8] 2002—2011 йылдарҙа «Здравствуй, человек!» тип аталған гәзитен баҫтырған (№ ПИ 12-1017)[9][10][11].

2007 йылдан Мәскәүҙә йәшәй, «Славян фәндәр, мәғариф, сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһы» Славян халыҡтарының хеҙмәттәшлеген координациялауға булышлыҡ итеү төбәк йәмәғәт ойошмаһында ғәмәли психология кафедраһын етәкләй[5].

Өйләнгән. Ике ҡыҙы һәм ике ейәнсәре бар[5][12][13].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киң мәғлүмәт сараларында һәм шәхсән В. Г. Жданов үҙен Халыҡ-ара психоаналитиктар ассоциацияһы (МАП) президенты тип таныта. Был Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән, рәсми булмаған һәм ғилми булмаған ойошма[14], һәм уның бөтә донъяға билдәле Зигмунд Фрейд нигеҙ һалған Халыҡ-ара психоаналитик ассоциацияға (МПА) ҡағылышы юҡ, һәм тар мәсьәләләр даирәһенә (тәмәке тартыу һәм алкоголгә бәйлелектән азат итеү һәм күреү һәләтен төҙәтеү) ҡараған темаларға мөрәжәғәт итә. Жданов, үҙе әйткәнсә, ул һәм уның көрәштәштәре совет психофизиологы. Г. А. Шичко һәм хирург Ф. Г. Угловтың эштәренә таяна.

Шулай уҡ, аудитория алдында лекциялар һөйләп, ул «Халыҡ-ара славян академияһы» йәмәғәт ойошмаһы профессоры, «Халыҡ-ара айыҡлыҡ академияһы» йәмәғәт ойошмаһы вице-президенты[15] һәм «Айыҡ Рәсәй» дөйөм Рәсәй хәрәкәте рәйестәше булыуын күрһәтә. Был осраҡта профессор титулы йәмәғәт ойошмаһында эске вазифа булып тора һәм уның профессор йәки юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы тигән ғилми исемгә мөнәсәбәте юҡ.

Жданов Рәсәйҙең «Айыҡ Рәсәй»[16], «Айыҡ Башҡортостан»[17] һәм «Айыҡ Себер» йәмәғәт хәрәкәте кеүек төрлө айыҡлыҡ ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә[18].

Ждановтың лекциялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жданов лекцияларының тематикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жданов айыҡлыҡ идеяһы яҡлыларға ҡарай һәм үҙ сығыштарында Ф. Г. Углов[19], Г. А. Шичко һәм башҡа айыҡлыҡ пропагандасыларының теорияһына таяна (мәҫәлән, медицина фәндәре докторы К. Г. Башариндың киң практикаһына)[20][21]. Жданов артабан Г. А. Шичконың түбәндәге эштәренә таяна: Шичко ысулы менән зарарлы ғәҙәттәрҙән ҡотолоу методикаһы һәм Шичко һүҙлеге.

Жданов лекцияларының һәм сығыштарының төп темалары:

  • Айныу, алкоголде «уртаса доза эсеү»ҙән, тәмәке тартыуҙан һәм наркотиктар сифатына эйә башҡа матдәләр ҡабул итеүҙән комплекслы ҡотолоу (төп сығыштары);
  • күреү һәләтен тергеҙеү;
  • экстрасенсорика;
  • әсе ҡамырҙан бешерелгән икмәктең зыяны
  • һалҡын һыу менән сынығыу;
  • бал;
  • дауалау асығыуы;
  • күләгәәге хөкүмәт.

1985 йылда В. Г. Ждановты Г. А. Шичко тәнҡитләгән[22]. Ждановтың айыҡлыҡҡа ҡағылышлы фекерҙәше булараҡ, Шичко уны яҡшы оратор булараҡ ыңғай билдәләй һәм уның ҡайһы бер тезистары менән килешә. Мәҫәлән, Шичко фекеренсә, Жданов «Ирония судьбы, или С лёгким паром!» һәм «Семнадцать мгновений весны» («Яҙмыш шаярыуы, йәки еңел пар менән» һәм «Яҙҙың ун ете мәле») фильмдарында сюжеттарҙың алкоголгә ылыҡтырырҙай яғын тәнҡитләй. Әммә Г. А. Шичко Ждановтың ул ваҡытта ярамаған пропаганда алымдарын ҡабул итмәй:

Жданов лекцияһының магнитофонограммаһы һәм тексы менән таныштым. Кәйефем бик ныҡ төштө, унда яңылышлыҡ күп. Беҙҙең көсөбөҙ хәҡиҡәттә, тик уның менән генә илдә айыҡлыҡты раҫлаясаҡбыҙ, ике йөҙлөләнергә, яңылышлыҡҡа юл ҡуйырға, архиһул дошмансыл хәрәкәт яһауға хоҡуғыбыҙ юҡ. Быларҙың барыһы ла беҙҙе көсһөҙләндерә һәм тыңлаусыларҙың кешелектең иң ҙур ҡаҙанышы булған аңын зәғифләй — шуныһы айырыуса мөһим. Кешеләрҙең иң ҙур хоҡуғы — дөрөҫлөктө ҡабул итеү һәм ялғандан яҡланыу хоҡуғы. Иң ауыр граждан енәйәте — шул хоҡуҡҡа ҡул һуҙыу.

Айыҡлыҡ — Жданов эшмәкәрлегенең үҙәк идеяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ айыҡлығы өсөн көрәш союзында ҡатнашыусы, медицина фәндәре докторы патологоанатом К. Г. Башарин әйтеүенсә, Жданов эшмәкәрлегендә үҙәк урынды айыҡлыҡ идеяһы биләй, шул уҡ ваҡытта Г. А. Шичко күҙлегенән Жданов аҫҡы аң кимәлендә, йәғни алкоголь, тәмәке һәм башҡа наркотиктарға бәйле азатлыҡ һәм башҡа төрлө наркотик матдәләрҙе тейешле кимәлдә ҡулланыуҙан ғибәрәт. Шуға күрә Жданов эшмәкәрлеген һүрәтләүҙә айыҡлыҡ теорияһы һәм уны тәнҡитләү менән ошо теорияны берләштереү төп урынды биләй. Ждановтың был позицияһы ҡайһы берҙә «нигеҙһеҙ» тип тәнҡитләнә, шуға күрә үҙенең «Айыҡлыҡты фәнни яҡтан нигеҙләү. Көнбайыш коллегаларының тәжрибәһе» мәҡәләһендә Башарин бер нисә ҙур көнбайыш тикшеренеүҙәрен анализлай, Жданов пропагандалаған айыҡлыҡ идеяһы улар менән яраша һәм, Ждановтың фекере ғилми тикшеренеүҙәр менән килешелә, тигән һығымтаға килә[23].

«Дөйөм эш» проекты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылда Беренсе каналда айыҡлыҡ тураһында «Дөйөм эш» телетапшырыуҙар циклы күрһәтелде. Проекттың маҡсаты — Рәсәйҙә алкоголь проблемаһы менән бәйле киҫкен мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән саралар әҙерләү. Проекттың авторҙары — Архимандрит Тихон (Шевкунов) һәм В. Г. Жданов.

Күреү һәләтен тергеҙеү курстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жданов Г. А. Шичко методикаһы («Бейтс-Шичко ысулы») менән тулыландырылған Бейтс ысулы нигеҙендә күреү һәләтен тергеҙеү курстарын үткәрә. Курстарҙа методологик материалдар һәм аҙыҡ өҫтәмәләре һатыла, уларҙы күреүҙе тиҙләтеү өсөн ярҙам сифатында Жданов тәҡдим итә, ләкин уларҙы ҡабул итеү мотлаҡ түгел[24][25].

Жданов лекцияларының башҡа темалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙенең лекцияларында Жданов[26], һүгенеү һүҙҙәре, алкоголь, тәмәке тартыу һәм ауыр музыка емергән, «кеше аураһын» күргән экстрасенстар барлығын һөйләй[27].

Псевдофәнни телегония теорияһы буйынса В. Г. Жданов түбәндәге һүҙҙәр ҡуллана: «Телегония — мөһим фән. Математиканан мөһимерәк».

Һәр лекцияһында тиерлек Жданов термофилле әсеткеләрҙең һәм уның нигеҙендә бешерелгән икмәктең зыяны тураһында һөйләй[28].

