Эстәлеккә күсергә

Жумберак

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жумберак
Характеристикалар
Оҙонлоғо50 km
Киңлеге20 km
Урынлашыуы
45°47′ с. ш. 15°23′ в. д.HGЯO
Страна
Хорватия
Красная точка
Жумберак
 Жумберак Викимилектә

Жумберак (Горянци, слов. Gorjanci, хорв. Žumberak, Žumberačka gora, сер. Жумберак) — Хорватияның төньяҡ-көнсығышында һәм Словенияның көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан тау массивы[1].

Географик урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң бейек нөктәһе — Света-Гера (хорв. Sveta Gera йәғни слов. Trdinov vrh), 1181 м[2][3](1178 м[1]), Хорватия һәм Словения сигендә урынлашҡан[3]. Тауҙың атамаһы Хорватия биләмәләрендә урынлашҡан Света Гера тигән боронғо сиркәү буйынса аталған[4]

Жумберак (Горянци) — Урта Дунай уйһыулығы сигендәге Динар таулығының өлөшө[5][3][4].

Словения яғында тау массивының шишмәләре Крка йылғаһына, ә Хорватияла Купа йылғаһына ҡушыла[4][1].

Тауҙар тирәһендә бер нисә ҡала урынлашҡан: Хорватияла — Самобор, Карловац һәм Загреб; Словенияла — Ново-Место, Брежице һәм Метлика[4].

1999 йылда тау массивының хорват яғында хорв. «Žumberak — gorje Samoborsko» тәбиғи паркы ойошторолған. Жумберак (Горянци) урмандары башлыса бук ағастарынан тора[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Gorjanci  (инг.)
  2. 1-7. Planine i planinski vrhovi viši od 500 metara 2012 йыл 4 март архивланған., стр. 4  (хорв.)  (инг.)
  3. 3,0 3,1 3,2 Vrh Trdinov (карта)  (инг.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Žumberak/Gorjanci  (инг.)
  5. Situation du massif  (инг.)