Жданов Пётр Сергеевич
Жданов Пётр Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 19 июнь (2 июль) 1903 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 30 декабрь 1949 (46 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Данилов зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | power engineering scientist |
Эш урыны | Мәскәү энергетика институты |
Уҡыу йорто | Мәскәү энергетика институты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Аспиранттар | Веников, Валентин Андреевич[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Жданов Петр Сергеевич (2 июль 1903 йыл — 30 декабрь 1949 йыл) — СССР энергетигы, электр системалары өлкәһендә белгес. Сталин премияһы лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пётр Сергеевич Жданов 1903 йылдың 2 июлендә Мәскәүҙә тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң 1919—1921 йылдарҙа игенселек халыҡ Комиссариатының совет хужалыҡтары баш идаралығында канцелярия мөдире булып эшләй.
МЭИ-ны тамамлай (1926), 1933 йылда В. М. Молотов исемендәге Мәскәү энергетика институтында «Передача электроэнергии» темаһы буйынса диплом эше яҡлай.
1927—1942 йылдарҙа Бөтә Рәсәй электротехника институтында эшләй: техник, инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, профессор. 1941—1945 йылдарҙа электр сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының сектор начальнигы.
Бер үк ваҡытта 1933 йылдан В. М. Молотов исемендәге МЭИ-ла уҡыта, электр станциялары кафедраһы доценты (1935), профессор (1941), 1943—1949 йылдарҙа электр селтәрҙәре һәм системаһы кафедраһы мөдире була. Уның ҡатнашлығында Куйбышев — Мәскәү электр тапшырыу проекты эшләнә (1938-39 һәм 1949).
Техник фәндәр кандидаты (1935, диссертация яҡламайынса). Техник фәндәр докторы (1940).
Алыҫ араларға электр энергияһы тапшырыу проблемаһы менән шөғөлләнә. С. А. Лебедев менән бергә 1933 йылда электр системалары тотороҡлолоғона арналған донъяла тәүге монографияны яҙалар.
1949 йылдың 30 декабрендә Мәскәүҙә вафат була. Данилов зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1947) — ҡеүәтле электр станцияларын проектлауҙы һәм файҙаланыуҙы еңеләйтеүсе электр системалары моделдәрен эшләгән өсөн.
- Миҙалдар.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жданов Пётр Сергеевич
- Жданов Пётр Сергеевич. Журнал Электричество. 1950 № 1.
- 2 июлдә тыуғандар
- 1903 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 30 декабрҙә вафат булғандар
- 1949 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Сталин премияһы лауреаттары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Техник фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәү энергетика институты уҡытыусылары
- Мәскәү энергетика институтын тамамлаусылар