Жданов һыуыҡ һыу менән сыныҡтырыуҙа пропагандист булып тора, шул иҫәптән Порфирий Иванованың «Детка» системаһы буйынса ла[29].

Үҙенең лекцияларында Жданов аҙыҡ-түлек продукттарын өс төркөмгә бүлә: «аҡһымдар» (мәҫәлән, ит), «тере аҙыҡ» (мәҫәлән, емеш-еләк) һәм «углеводалар» (мәҫәлән, икмәк). Артабан ул, «аҡһымдарҙы» эшкәртеү өсөн — әсе мөхит, ә «углеводтарҙы» эшкәртеү өсөн һелтеле мөхит кәрәк, ти. Шуға күрә был ике класлы продукттарҙың берләшеүе зыянлы[30]. Әлеге ваҡытта белгестәр айырым туҡланыу теорияһын ғилми нигеҙле түгел тип кире ҡаға.

Үҙенең лекцияларында Жданов «Ветом» биологик әүҙем өҫтәмәһен дә (БАД) рекламалай: «Ул — Ер йөҙөндәге бөтә булыуы мөмкин булған һәм билдәһеҙ ауырыуҙарҙан (тағун, ваба, гепатит, туберкулёз, грипптың төрлө формалары, атипик пневмония, себер сей яраһы, энцефалитлы талпан тешләүе) — теләһә ниндәй ауырыу осрағында кешелә иммун һаҡлағыс системаһын, иммунитетты, күтәрә»[31].

Жданов кешеләрҙе умартасылыҡ продукттары менән дауалауҙы әүҙем пропагандалай[32].

Милли наркология ғилми үҙәгенең балалар наркологияһы бүлеге — В. П. Сербский исемендәге психиатрия һәм наркология милли медицина тикшеренеү үҙәге филиалы етәксеһе Алексей Надеждин билдәләүенсә, уға В. Г. Ждановтың «лекциялары бик оҡшай», эритроциттарҙың үҙ-ара йәбешеүен Жданов (уны беренсе урынға ҡуя) — баш мейеһендә кире сағылыш тапҡан факторҙарҙың береһе генә, ә төп фактор булып күҙәнәк мембраналарына тәьҫир итеп, этанолдың нервы күҙәнәктәренә туранан-тура токсик тәьҫире тора. Надеждин Ждановтың, «эскән кеше иртәгәһенә бәүеле аша мейеһен түгә» тигән һүҙҙәре менән риза[33].

Медицина фәндәре докторы, Мәскәү наркология ғилми-ғәмәли үҙәге директоры урынбаҫары Олег Бузик «Нескучный сад» журналы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә былай тине: «Ждановтың аргументтары — ул төшөнсәләрҙе алмаштырыуға нигеҙләнгән ҡурҡытыу йәки ҡот осороу». Бынан тыш, О. Бузик Ждановтың «йыш ҡына наркологик ауырыуҙар тураһында сиктән тыш һанламай фекер йөрөтөүенә» тәнҡит күҙлегенән ҡарай[34].

Юғары психология мәктәбе психологы һәм доценты Денис Новиков Жданов үҙ лекцияларында психик манипуляциялар һәм «элементар кодлау» кеүек алымдар ҡуллана тигән баһа бирҙе. Был лекциялар йыш ҡына алкоголиктарға ғына ҡағылмай, ә «үҙ хис-тойғоларын, шул иҫәптән алкоголик менән йәшәүҙән йыйылған агрессияларын сығарыу юлын табырға теләгән» уларҙың туғандарына йүнәлтелгән, тип иҫәпләй Новиков[34].

Рәсәй Федерацияһының баш наркологы Е. А. Брюн Ждановтың ысулдарына шулай уҡ тәнҡит күҙлегенән ҡарай. Атап әйткәндә, «Как выстроить свои взаимоотношения с алкоголем» онлайн-конференцияһында ул былай тип белдерҙе:

Төрлө өлкәләрҙә, шул иҫәптән наркология темаһында ла, экстремизм бар. Жданов экстремистик алкоголгә ҡаршы даирәләргә ҡарай. Ул академик Угловтың эшен дауам итә. Улар хатта «йәһүдтәр Рәсәйҙе ҡара икмәк менән кефир эсереп иҫерткән» тип тә әйткән.

