Эстәлеккә күсергә

Зарина Екатерина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зарина, Екатерина Ивановна битенән йүнәлтелде)
Зарина Екатерина Ивановна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1 октябрь 1837({{padleft:1837|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}), 1 (13) октябрь 1837[1] или 14 октябрь 1837({{padleft:1837|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1]
Тыуған урыны Анапа, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 25 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (102 йәш)
Вафат булған урыны Пушкин[d], Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Казанское кладбище[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, тәржемәсе
Жанр проза
 Зарина Екатерина Ивановна Викимилектә

Зарина Екатерина Ивановна (ҡыҙ фамилияһы Новикова; 1 октябрь 1837 йыл— 25 ғинуар 1940) — урыҫ яҙыусыһы, мемуарҙар яҙыусы.

Екатерина Ивановна Зарина 1837 йылдың 1 октябрендә Анапа ҡалаһында тыуған (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1835 йылда.)[2]. Оҙаҡ ваҡыт Сердобскта һәм Пенза губернаһының Сердоб өйәҙе Пяша ауылында йәшәй. Пензала дворян пансионын тамамлай. 1859 йылда Санкт-Петербургҡа күсеп килә. «Современник» журналы, «Русь» гәзите, «Русский паломник» журналы менән хеҙмәттәшлек итә. Екатерина Ивановна күп кенә хикәйә, повесть, пьесалар авторы. Уның иң әһәмиәтле эштәренең береһе — «Николай Бронский» романы. Хәтирәләрендә Пензаға арналған биттәр бар.

Зарина Екатерина Ивановна әҙәби тәнҡитсе, шағир, тәржемәсе Зарин Ефим Федоровичта кейәүҙә була.

Яҙыусы һәм әҙәбиәт белгестәре Андрей Ефимович (1862-1929) һәм Федор Ефимович (1870— 1941) Зариндарҙың һәм архитектор Сергей Ефимовичтың әсәһе[3].

Әҙәби эшмәкәрлеген Некрасовтың «Современник» журналында башлай: 1863 йылдың декабрендә уның тәүге әҫәре, «Питомцы» хикәйәһе аноним баҫылып сыға.

Олоғайғас мемуарҙар яҙа. 900 биттән торған ҡулъяҙмала мемуарҙары әлегә тиклем нәшер ителмәгән. Екатерина Ивановна ярты быуаттан ашыу Петербургтың әҙәби даирәләренә яҡын була. Башлыса, ул «Отечественные записки» журналы нәшерсеһе А.А.Краевский менән йыш осраша.

Зарина Екатерина Ивановна 103-сө йәшендә 1940 йылдың 25 ғинуарында. Ленинград янындағы Пушкин ҡалаһында вафат була.

  • Новикова-Зарина Е. И. Кавказскіе разсказы: (был)ь. — Изд. Д. А. Наумова, 1897. — 223 с.
  • Зарина-Новикова Е. И., Туганов Р. У., Желиховская В. П. Кавказский легион: повести и рассказы русских писателей XIX века. — Издательский центр «Эль-Фа». — Т. 1. — 550 с. — (КЛИО). — ISBN 5881950690.
  • роман «Разбитая жизнь», СПб., 1894
  • «За честь», М., 1898
  • «Неприступная», 1898
  • роман «Князь Борис Тишин», СПб., 1904
  • «В плену у горцев», М., 1915
  • рассказ «Питомцы», 1863
  • роман «Николай Бронский»
  • «Три друга» М., 1910, 1917
  1. 1,0 1,1 1,2 Зарина Екатерина Ивановна // Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
  2. Бековский район Пензенской области. Дата обращения: 28 июль 2009. Архивировано 27 декабрь 2017 года. 2017 йыл 27 декабрь архивланған.
  3. Проза.ру — Свод персоналий
  • Савин О. М. Зарины // Пензенская энциклопедия. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2001. — С. 191—192.
  • Некролог // Лит. газ. — 1940. — № 7 (858; 5 февр.). — С. 6.