Зимин Юрий Степанович
| Зимин Юрий Степанович | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1 июль 1958 (67 йәш) |
| Тыуған урыны | Яңы Троевка, Мораҡ ауыл советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | химик |
| Эш урыны |
Башҡорт дәүләт университеты Өфө фән һәм технологиялар университеты |
| Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
| Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Зимин Юрий Степанович (1 июль 1958 йыл) — химик. Химия фәндәре докторы (2006)[1]; профессор (2011); Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Степанович Зимин 1958 йылдың 1 июлендә БАССР-ҙың Ғафури районы Яңы Троевка ауылында тыуған[1]. 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетын. уңышлы тамамлай. 1984 йылдан алып бер урында, әлеге университетта, эшләй.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ю. С. Зиминдың фәнни хеҙмәттәре окисланыу процестары (шул иҫәптән Озон тәьҫирендәге) химияһын һәм химик кинетикаһын өйрәнеүгә, шулай уҡ химик экология мәсьәләләрен хәл итеүгә арналған[1].
Рецензиялау журналдарында 82 мәҡәлә, сит ил монографияларында 10 глава авторы. 3 патент, 1 монография, 9 уҡыу әсбаптары һәм 24 уҡытыу-методик ҡулланмаларын әҙерләгән. 4 кандидатлыҡ диссертацияһына етәкслек иткән. Барыһы 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Төп хеҙмәте:
Пектиновые полисахариды: окислительные превращения и комплексообразование с лекарственными веществами. Саарбрюккен, 2011 (авторҙаш)[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының почет грамотаһы;
«Башҡортостан республикаһының мәғариф алдынғыһы»;
«Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре исеме.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 ЗИМИН Юрий Степанович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ БашГУ 2020 йыл 21 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ЗИМИН Юрий Степанович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.