[35]

Биология фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһының А. А. Харкевич исемендәге Мәғлүмәт тапшырыу проблемалары институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһының ялған фәндәргә ҡаршы көрәш буйынса комиссияһы ағзаһы Александр Панчин үҙенең интернет-рецензияһында В. Ждановтың «Скрытая правда» фильмы тураһында был фильм «фәнгә ҡаршы ғына түгел, ә факттарҙы, асыҡтан-асыҡ ялған менән сикләп, тупаҫ боҙа», тип яҙҙы. Жданов фильмында килтерелгән күп кенә раҫлауҙар менән бәхәсләшә. Уның фекеренсә, В. Г. Жданов «хәҙерге фәнни әҙәбиәттән берәй нәмәгә өйрәнеү түгел, биологияның мәктәп кимәле менән дә танышмаған»[36].

Ике тапҡыр (2017[37], 2019[38]) «Учёные против мифов» ғилми-ағартыу форумында «ВРАЛ почётлы академигы» антипремияһына дәғүә итте (ВРАЛ — вымышленная «ВРуническая Академия Лженаук»), ләкин бер тапҡыр ҙа өс финалсы иҫәбенә инмәне.

Рус православие сиркәүе яғынан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. Г. Жданов үҙен православие динендә ти. Лекцияларҙың һәм интервьюның бер өлөшө[39][40] и интервью[41][42] В. Г. Ждановтың православие традицияларында шарап ҡулланыуға һәм айыҡлыҡ өсөн хәрәкәттә Православие сиркәүенең роленә арналған. Мәҫәлән, Жданов, адвентизм теологы Самуэль Баккиокиҙың (Samuele Bacchiocchi) «Вино в Библии» китабына һылтанып, "Изге Яҙмала иҫкә алынған «шарап» тигән һүҙ боронғо заманда «йөҙөм һуты» тигәнде аңлатҡан ти[41].

В. Г. Ждановтың ҡараштары православие мөхитендә төрлө фекерҙәр тыуҙыра.

Диакон Максим Плякин, техника һәм технология магистры, Рус православие сиркәүенең (РПЦ) собор-ара присутствиеһы ағзаһының баһалауына ярашлы, Жданов ысулы «матдәнең алкоголь ныҡлығына ҡарамай, организмға һәр әсетелгән продукты эләгеү процесына тыңлаусыларҙа ерәнеү тойғоһо тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала», икмәк һәм шарап йөҙөндә Христостың Тәнен һәм Ҡанын ҡабул итеп, дингә ҡағылышлы йәки уның бер өлөшө булыуын раҫлаусы православ христиан өсөн, бөтөнләй тыйыу причащениены тыйыу кеүек ҡабул ителә[43]. Бынан тыш, Максим Плякин, Жданов лекцияларында оккульт терминологияһын («повреждение биополя», «перекачка энергии» һ. б.) ҡулланыу православие кешеһе өсөн рөхсәт ителергә лә мөмкин түгел, тип иҫәпләй.

Максим Плякиндың был фекерен А. Л. Дворкин да хупланы. Үҙенең «Оккультно-сектантский характер антиалкогольного учения В. Г. Жданова» докладында Дворкин, Ждановтың лекциялары коммерция нигеҙенә эйә, шулай уҡ, шарап һәм әсе икмәк ҡулланыуҙы тыйыу кеүек, уларҙы пропагандалау алымдарын да тәнҡитләй[7]. Дворкин православие сиркәүендә шарап ҡулланыуға Ждановтың ҡарашын тәнҡитләй, атап әйткәндә, Жданов фекерендә табылған ҡаршылыҡтарға һәм ошо иҫәпкә Изге Яҙмалағы туранан-тура күрһәтмәләргә таянып, шарап тигәндә виноград һутын аңлау кәрәк ти. Дворкин фекеренсә, «алкоголизмға һәм эскелеккә ҡаршы көрәш менән шөғөлләнеүсе православие ағартыу ойошмалары В. Г. Жданов һәм ул етәкселек иткән ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итергә тейеш түгел»[7]. Бынан тыш, ул Ждановдың ҡараштары дингә ҡаршы ғилем генә түгел, ә православие динендә булыуына ышандырыуҙарына ҡарамаҫтан, мәсихселеккә ҡаршы һәм сиркәүгә ҡаршы булыуы менән дә айырылып тора[44].

