Жүрәева Нардиә Ғариф ҡыҙы
Жүрәева Нардиә Ғариф ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 июнь 1937 (87 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡазан, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | хоровой дирижёр, уҡытыусы, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Муса Йәлил исемендәге Татар Дәүләт Опера һәм Балет театры[d] |
Уҡыу йорто | Ҡазан дәүләт консерваторияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Жүрәева Нардиә Ғариф ҡыҙы (татар. Җүрәева Нурдия Гариф кызы; 2 июнь 1937 йыл) — хор дирижеры, педагог, музыка-йәмәғәт эшмәкәре, ТАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003), Татарстан Республикасының халык артисы (1995). [1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нардиә Ғариф ҡыҙы Жүрәева 1937 йылның 2 июнендә Ҡазанда тыуған.
1964 йылда Ҡазан дәүләт консерваторияһын уңышлы тамамлаған, буласаҡ хормейстр профессор С.А.Казачков классында шөғөлләнгән. Музыкаль училищела педагогик эш белән шөғөлләнә.
1972 йылдан Ҡазан дәүләт консерваторияһында педагог булып эшләй.
1981 йылда хор дирижерлыҡ кафедраһы доценты вазифаһын башҡара һәм Казан консерваторияһынең башҡарыу факультеты деканы итеп тәғәйенләнә.
1981-1982 һәм 1985-2005 йылдарҙа М. Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театрының төп хормейстеры булып эшләй.[2]
1982-85 йылдарҙа Татарстан АССР мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаһында була.
Нардиә Ғариф ҡыҙы республиканың ижтимағи тормошона ҙур өлөш кереткән кеше. 1987 йылдан ул Татарстандың Музыкаль йәмғиәте идараһы рәйесе булып тора. 1992-98 йылдарҙа Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт фонды идараһын етәкләй.
2006 йылдан яңынан М. Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театрының хор коллективын етәкләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003),
- ТАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәр (1986),
- Татарстан Республикаһының халык артисы (1995),
- «Фиҙаҡар хеҙмәт өсөн» миҙалы (2007 йылдың 14 июне N ПУ-310, Татарстан)
Театр постановкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Отелло» (Верди), «Дон Паскуале» (Доницетти), «Кәкүк тауышы» (Калимуллиндың милли рок-операһы), «Цыган-премьер» һәм «Сильва» оперетталары (Кальман), «Яҙ» кантаттаһы (Рахманинов), «Мессия» Генделя, «Реквием» (Верди), «Свадьба Фигаро» һәм «Волшебная флейта» (Моцарт), «Фальстаф» һәм «Набукко» (Верди), һәм шулай уҡ татар телендә «Сөйөмбикә» (Мөлөков) (концерт башҡарыуында), «Шағир мөхәббәте» (Әхиәрова), «Йәлил» (Жиганов).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татарский энциклопедический словарь. -Казань. Институт татарской энциклопедии АН РТ. - 703с. илл.ISBN 0-9530650-3-0
- 2 июндә тыуғандар
- 1937 йылда тыуғандар
- Ҡазанда тыуғандар
- Ҡазан консерваторияһын тамамлаусылар
- Татарстандың халыҡ артистары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Шәхестәр:М. Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театры
- Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре