Зверев Леонид Петрович
Зверев Леонид Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1935 |
Тыуған урыны | Екатеринбург, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2012 |
Вафат булған урыны | Екатеринбург, Рәсәй |
Һөнәр төрө | юғары мәктәп уҡытыусыһы, физик |
Эш урыны | Урал дәүләт техник университеты[d] |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт техник университеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Зверев Леонид Петрович (1935—2012) — ҡаты есем физикаһы өлкәһендә СССР һәм Рәсәй педагог һәм ғалимы, фән ойоштороусыһы, физика-математика фәндәре докторы (1983), профессор (1984), Урал дәүләт университетының почетлы профессоры (2005).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Леонид Петрович Зверев 1935 йылдың 15 февралендә Свердловск ҡалаһында тыуа.
1953 йылдан 1958 йылға тиклем Урал дәүләт университетының физика-математика факультетында уҡый. 1958 йылдан 1961 йылға тиклем Урал дәүләт университетының физика-математика факультетында аспирантурала уҡый.
1961 йылдан Урал дәүләт университетының физика факультетында педагогик эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә башлай: 1961 йылдан 1984 йылға тиклем — ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент бер үк ваҡытта 1963 йылдан алып 1984 йылға тиклем — ярымүткәргес техникаһының Проблемалы лабораторияһы мөдире. 1984 йылдан 2007 йылға тиклем, егерме өс йыл буйына, — ярымүткәргестәр оптикаһы һәм радиоспектроскопияһы кафедраһы мөдире.
1988 йылдан, педагогик эшмәкәрлектән тыш, фәнни-тикшеренеү эше менән шөғөлләнә: 1988 йылдан 2004 йылға тиклем ун алты йыл дауамында, Урал дәүләт университеты ҡарамағында физика һәм ғәмәли математика фәнни-тикшеренеү институтының алыштырғыһыҙ етәксеһе була.
1963 йылда физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Исследование экситонных состояний в кристалле закиси меди» темаһына диссертация яҡлай, 1983 йылда — физика-математика фәндәре докторына. 1984 йылда Л.П.Зверевҡа ғилми профессор исеме бирелә, 2005 йылда Урал дәүләт университетының почетлы профессоры маҡтаулы исеме бирелә.
150-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән бер нисә монография, егерменән ашыу уйлап табыу һәм патент авторыбула. Уның етәкселеге аҫтында ун өс фән кандидаты һәм докторы әҙерләнә.
2012 йылдың 19 декабрендә Екатеринбургта вафат була[1]. Широкореченский зыяратында ерләнә.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Л П. Зверевтың төп ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге микро, опто һәм квант электроникаһы, радиацион физика, йыһан аппараттарында файҙаланыу өсөн ярымүткәргестәр физикаһы һәм приборҙар төҙөү менән бәйле.
Түбән күләмле системалар һәм экситондарҙы комплекслы тикшереү өлкәһендә ғилми эштәр менән, шулай уҡ квантлаусы магнит ҡырҙарҙа туннель спектроскопияһы ысулы менән шөғөлләнә, көслө легирлы ярымүткәргестәрҙең энергетик спектрын өйрәнеү өлкәһендә шөғөлләнә.
Төҫ-үлсәм һәм опто-электрон системаларҙы уйлап табыусыларҙың һәм ойоштороусыларының береһе була, был системалар уңышлы һынауҙарҙан һуң «Мир» һәм «Салют», шулай уҡ йыһан «Союз» карабы орбиталь ғилми станциялар составына инә.
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп сығанағы:[2]
- Цветовые измерения в космосе / Л. П. Зверев, И. Г. Овечкин, О. О. Рюмин и др.; под общ. ред. О. О. Рюмина. — М.: Машиностроение, 1996. — 174 с. — ISBN 5-217-01977-8
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почет Билдәһе» ордены (1986)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1979)
Премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урал дәүләт университеты премияһы (1979 — эштәр циклы өсөн «Оптоэлектроника ҡулайламалар төҙөү һәм принциптарын әҙерләү өсөн»)
- СССР МЭП премияһы (1981 — «Ярымүткәргесле генераторҙарға радиацион йоғонто» эше өсөн)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Скончался почетный профессор университета Леонид Петрович Зверев . Дата обращения: 20 сентябрь 2020.
- ↑ Зверев, Леонид Петрович . Дата обращения: 20 сентябрь 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уральский государственный университет в биографиях / авт. биогр. ст.: Т. Я. Андреева и др.; сост. В. А. Мазур; редкол.: В. В. Блажес. — 3-е изд., испр. и доп. — Екатеринбург: Изд-во Уральского ун-та, 2010. — 613 с. — ISBN 978-5-7996-0550-6
- 1935 йылда тыуғандар
- Екатеринбургта тыуғандар
- 2012 йылда вафат булғандар
- Екатеринбургта вафат булғандар
- Урал дәүләт техник университетын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Урал дәүләт университеты уҡытыусылары
- Урал дәүләт университетын тамамлаусылар
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 19 декабрҙә вафат булғандар
- 15 февралдә тыуғандар