Диакон Григорий Григорьев, Иоанн Предтеча Рождествоһы ҡорамы клиригы, доктор медицина фәндәре докторы:

Владимир Георгиевич Жданов, һис шикһеҙ, сағыу һәм эскерһеҙ пропагандист һәм айыҡлыҡ трибуны. Шулай ҙа мин, наҙанлыҡ кире әйләнеп ҡайта һәм айыҡлыҡ хәрәкәтен емерә, тип иҫәпләйем. Айыҡлыҡ файҙаһына объектив ғилми факторҙар етерлек — ә ниңә, эскән кеше бәүеле аша мейеһен ағыҙа, тип фантазияға бирелергә? Айыҡлыҡты пропагандаларға кәрәк, әммә идеялар кешенең айыҡ аҡылына һәм физиологик ҡоролошона тап килергә тейеш. Әгәр ҙә кемдер Жданов лекцияһынан һуң эскелектән баш тарта һәм ғибәҙәткә баҫа икән, тимәк, был алым да һөҙөмтәле һәм йәшәүгә хоҡуҡлы. Кешеләрҙең айыҡ тормош өсөн фантазияларға бирелмәй генә көрәшеүен теләр инем. Ә иң мөһиме, дауаланыу ғибәҙәтханала тамамланырға тейеш. Кеше эскеһен ташлаған һәм дингә килгән — бына исмаһам ваҡиға, хәҡиҡәт мәле ошо инде.

[45]

Игумен Анатолий (Берестов), медицина фәндәре докторы:

Жданов үҙенең лекцияларын ҙур энтузиазм менән уҡый, дин, христианлыҡ, православие өлкәһендә ҙур белемгә эйә булмаһа ла, медицина буйынса ҡайһы бер әйтемдәре йылмайыу тыуҙырһа ла, эскелеккә һәм алкоголизмға ҡаршы ул ихлас көрәшә. Уның лекциялары ҙур файҙа килтереүен беләм…

[46]

«Русская неделя» православие интернет-журналының баҫмаларында, "Жданов әфәнденең лекциялары рухи гонаһтарынан кешене тәүбә итеүгә һәм Сиркәү таинствоһы — антҡа оҡшаған изге ғәмәл атҡарыу аша азат итеүгә йүнәлтелмәгән, ә яуызлыҡтың «матди» сығанағы менән көрәшеүсе сектанттар ғәмәлен хәтерләтә[47], һәм «Жданов идеологияһын православие менән бер үк ваҡытта алып барырға маташыу кешене тәбиғи булмаған хәлгә ҡуясаҡ»[48].

