Эстәлеккә күсергә

Заһиҙуллин Нәүфәл Шамил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Заһиҙуллин Нәүфәл Шамил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (47 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө терапевт
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Заһиҙуллин Нәүфәл Шамил улы (1 ғинуар 1977 йыл) — терапевт. Медицина фәндәре докторы (2010).

Заһиҙуллин Нәүфәл Шамил улы 1977 йылдың 1 ғинуарында Өфө ҡалаһында медицина фәндәре докторы, профессор Ш. З. Заһиҙуллин ғаиләһендә тыуған[1]. 1984—1994 йылдарҙа Өфөнөң 39-сы мәктәбендә уҡый, уны 1994 йылда көмөш миҙалға тамамлай[2].

1994—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡый, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай.

2000—2001 йылдар — БДМУ-ның эске ауырыуҙар пропедектив кафедраһында интернатура үтә[2].

2001—2003 — БДМУ-ның эске ауырыуҙар пропедектив кафедраһында клиник ординатура үтә.

2003—2008 — БДМУ-ның эске ауырыуҙар пропедектив кафедраһында ассистент[2].

2002 йылда медицина фәндәре кандидатына дәғүә итеп, «Электрическое поле сердца в норме, при некоторых сердечно-сосудистых заболеваниях и разработка нейросетевой модели диагностики инфаркта миокарда» тиемаһына диссертация яҡлай[2].

2004 йыл — БДМУ халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге начальнигы урынбаҫары.

2009 йыл — медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Кардиология» һәм «Патологическая физиология» шифрҙары буйынса «Характеристика и регуляция кардиального пейсмекерного канала If/HCN, разработка научных подходов к созданию биологических пейсмекеров» темаһына диссертация яҡлай[2].

Заһиҙуллин Нәүфәл Шамил улының фәнни эшмәкәрлеге гипертония ауырыуын, йөрәктең пейсмекер каналын, электр ҡырын өйрәнеүгә арналған. Заһиҙуллин ҡатнашлығында дифференциаль векторкардиография, миокард Q‑инфарктын диагностикалау ысулдары, миокард инфарктын нейроселтәр ҡулланып диагностикалау өсөн «Нейрокард» компьютер программаһы эшләнә. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 монграфия, 5 уйлап табыу авторы[1].

Әлеге ваҡытта 7 аспиранттың ғилми етәксеһе[2].

Инглиз һәм немец телендә иркен һөйләшә.

Гранттары, бүләктәре:

  1. 1997, 1998, 1999 һәм 2000 йылдарҙа халыҡ-ара Сорос ғилми премияһын ала.
  2. 2002—2003 йылдарҙа Кельн ҡалаһында кардиоэлектрофизиология өлкәһендә фәнни эш башҡарған өсөн бер йылға немец академия йәмғиәтенең грантын яулай.
  3. 2005 йылда Мәскәүҙә йәш кардиологтарҙың конгресында ғилми эштәр конкурсында 2-се урын яулай.
  4. «Методы ранней топической диагностики ишемической болезни сердца в целях сохранения работоспособности человека» Фән һәм Инновациялар буйынса Федераль агентлыҡтың гранты етәксеһе (Мәскәү, 2005) (350 мең һум).
  5. 2006—2007 йылдарҙа Кельн университет клиникаһының (Германия) кардиоэлектрофизиология лабораторияһында ғилми эш башҡарғаны өсөн Кардиологтарҙың Немец йәмғиәте (Deutsche Herzstiftung) грантын ала.
  6. Кардиологтарҙың Бөтә Рәсәй конгресы йәш кардиологтарының конкурсында 1-се урын яулай.
  7. «Механизмы развития различных вариантов острых и хронических болей и

исследование эффективности современных подходов к их лечению» (2009—2011 йй., 5 млн һум) Рәсәй мәғарифының маҡсатлы Федераль программаһын башҡарыусы.

  1. Йәш докторҙар өсөн И. М. Ломоносов исемендәге Рәсәй Фәндәре академияһының алтын миҙалына лайыҡ була.
  2. Медицина тикшеренеүҙәре өлкәһендә күренекле ҡаҙаныштары өсөн РФА Башҡорт бүлегенең Ғ.Т.Тереғолов исемендәге премияға лайыҡ була (2011 й.).
  3. 2014—2015 һәм 2016—2017 йылдарҙа «Медицина» һөнәре буйынса йәш докторҙар өсөн Рәсәй Федерацияһы Гранты.
  4. Рәсәй гуманитар ғилми фонды гранттары (етәксеһе): 2007 й., 2014—2017 йй.
  5. Америка Кардиологтары Колледжы конгресында иң яҡшы Рәсәй постер доклады менән сығыш яһай. (2017 й., Вашингтон, США).
  6. Иң һуңғы постер докладтар менән сығыш яһау: Кардиологтарҙың Европы Конгресы (2015 й. — Лондон; 2016 й. — Рим; 2017 й. — Барселона); Атеросклероз буйынса Европа Конгресы (2016 й. — Инсбрук); Америка Кардиологтары Колледжы конгресы (2017 й. — Вашингтон), Һалҡын климатта йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса Конгресс (2017 й. — Харбин, Ҡытай).