Тапшырыуҙарҙа ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. Г. Жданов телевидениела алкоголизм темаһына сығыш яһай, шул иҫәптән KM.TV-ла балалар өсөн «Экспертное мнение» тапшырыуында, Беренсе каналда «Дөйөм эш» тапшырыуында, Максим Леонардович Шевченконың «Город без наркотиков» фондының Егор Бычков эшенә арналған «Судите сами» программаһында[49], «12 игрок» программаһында ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • И. И. Мечников исемендәге Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының «Милләттәр һаулығын нығытыуға өлөш индергән өсөн» алтын миҙалы
  • Пауль Эрлих исемендәге Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы (ЕАЕН) миҙалы
Китаптары
  • Жданов В. Г., Троицкая С. И. Алкогольный террор. — СПб.: Питер, 2010. — 256 с.
  • Великая алкогольная война против России. — М.: Роса, 2010. — 80 с.
  • Углов Ф. Г., Искаков Б. И., Жданов В. Г., Маюров А. Н., Искаков А. Б. и др. Отрезвление России // К 100-летию академика Ф. Г. Углова / Под ред. Б. И. Искакова. — М.: МСА, 2004.
Видеолекциялар
  • Пора снимать очки (О восстановлении зрения по методу Шичко-Бейтса), 2009
  • Верни себе зрение (О восстановлении зрения по методу Шичко-Бейтса, 6 занятий), 2005.
  • Алкогольный террор против России, 2004
  • Алкогольный террор против Святой Руси, 2005
  • Алкогольная и наркотическая агрессия против России, 2005
  • Русский крест, 2006
  • Беседа о хлебе насущном
  • Беседа в телепередаче «Открытая студия»
  • Путь к трезвости, 2008
  • Экономика и глобализация
  1. Правление СБНТ. Дата обращения: 14 апрель 2009. Архивировано 31 март 2009 года.
  2. ФИЗФАК НГУ 1966—1971. Дата обращения: 20 июль 2010. Архивировано 8 февраль 2011 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 Жданов В. Г. Ответ Дворкиным (pdf). Газета «Соратник» №4 (158) стр. 2 (апрель 2009). — ответ Жданова на статью Дворкина «Оккультно-сектантский характер антиалкогольного учения В. Г. Жданова». Дата обращения: 15 февраль 2010. Архивировано 12 март 2012 года. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «soratnik158» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  4. Жданов, Владимир Георгиевич. Фотоиндуцированная анизотропия в плёнках халькогенидных стеклообразных полупроводников: дисс. … канд. физ.-мат. наук : 01.04.05. — Новосибирск, 1979. — 127 с.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 [http://www.kinoru.ru/product/est-povod-v-gostjah-vladimir-georgievich-zhdanov-kanal-utv-g-perm-2008-g-teleperedacha-tvrip/(недоступная ссылка) Есть повод. В гостях Владимир Георгиевич Жданов. Канал UTV (г. Пермь) [2008 г., Телепередача, TVRip](недоступная ссылка)
  6. Учредители Международной академии трезвости. Дата обращения: 14 апрель 2009. Архивировано 21 август 2017 года.
  7. 7,0 7,1 7,2 Дворкин А. Л. Оккультно-сектантский характер антиалкогольного учения В. Г. Жданова 2021 йыл 30 ғинуар архивланған. (доклад на секции «Тоталитарные секты, оккультизм и искажения православия» XVII Международных Рождественских образовательных чтений 24 февраля 2009 года) // Центр религиоведческих исследований во имя священномученика Иринея Лионского, 02.03.2009
  8. * Образование, Сибирский ФО — том 6 2013 йыл 13 ноябрь архивланған.
    • «НЕГОСУДАРСТВЕННОЕ ОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ „СИБИРСКИЙ ГУМАНИТАРНО-ЭКОЛОГИЧЕСКИЙ ИНСТИТУТ“ присвоен ИНН 5405179073, КПП 540501001, ОГРН 1035401912930, ОКПО 48282232» — СГЭИ, НКО // ЕГРЮЛ
  9. Здравствуй, человек!(недоступная ссылка) // Федеральная служба по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций
  10. Газета Здравствуй, человек! 2012 йыл 9 апрель архивланған.
  11. Поиск в реестре лицензий Национального аккредитационного агентства в сфере образования 2011 йыл 19 май архивланған.
  12. Встреча с В. Г. Ждановым (Корпоративный университет «Норильский Никель»)(недоступная ссылка)
  13. Передача «Общее дело». Выпуск от 28 февраля 2009] // Первый канал.
  14. Перечень организаций ФАНО. Дата обращения: 16 август 2014. Архивировано 4 март 2016 года.
  15. Состав президиума. Дата обращения: 14 апрель 2009. Архивировано 22 июнь 2009 года.
  16. Трезвая Россия. Российское общественное движение. Дата обращения: 24 август 2011. Архивировано из оригинала 15 август 2011 года.
  17. Трезвый Башкортостан. Дата обращения: 20 сентябрь 2011. Архивировано из оригинала 2 октябрь 2017 года.
  18. Трезвая Сибирь. Дата обращения: 20 сентябрь 2011. Архивировано 6 октябрь 2011 года.
  19. Жданов о Ф. Г. Углове (видео) (недоступная ссылка) Проверено 21 май 2017.
  20. Всероссийская научная конференция «Информационные технологии в науке, образовании и экономике. Дата обращения: 11 май 2010. Архивировано из оригинала 2 апрель 2015 года.
  21. Официальный сайт Дальневосточного государственного медицинского университета(недоступная ссылка)
  22. Г. А. Шичко Против абсурдизма в антиалкогольной пропаганде 2010 йыл 18 май архивланған., 5.08.1985 года
  23. «Научное обоснование трезвости. Опыт западных коллег». Дата обращения: 8 октябрь 2010. Архивировано 8 май 2018 года.
  24. «Лекция профессора Жданова Восстановление зрения», 20-часовой курс. Дата обращения: 11 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 22 декабрь 2010 года.
  25. Восстановление зрения. Жданов В. Г. Полный курс 15 часов. Дата обращения: 11 декабрь 2010. Архивировано 8 август 2011 года.
  26. YouTube сайтында Жданов — Алкоголь, табак и рок-музыка
  27. YouTube сайтында Учение Жданова об энергетическом вампиризме
  28. YouTube сайтында Жданов о хлебе
  29. Жданов Закаливание — YouTube 2014 йыл 28 март архивланған.
  30. YouTube сайтында Здоровое питание Принципы здорового питания Раздельное питание Лекция о здоровом раздельном питании профессора Жданова EshZdorovo ru
  31. YouTube сайтында Жданов В. Г. о продукции «Ветом»
  32. YouTube сайтында Жданов Тайна русского мёда
  33. интервью Алексея Надеждина, руководителя отделения детской наркологии национального научного центра наркологии, передача «Толк и польза». Дата обращения: 29 сентябрь 2017. Архивировано 1 март 2014 года.
  34. 34,0 34,1 Дрожжи против Святой Руси 2011 йыл 26 октябрь архивланған. // «Нескучный Сад», сентябрь 2009
  35. Как выстроить свои взаимоотношения с алкоголем? — Здоровая Россия. Дата обращения: 27 март 2012. Архивировано 25 декабрь 2011 года.
  36. Ҡалып:ЖЖ-запись
  37. Почетный академик ВРАЛ 2017. Лауреат премии - Григорий Алфеев. (рус.). ВРАЛ. Дата обращения: 24 ноябрь 2020. Архивировано 1 декабрь 2020 года.
  38. Почётный Академик ВРАЛ 2019. Лауреат - Наталья Зубарева. (рус.). ВРАЛ. Дата обращения: 24 ноябрь 2020. Архивировано 1 декабрь 2020 года.
  39. YouTube сайтында Жданов о причастии вином
  40. Жданов. Отношение православия к алкоголю, вину(недоступная ссылка)
  41. 41,0 41,1 Профессор Владимир Жданов: «В России борьба с пьянством — безумное и бессмысленное занятие! Бороться надо за трезвость!» Дата обращения: 2 сентябрь 2011. Архивировано 30 август 2009 года.
  42. «Лучше не пить вина и не делать ничего такого, от чего брат твой претыкается, или соблазняется, или изнемогает» (Рим. 14: 21). Беседа с В. Г. Ждановым, председателем Союза борьбы за народную трезвость. Дата обращения: 9 май 2010. Архивировано 31 август 2009 года.
  43. Диакон Максим Плякин. «Что Вы думаете о методе лечения алкоголизма профессора Жданова В. Г.?» 2007 йыл 8 ноябрь архивланған.
  44. Круглый стол «Православие и соблаз псевдонаука» 2021 йыл 22 ғинуар архивланған. // Центр религиоведческих исследований во имя священномученика Иринея Лионского, 22.01.2009
  45. Сайт Храма Рождества Иоанна Предтечи в Юкках. Дата обращения: 27 март 2012. Архивировано 29 октябрь 2013 года.
  46. Анатолий (Берестов) о В. Г. Жданове(недоступная ссылка) Проверено 21 май 2017.
  47. Антиалкогольная горячка и Евхаристия 2013 йыл 29 октябрь архивланған. // Православный интернет-журнал «Русская неделя», 2009
  48. О богословском трезвении трезвенников (анализ одной дискуссии) 2013 йыл 29 октябрь архивланған. // Православный интернет-журнал «Русская неделя», 2009
  49. Егор Бычков: «Судите сами» 2010 йыл 24 октябрь архивланған. // Православие и мир, 22 октября 2010.